Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Аһ, был юртаҡтар!
» Ҡотҡарыусылар
» Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә...
» Матурлыҡ байрамынан беҙ ҙә ситтә ҡ ...
» АЛМАНЫҢ НӘҠ МУЛ САҒЫ
» Истиҡбал



Яҡшыға өмөтләнеп, алға юл ярабыҙ Мәҙәниәт
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Башҡор­тостанда 1909 йылда уҡ Өфө кинопрокат контораһы хужаһы В. Митенков ҡыҫҡа метражлы «Урал күренештәре» таҫмаһын төшөрә һәм был фильмды танылған киносы Александр Ханжонков Мәскәүҙә күрһәтер өсөн һатып ала. Унан һуң «Ырымбур», «Алтын приискылары» фильмдары төшөрөлөп, Өфөләге «Эффект» кинотеатрында күрһәтелә. Әлбиттә, ул замандағы мөмкинлектәр менән бөгөнгөләре араһында айырма ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортос­таны­быҙҙа бынан быуат элек кино сәнғәтенә тотонғандар булып сыға.
Егерме йыл эсендә «Башҡортостан» киностудияһы, бер ерҙән икенсе урынға күсенеп йөрөүенә, сетерекле хәлдәргә дусар булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн төрлө жанрҙағы туғыҙ тиҫтәнән ашыу фильмға эйә.
Әмир Абдразаҡов, Әхнәф Тимербулатов кеүек оҫталарҙың энтузиазм менән башлап ебәргән эштәре алға китеп, бер төркөм йәштәребеҙҙе Мәскәү, Санкт-Петербург, Алматы һәм башҡа ҡалаларға уҡырға ебәреү маҡсатына ирешкәс, бигерәк тә ең һыҙғанып эшкә тотона киностудия хеҙмәткәрҙәре. Белем алып ҡайтҡан йәштәр бөгөн киностудиябыҙҙың алтын умыртҡаһын тәшкил итә. Әйтәйек, аниматор, мультфильмдар ҡуйыусы режиссер Рим Шәрәфетдиновтың бихисап эше бар. Уның балалар өсөн экранлашты­рылған йәнһүрәттәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар яуланы. Күптән түгел генә Рим Әмир улының Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында үткән «Алтын жебе» халыҡ-ара кинофестивалендә һәм Суздаль ҡалаһында уҙғарылған Рәсәй анимация фильмдары фестивалендә башҡорт халыҡ әкиәте мотивына ҡороп төшөрөлгән «Елдәр иҫкән яҡта» исемле хеҙмәте маҡтауға һәм дипломға лайыҡ булды. Киләсәктә лә ижадсыға сит илдәрҙә, төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашырға саҡырыуҙар бар.
Киностудияла әленән-әле төрлө жанрҙағы фильмдар төшөрөлә, премьералар булып тора. Күптән түгел режиссер Вилүрә Иҫән­дәүләтованың Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Һуғыш балаларҙы аяманы» исемле хроникаль-документаль фильмының премьераһы уңышлы үтте. Ошо арала кинорежиссер Айсыуаҡ Йомағо­ловтың «Ел аулаусы» исемле нәфис фильмының исем туйын ойоштормаҡсыбыҙ. Эш ваҡытында төрлө мәл, етешһеҙлектәр ҙә була. Шуға ҡарамаҫтан, ижади төркөм төрлө проекттар өҫтөндә туҡтау­һыҙ эшләй. Мәҫәлән, тиҙҙән Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Радик Килмәмәтовтың СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың сағыу ижадына бағышланған «Халыҡтан сыҡҡан артист» документаль фильмы, йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның «Минең йондоҙом» исемле лирик фильмы донъя күрер, тип өмөтләнәбеҙ.
23 майҙа «Родина» кинотеатры залында беренсе Рәсәй балалар нәфис фильмдары нигеҙендә «Һары бесәй» театр мәктәбе һәм «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә «Мегаджунглис» исемле балалар өсөн нәфис фильмдың презентацияһы үтте. Алда ниәттәр бихисап. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә үҙ эшенә тоғро, сәнғәткә, ижадҡа, киноға мөкиббән булған кешеләр эшләй. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, ең һыҙғанып яңы проекттарға тотонорға әҙербеҙ. Әле «Башҡортостан» киностудияһының егерме йыллыҡ юбилейына арнап «Егерме йыл ижад юлында», «Мораҙым тарлауығы», «Башҡор­тостан – Батырс­тан», «Әхмәтзәки Вәлиди» документаль фильм­дары планлашты­рылһа, йәш режиссер Ләй­сән Шәй­мәр­ҙәнованың «Зөһрә һәм ай», Рим Шәрәфетдиновтың «Батырҙар әкиәте» йәнһүрәттәре әҙерләнеү өҫтөндә.
Шуны әйтергә кәрәк, «Башҡортос­тан» киностудияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән, әле хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ижади ярҙам ҡулы һуҙыусы тауыш режиссерҙарыбыҙ Памира һәм Булат Абдулбанеевтарға, шулай уҡ кино төшөрөүгә бик күп көс һалған киностудияның элекке директорҙары Вил Кәримовҡа, Рәис Исмәғилевҡа һәм башҡа бик күптәргә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Үкенескә күрә, ветерандарыбыҙ, кино сәнғәтенә юл ярыусы кинорежиссерҙар Әмир Абдразаҡов, Малик Яҡшембәтов, кинооператорҙар Илдус Ғәлиуллин, Алянус Биктимеров яҡты донъянан китеп барҙы. Кино сәнғәтенә тоғро, изге күңелле кешеләр үҙҙәренең һуңғы һулышына тиклем ижади эш менән булды. Рәхмәт уларға.
Айҙар Аҡманов, Булат Йосопов, Салауат Вахитов, Мәғәфүр Тимербулатов, Зөһрә Бураҡаева, Айсыуаҡ Йомағолов һәм Лена Юшкова кеүек талантлы, ижад тип, янып, сәмләнеп эшләгән егет һәм ҡыҙҙарыбыҙға өмөттәребеҙ ҙур.
Айбулат Юнысов етәкселегендәге «Башҡортостан» киностудияһында киләсәктә зауыҡлы һәм фәһемле, тарихи, нәфис, анимация һәм башҡа төрлө жанрҙарҙа республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең ғорурлығы булырҙай фильмдар ижад итергә, уңыштарға ирешергә яҙһын!

Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 25 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бүләктәре ҡыҙыҡ булмаҡсы
  • Төрлөһө
  • Режиссерҙың һуңғы эше
  • Кино төшөрөүе еңелме?
  • Ҡош тәпәйе менән Төркиәгә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru