Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Металл һәм таш
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар ---

    Башҡортостандың төрлө ра­йон-ҡалаларынан йәштәр «ХХI быуат лидеры»н һайлар өсөн Өфө районының «Йондоҙсоҡ» һаулыҡты нығытыу үҙәгенә йыйылды. Конкурста балалар һәм йәштәр йәмәғәтселек ойошмаларында эшләргә йыйынғандар көс һынаша. Ҡатнашыусыларға хоҡуҡ һаҡлау тармағындағы белем кимәлен, командала эшләй алыуын, социаль программаларҙы тормош­ҡа ашыра белеүен күрһәтергә тура киләсәк, ә еңеп сығыусылар Рәсәй кимәлендәге ошондай уҡ конкурста ҡатнашасаҡ.

    «Өфө» аэропортында халыҡ-ара талаптарға яраҡлаштырып әҙерләнгән «Сифат өлкәһендәге сәйәсәт документы» раҫланған. Беҙҙең аэропорт Волга буйы – Урал төбәгендә иң һәйбәт халыҡ-ара аэропорттарҙың береһе булырға тырыша, пассажирҙарға ла, авиайөк ташыусыларға ла сифатлы хеҙмәт күрһәтә. Яңы раҫланған документ урындағы документтар әйләнешен электрон системаға һалыу, производство процестарын көйләү кеүек мөһим тармаҡтарҙы камиллаштырасаҡ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чиновниктарҙы бер иштән кейендермәкселәр Яңылыҡтар

    Башҡортостанда район һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән махсус формала йөрөй башлаясаҡ. Башҡортостан Республикаһы муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы идаралығы шундай ҡарар ҡабул итте.
    Алдан уйланылғанса, чиновниктар­ҙың бер нисә төр формаһы буласаҡ, байрам-тантаналарға, көндәлек эшкә һәм ҡырға, баҫыуға сыҡҡанда кейә торғаны. Йәғни һәр чиновниктың алты костюмы буласаҡ. Кейемдәр урындағы бюджет иҫәбенә тегеләсәк. Костюмдар ҡара-көрән төҫтәге туҡыманан тегелә, хеҙмәткәрҙең вазифаһына һәм разрядына ҡарап, погондар ҙа тағыласаҡ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр?» Яңылыҡтар

    Ошо исемдәге Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостанда ла үтә . Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт 1 июндән 30-ына тиклем барасаҡ акция сиктәрендә төрлө саралар ойоштора. Республика наркополицияһы ла бында әүҙем ҡатнашасаҡ. Иң мөһиме, 8-800-347-20-30, 250-20-30 һандарынан торған «ышаныс телефоны» тәүлек әйләнәһенә халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Һеҙ наркотиктар һатҡан, әҙерләгән, һаҡлаған, ҡулланған урындарҙы белһәгеҙ, нәҡ шул һандар буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. Шулай уҡ ведомствоның махсус сайтына (www .gnkrb .ru) инеп, һорау бирергә лә мөмкин.
    БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролләү идаралығы етәксеһе Валерий Кокин белдереүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәтселек менән бәйләнеше һәр саҡ ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим мәсьәләләр күтәрелде Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, РФ Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты.
    Көн тәртибенә 35 мәсьәлә, шул иҫәптән 22 республика һәм өс федераль закон проекты, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең сығышын тыңлау, мировой судьялар һайлау һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡуйылды.
    Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры асты. Ул 2009 йылда республикала ауыл хужалығы программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Раил Сәлих улы ауыл хужалығы биләмәләрен тотороҡло үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, ауыл хужалығының финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү, өҫтөнлөклө тармаҡтарын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү мәсьәләләренә туҡталды һәм 2010 йылға ауыл хужалығы үҫешенә күҙәтеү яһаны.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡындарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ! Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолған «Мине иҫкә ал» социаль-патриотик акцияһы дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла республика халҡын әлеге проектта ҡатнашырға һәм яҡындарын, туғандарын иҫкә алырға саҡыра. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһын роbeda@bashtv.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Улар БСТ каналы сайтына – www. tv-rb. ru ҡуйыласаҡ.
    Фронтта ҡатнашыусыларҙың исем-фамилияһын, тыуған йылын, ҡайһы фронтта һуғышыуын күрһәтергә онотмағыҙ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бюджет яңынан ҡаралды Иҡтисад

    Яңы закон проекты Башҡортос­тан Республикаһы бюджетының 2 млрд 39,9 млн һумға, сығымдар­ҙың 3 млрд 911,8 млн һумға артыуын күҙаллай. Бюджет күләме ошо асыҡлауҙарҙан һуң 66 млрд 138,4 млн һум һәм сығымдар буйынса 14 млрд 519,0 млн һум дефицит менән 80 млрд 657,4 млн һум тәшкил итәсәк, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров.
    Бюджеттың һан параметрҙары буйынса билдәләнгән үҙгәрештәр­ҙе Айрат Ғәскәров бер нисә төркөмгә бүлде. Беренсе төркөм Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға алынған кире ҡайтарылмай торған аҡсаға – 1 млрд 451,8 млн һум суммаға бәйле.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәүефһеҙлек – көн үҙәгендә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәүҙә граждандар оборонаһы проблемаһы буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Шувалов үткәрҙе. Кәңәшмә «Комплекслы хәүефһеҙлек – 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә граждандар оборонаһын ойоштороу һәм хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарға халыҡты яҡлау сараларын күреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Форумға федераль органдарҙың һәм РФ төбәктеренең башҡарма власть органдары етәкселәре лә саҡы­рылды.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Районыбыҙ ғорурлығы Мәғәриф

    Районыбыҙ ғорурлығыКөйөргәҙе районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Таймаҫ урта мәктәбе үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдә гимназия статусында эшләй башланы. Хәҙер ул Яңы Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге башҡорт гимназия-интернаты тип атала. Был уҡыу йортонда 181 уҡыусы белем эстәй. Бынан тыш, Төкән, Марьевка, Ялсыҡай ауылдарында филиалдар асылды. Гимназия директоры Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усманова үҙенең һәм коллективтың дөйөм шатлығы менән ихлас бүлеште.
    – Гүзәл Фәтиховна, беренсенән, һеҙҙе һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым. Ошо ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙ тураһында бәйән итһәгеҙ ине.
    – Рәхмәт. 2005 йылда район хакимиәте башлығы Ә. Ҡотләхмәтовтың ҡарары менән белем усағында башҡорт гимназия кластары булдырылғайны. Биш йыл дауамында мәктәп ауыл шарттарында һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү буйынса эксперименталь майҙансыҡ булып торҙо, йәғни «Милли мәктәп шарттарында ижади шәхестәр үҫтереү» темаһы буйынса эксперименталь эш ярҙамында мәктәбебеҙ мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштар яуланы.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru