Булдыҡһыҙҙан һәнәр сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Йондоҙнамә
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Гөлгөнә Әхмәтовна, Ильяс синыф таҡтаhына hүгенеү hүҙҙәре яҙҙы, – тип ошаҡлаша Илгиз.
    – Ә ниңә hин уға бер hүҙ ҙә әйтмәнең hуң?
    – Нишләп әйтмәйем ти, ул hүҙҙәрҙе бит уға мин әйтеп торҙом, – тигән малай, онотолоп китеп.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был юлы ла килеп сыҡманы... Яңылыҡтар

    Был юлы ла килеп сыҡманы...Шулай итеп, быныһынан да ҡолаҡ ҡаҡтыҡ… Ә ниндәй өмөттәр бар ине. Был чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынға берҙән-бер төп дәғүәсе булып һаналды. Уның йондоҙло составы, финалға тиклем юлда осраған һәр бер команданы еңеп, Чехияның әллә ни көслө булмаған уйынсыларына 1:2 иҫәбенә отолдо һәм ике рәт яулаған титулын уларға бирергә мәжбүр булды.
    Нишләйһең, тимәк, быйылғы йыл Вячеслав Быков һәм уның командаһы өсөн һәр яҡлап уңышһыҙ булды. Бөтә «ҡара һыҙат» Ванкуверҙағы Олимпия уйындарынан башланды. Был ваҡытлыса хәл, буласаҡ донъя беренселегендә үсебеҙҙе ҡайтарырбыҙ әле, тип күңелебеҙҙе йыуаттыҡ. Ҡайтарҙыҡ… Ниндәй генә хоккейсыларҙан тупланмаһын, Канада барыбер Канада булып ҡаласаҡ. Уларҙы сирекфиналда ҡыйраттыҡ.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асыш Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик бай ғаиләлә малай үҫә. Бер көндө атаһы уны ауылға алып барып, халыҡтың ниндәй ярлы йәшәүен күрһәтергә уйлай. Уның уйынса, улы ундағы тормошто күреп, үҙҙәренең бындағы тормошондағы нәмәләрҙе ҡәҙерләй башлар, тип уйлай. Һәм улының үҙҙәренең байлығы менән ғорурланыуын теләй.
    Ауылға килгәс, бик ярлы бер ғаиләлә бер көн, бер төн уҙғаралар.
    Кире өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, атаһы улынан, сәйәхәт оҡшанымы, тип һорай.
    – Һоҡландырғыс, – тип яуаплай улы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңеле тулы дәрт Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Күңеле тулы дәртҺеҙҙең алдығыҙҙа милли кейемдәге нескә билле, серле ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт ҡыҙы Илгизә Муллабаева. Ул 1990 йылда Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
    Илгизә бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә һәм әлеге ваҡытта тынлы инструменттар бүлегендә 3-сө курста белем ала. Ул үҙенең моңло тауышы, бейеүгә маһирлығы менән дә таң ҡалдыра.
    «Тормош бер генә, уның һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылам», – ти ул. Киләсәктә, уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошон йыр менән бәйләп, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәй Илгизә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәмәғәт ойошмалары тәжрибә тупланы Королтай

    Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Бөгөнгө йәмәғәт ойошмалары» тигән фәнни-ғәмәли семинар үткәрелде. Был сарала, республиканың йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан тыш, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан килгән милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса белгестәр ҡатнашты.
    Семинар өс темаға бүленгәйне: «Хоҡуҡ һаҡлаусы органдар менән бәйләнеш», «Егерме беренсе быуатта этник-ара хеҙмәттәшлектең ҡайһы бер аспекттары», «Йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары». Был һәр өс тема ла йәмәғәт ойошмалары өсөн берҙәй мөһим. Мәскәүҙән килгән милләт-ара хеҙмәттәшлек үҙәге етәксеһе Ашот Айрапетяндың хоҡуҡ һаҡлаусылар менән эшләү тәжрибәһе тураһындағы сығышы фәһемле булды.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Республика йылында.
    Башҡортостан – ышаныслы
    Рәхимовтың ҡулында.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелебеҙ менән йәнтөйәгебеҙҙә беҙ Башҡортостан

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында сит илдәрҙә лә йыйын үткәрелеүе ҙур баһаға лайыҡ. Бынан бик күп йылдар элек Башҡортостан автономияһын булдырыуға баһалап бөткөһөҙ көс һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди Туған, үҙенең яҙмышына һәләкәт янаған ауыр заманда ла Германияға килеп, Башҡортостан тигән ил барлығын һәм башҡорттар тураһындағы мәғлүмәтте бөтә донъяға еткерә. Тарих ҡабатлана: башҡорттар үҙҙәре теләп, ирекле рәүештә изге ниәттәр менән ошо уҡ илгә килеп, ҡоролтай йыйып, үҙенең донъяла барлығын, илле, ерле, мәҙәниәтле халыҡ булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
    Германияға юлланғанда, Евросоюз илдәрендә йәшәгән башҡорттарҙың шундай күп йыйылыуына ышанып та бөтмәгәйнем.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Күп осраҡта 14 – 17 йәшлек үҫмер­ҙәр суицид ҡыла, уларҙың 75 проценты – малайҙар.
    Ҡатындар, йәш ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк суицид ҡылһа ла, күпкә еңелерәк юл һайлағанлыҡтан, күп осраҡта тере ҡала.
    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын 5 йәштән 19 йәшкәсә балалар һәм йәштәр үҙ ғүмерен үҙе ҡыйып һәләк була.
    Рәсәйҙә бер көндә 108 кеше суицид ҡылып үлә. Был йылына 40 000 кеше тигән һүҙ.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru