Кеше эше - ярты эш, үҙ эшең - бөтөн эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» «Йәшлек» гәзитенең 2008 йылғы лауреаттары
» Белем көнө менән!
» Моң беҙҙе дуҫлаштыра, моң беҙu ...
» Программа раҫланды
» Киҙеү һөжүменә әҙер бу ...
» Үәт, ҡыҙыҡ!



Тәмәке ғүмер оҙонлоғон иҫәпләй Яңылыҡтар » Иғтибар
Никотин, аммиак, сероводород, бензопирен, азот, углерод окисе, эфир майҙары... Тәмле исемлекме? Ер шарының миллиардтан ашыу өлкән кешеһе хор менән: Эйе! – тип яуаплар. Кемдәр һуң улар, үлемесле химик коктейль һурыусылар? Яуап шундай: тәмәке тартыусылар. Уларҙың дүрт миллионы йыл һайын үләсәк. «Тәмәжник»тәрҙең ҡатындары ла йәштәштәренән дүрт йылға иртәрәк донъя ҡуясаҡ. Нәҡ ошолай фаразлана. Ә хәҙер сағыштырып ҡарайыҡ: Ленинград блокадаһында миллиондан ашыу кеше үлгән, Бөйөк Лондон чумаһында – 100 мең. Беренсе донъя һуғышында 6 миллионға яҡын кеше һәләк булған. Былар кешелек тарихында иң ҙур һәләкәттәрҙән һанала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре белдереүенсә, XXI быуатта никотин бәйлелегенән бер миллиард кешенең ғүмере ҡыйыласаҡ.

Тәмәке төтөнө – ағыу гөлләмәһе
Бер һорау тыуа: тәмәкеселәр, һеҙ, мәҫәлән, формальдегид эсергә риза булыр инегеҙме? Йәки оҙаҡ ваҡыт метан газын еҫкәргә? Бәлки, һөрөм еҫе тулған бүлмәлә сәғәттәр буйы ултырырға теләйһегеҙҙер? Ыңғай яуап биреүсе булмаҫ. Һуң һеҙ бит быларҙың барыһын да эшләйһегеҙ! Етмәһә, аҡса түләп. Сөнки... тәмәке төтөнө түбәндәгеләрҙән тора:
Никотин – наркотик, көслө ағыу. Организмға үтеп инә һәм мөһим органдарҙың функцияһын боҙа.
Ыҫмала – газ, һыу, наркотиктан башҡа төтөндәге бөтә матдә. Төтөн ауыҙға аэрозоль рәүешендә инә. Һыуынғас, ул ыҫмалаға әйләнә һәм тын юлдарына урынлаша.
Канцерогендар. Тәмәке төтөнө канцерогендарының химик тәбиғәте күп төрлө. Бында бензол, кадмий, мышаяҡ, никель, хром, 2-нафтил-амин, винил хлориды, аминобифенил, бериллий туплан­ған.
Һөрөм еҫе (угарный газ) – гемоглобинға тәьҫире кислородтыҡына ҡарағанда 200 тапҡыр юғары. Шунлыҡтан ул ҡандың кислород һеңдереү һәләтен кәметә.
Акролеин (грексанан – әсе май) һөрөм еҫенә оҡшаш. Онкологик сирҙәр үҫешен көсәйтә, цистит барлыҡҡа килеүгә уңайлы шарттар булдыра, астма сәбәпсеһе лә.
Тәмәке төтөнөндә 76 металл бар. Мәҫәлән, ундағы мышаяҡ, хром һәм уларҙың ҡушылмаларының яман шешкә килтереүе раҫлан­ған. Башҡалары ла файҙалынан түгел.
Бутан – зажигалка тоҡандырғыс һаҫыҡ матдә, үпкәне бөтөрөүсе газ. Көн һайын шуны әллә нисәмә тапҡыр еҫкәү шәпме икән?
Формальдегид – мәйетханала мәйет боҙолмаһын өсөн һибелгән шыйыҡса.
Толуол – иреткес (растворитель).
Ацетон – тырнаҡ лагын һөртөп ташлау өсөн ҡулланылған шыйыҡса.
Аммоний – унитаз таҙартҡыс.
Нафталин – көйә күбәләгенә ҡаршы сара.
Нитробензен – автомобиль яғыу­лығына ҡуша торған матдә.
Винилхлорид – пластмасса.
Тәмәке ғүмер оҙонлоғон иҫәпләй
Тәмәкене нисек ташларға?
Иң ябай ысул – онотоу. Бөтә донъяңды онотоу түгел, ә тәмәке тартҡы килеүҙе онотоу. Ихтыяр көсөн һынап ҡарарға тура килә инде. Халыҡта: «Көнбағыш бөтә эште оноттора», – тигән һүҙ бар. Шуны ҡулланып ҡарағыҙ. Тартҡығыҙ килгән һайын көнбағыш сиртегеҙ. Был, бәлки, бигерәк бер ҡатлы алымдыр, шулай ҙа үҙ-үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, ғөмүмән, кешелекте ағыулауға ҡарағанда һәйбәтерәк.
Тағы бер нисә алым. Тәмәке тартҡы килгән һайын 2 – 3 стакан һыу йә һут эсергә. Һулыш гимнастикаһы эшләргә. Ысынлап ташлағығыҙ килһә, тәмәкеселәргә яҡын бармай тороғоҙ. Еңелерәк үҙләштерелә торған ризыҡ ашағыҙ. Бер минут та шөғөлһөҙ тормағыҙ – тәмәке иҫегеҙгә төшөр. Саф һауала күберәк йөрөгөҙ. Биш көн нисек тә тартмай түҙһәгеҙ, ҡалғаны еңелерәк булыр.
Немец белгестәре түбәндәге кәңәштәрҙе тоторға тәҡдим итә:
1. Тәмәкене берәр ҡап һатып алығыҙ.
2. Бер сигарет алғас, ҡабын йәшерегеҙ, күҙ алдында тотмағыҙ.
3. Фильтрлы тәмәкене генә ҡулланығыҙ.
4. Башҡаларҙың сигаретын тартмағыҙ, хатта һыйлаһалар ҙа.
5. Үҙегеҙ менән ҡабыҙғыс, шырпы йөрөтмәгеҙ.
6. Тәмәкене тоҡандырғас, бер һурығыҙ ҙа һүндерегеҙ.
7. Әкренләп эскә һурмай тартырға ғәҙәтләнегеҙ.
8. Иртәнге тәүге сигаретты мотлаҡ ашағас ҡына тартығыҙ.
9. Тартыу йышлығын кәметегеҙ.
10. Һирәк тарта башлағас, нисә һум аҡсағыҙҙы экономиялауығыҙҙы иҫәпләп сығарығыҙ.

Былар ҡыҙыҡлы

Таиландта тәмәкеселәр бик аҙ. Урамда ауыҙына тәмәке ҡапҡан ҡыҙ осраһа, уныһы ла сит илдән килеүсе була. Һатыуҙа тәмәке бик аҙ. Урамда төпсөктәр һибелеп ятмай. Уның ҡарауы, тәмәке тартыу менән бәйле йәмһеҙ һүрәттәр, зыянын белдереүсе плакаттар, сикләү билдәләре етерлек. Ошонан һуң кемдең тартҡыһы килһен инде?
Ҡаҙағстанда йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән төнгө клубтарҙа, дискотекаларҙа тәмәке тартыу тыйыла. Махсус тартыу урындары ла юҡ.
Донецкиҙа ҡала советы сессияһында ҡаланың 23 зонаһы «тәмәкеһеҙ һәм алкогол­һеҙ» тип билдәләнгән. Был урындарға парк, бульварҙар, мәктәп, спорт майҙандары яны, ихаталарҙың уйын майҙандары индерелгән.
Финляндия Европала тәүгеләрҙән булып тәмәкенән тулыһынса баш тартыу программаһын төҙөй. Хөкүмәт күҙаллауынса, 2040 йылға ил никотин бәйлелегенән бөтөнләй азат дәүләт буласаҡ.
Англияла ла эш урындарында, ресторан-кафеларҙа, клубтар­ҙа, вокзал-туҡталыштарҙа тартыуҙы сикләү тураһында закон эшләй. Уны боҙоусыларға 50 фунт (2 250 һум самаһы) штраф ҡарал­ған. Ә беҙҙең туҡталыштарҙа нимә күрәһегеҙ?!
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ябыҡ биналарҙа, стадиондарҙа тартырға ярамай. 12 йәшкә тиклемге бала ултырған автомобилдә лә тартыу тыйыла. Сигарет бер нисә махсус урында ғына һатыла. Был юҫыҡта хоҡуҡ боҙоусыларға бер миллион дирхәмгә тиклем (270 мең доллар) штраф, ике йылға тиклем төрмә янай.

Әйткәндәй

Тәмәке көйрәтеүсенең үпкәләре бигерәк ауыр хәлдә. Дизайнерҙар, ошо хаҡта иҫкәртмәксе булып, үҙенсәлекле көл һауыты уйлап тапҡан. Уның тышҡы йөҙө ябай ғына. Ә бына төбө үпкәләрҙе хәтерләтә. Улар сигарет теймәгән саҡта ғәҙәти. Тәмәке көлө тейеү менән ҡот осҡос тауыш сығарып йүтәлләй башлайҙар, ти. Нәҡ ысын үпкәләр кеүек инде. Бындай бүләкте тәмәкесе, бәлки, ҡулланмаҫ та, әммә уның һаулығы һауытты бүләк итеүсене нисек борсоғанын аңлар, тигән өмөттә дизайнерҙар. Әллә инде...
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 29 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тартырғамы, тартмаҫҡамы – һәр кемдең &# ...
  • ТАРТЫУҘЫ ТАШЛАҒЫҘ!
  • ФАЙҘАҺЫ ЮҠ, ЗАРАРЫ КҮП
  • КҮПТӘН КӘРӘК ИНЕ
  • Кем кемде еңер?
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru