Илһамлы хеҙмәт - илгә ҡеүәт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Авиация предприятиелары эшмәкәрлегенә арналды.
» Ауылыбыҙ йәмле улар менән
» Һеҙ яҡшы хужабикәме?
» Был донъяла ниҙәр бар?
» Ҡолаҡ һал!
» Белдереү



«Йәшлек»те үҙ балам кеүек күрәм» Башҡортостан
«Йәшлек»те үҙ балам кеүек күрәм» «Йәшлек» гәзитен «Ленинсы» заманынан уҡ бер битен дә ҡалдырмай уҡып барам. Ә уның менән хеҙмәттәшлек итеүемә 50 йылдан ашыу. Үҙебеҙҙең Белорет районы һәм ҡалаһы тормошо, хәл-ваҡиғалары, кешеләре, яңылыҡтары тураһында даими яҙышып торҙом һәм яҙышам. Сәбәбе – үҙең ҡатнашһаң, гәзит ҡыҙығыраҡ була. «Ленинсы» гәзитенең исемен үҙгәртеү тураһында хәбәр ителеп, уның яңы исеменә конкурс иғлан ителгәс, мин «Йәшлек» исемен тәҡдим иттем. Күпмелер ваҡыттан һуң йәштәр баҫмаһы ошо исем менән донъя күрә башлағас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Шуға күрә «Йәшлек»те үҙ балам кеүек күрәм. Гәзит килеү менән, күҙлек кейә һалып, тәүге битенән аҙағына тиклем бер тында уҡып сығам. Уйға һалырҙай, фекер йөрөтөрҙәй мәҡәләләрҙе хәтергә һалып, һорауҙары булһа, яуап ҡай­тарыр­ға әҙерләнәм. Ғөмүмән, йәштәр баҫмаһы бик ҡыҙыҡлы, фәһемле.
«Йәшлек» иғлан иткән һәр уйында, конкурста ҡатнашып торам. Йылдың тәүге яртыһына иғлан ителгән «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашып, еңеүемә тағы ла бер шатландым. Редакция коллективына ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйем.

Нурулла МИҺРАНОВ,
почетлы ветеран.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 20 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡымлы ла, отошло ла "Йәшлек" тиән гәзит
  • Гәзит уҡыусы яҙа
  • Ятып ҡалма - атып ҡал!
  • «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ!
  • Ниязбай Сәлимов
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru