
Һеҙҙең алдығыҙҙа милли кейемдәге нескә билле, серле ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт ҡыҙы Илгизә Муллабаева. Ул 1990 йылда Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
Илгизә бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә һәм әлеге ваҡытта тынлы инструменттар бүлегендә 3-сө курста белем ала. Ул үҙенең моңло тауышы, бейеүгә маһирлығы менән дә таң ҡалдыра.
«Тормош бер генә, уның һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылам», – ти ул. Киләсәктә, уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошон йыр менән бәйләп, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәй Илгизә.
Самат ҠОТЛОЕВ,
БДУ студенты.