Ҡарама кешенең һүҙенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Францияның «баш»ына еттеләр... Сиратта кем?..
» Үәт, ҡыҙыҡ!
» Ҡыйғыла – яңы башлыҡ
» Йыйыштырыу түгел, ә осош!
» «Йөҙ йәш тулған һымаҡ та түг ...
» Бәреп төшөрөлгән «Ил-2» самолетының ...



Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
– Ирек өйләнгән. Кәләше менән икеһен бергә күрҙем.
– Шунан, кәләше нисек һуң?
– Стена һымаҡ.
– Шундай һимеҙме ни?
– Юҡ.
– Шымамы ни?
– Юҡ.
– Улай булғас, нимә һуң?
– Штукатуркаһы күп.

* * *
– Олатайым миңә үҙенең йәш сағында минең йәштәге балаларҙың нисек йәшәүе хаҡында һөйләне. Улар урманға бәшмәк, еләк йыйырға йөрөгән, ихатала футбол уйнаған, йылғала һыу ингән, балыҡ тотҡан. Ул меҫкендәр быларҙы телевизор һәм компьютерҙары булмағанға эшләгән.

* * *
Мин элек теннис, футбол, хоккей уйнай торғайным, шахмат һәм керлинг менән шөғөлләнә инем. Тик бөтәһе лә улым компьютерымды боҙғас та тамамланды.

* * *
Тәфтишсе прорабтан:
– Шунан, hеҙҙең эшсегеҙ, бейектән ҡолап төшөп, hәләк булғас, нишләнегеҙ? – тип hорай.
– Мин тиҙ генә склад­ҡа йүгереп барып, монтаж ҡайышын алып килеп уға кейҙерҙем, – тигән прораб.

* * *
– Бурысҡа 1000 hум аҡса биреп тор әле.
– Париждан ҡайтҡас та.
– Парижға барырға йыйынаhыңмы ни?
– Уйлағаным да юҡ.

* * *
– Һылыуҡай, ниңә һеҙ миңә ата-әсәйегеҙ да­чаға киткән һымаҡ итеп ҡарай­һығыҙ?..

* * *
– Гөлгөнә Әхмәтовна, Ильяс синыф таҡтаhына hүгенеү hүҙҙәре яҙҙы, – тип ошаҡлаша Илгиз.
– Ә ниңә hин уға бер hүҙ ҙә әйтмәнең hуң?
– Нишләп әйтмәйем ти, ул hүҙҙәрҙе бит уға мин әйтеп торҙом, – тигән малай, онотолоп китеп.
* * *
– Атай, ә ниңә беҙҙең ғаиләлә әсәйем етәксе?
– Сөнки ир кеше өсөн ғаилә – тыл, ҡатын-ҡыҙ өсөн – фронт.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 25 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көләмәстәр
  • Көлкөлиум
  • Көләмәстәр
  • «Донъяла намыҫ менән йәшәргә кәрә ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru