Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр?» Яңылыҡтар

    Ошо исемдәге Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостанда ла үтә . Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт 1 июндән 30-ына тиклем барасаҡ акция сиктәрендә төрлө саралар ойоштора. Республика наркополицияһы ла бында әүҙем ҡатнашасаҡ. Иң мөһиме, 8-800-347-20-30, 250-20-30 һандарынан торған «ышаныс телефоны» тәүлек әйләнәһенә халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Һеҙ наркотиктар һатҡан, әҙерләгән, һаҡлаған, ҡулланған урындарҙы белһәгеҙ, нәҡ шул һандар буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. Шулай уҡ ведомствоның махсус сайтына (www .gnkrb .ru) инеп, һорау бирергә лә мөмкин.
    БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролләү идаралығы етәксеһе Валерий Кокин белдереүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәтселек менән бәйләнеше һәр саҡ ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим мәсьәләләр күтәрелде Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, РФ Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашты.
    Көн тәртибенә 35 мәсьәлә, шул иҫәптән 22 республика һәм өс федераль закон проекты, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең сығышын тыңлау, мировой судьялар һайлау һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡуйылды.
    Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры асты. Ул 2009 йылда республикала ауыл хужалығы программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Раил Сәлих улы ауыл хужалығы биләмәләрен тотороҡло үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, ауыл хужалығының финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү, өҫтөнлөклө тармаҡтарын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү мәсьәләләренә туҡталды һәм 2010 йылға ауыл хужалығы үҫешенә күҙәтеү яһаны.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡындарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ! Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолған «Мине иҫкә ал» социаль-патриотик акцияһы дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла республика халҡын әлеге проектта ҡатнашырға һәм яҡындарын, туғандарын иҫкә алырға саҡыра. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһын роbeda@bashtv.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Улар БСТ каналы сайтына – www. tv-rb. ru ҡуйыласаҡ.
    Фронтта ҡатнашыусыларҙың исем-фамилияһын, тыуған йылын, ҡайһы фронтта һуғышыуын күрһәтергә онотмағыҙ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бюджет яңынан ҡаралды Иҡтисад

    Яңы закон проекты Башҡортос­тан Республикаһы бюджетының 2 млрд 39,9 млн һумға, сығымдар­ҙың 3 млрд 911,8 млн һумға артыуын күҙаллай. Бюджет күләме ошо асыҡлауҙарҙан һуң 66 млрд 138,4 млн һум һәм сығымдар буйынса 14 млрд 519,0 млн һум дефицит менән 80 млрд 657,4 млн һум тәшкил итәсәк, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров.
    Бюджеттың һан параметрҙары буйынса билдәләнгән үҙгәрештәр­ҙе Айрат Ғәскәров бер нисә төркөмгә бүлде. Беренсе төркөм Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға алынған кире ҡайтарылмай торған аҡсаға – 1 млрд 451,8 млн һум суммаға бәйле.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәүефһеҙлек – көн үҙәгендә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәүҙә граждандар оборонаһы проблемаһы буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Шувалов үткәрҙе. Кәңәшмә «Комплекслы хәүефһеҙлек – 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә граждандар оборонаһын ойоштороу һәм хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарға халыҡты яҡлау сараларын күреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Форумға федераль органдарҙың һәм РФ төбәктеренең башҡарма власть органдары етәкселәре лә саҡы­рылды.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Районыбыҙ ғорурлығы Мәғәриф

    Районыбыҙ ғорурлығыКөйөргәҙе районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Таймаҫ урта мәктәбе үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдә гимназия статусында эшләй башланы. Хәҙер ул Яңы Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге башҡорт гимназия-интернаты тип атала. Был уҡыу йортонда 181 уҡыусы белем эстәй. Бынан тыш, Төкән, Марьевка, Ялсыҡай ауылдарында филиалдар асылды. Гимназия директоры Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усманова үҙенең һәм коллективтың дөйөм шатлығы менән ихлас бүлеште.
    – Гүзәл Фәтиховна, беренсенән, һеҙҙе һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым. Ошо ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙ тураһында бәйән итһәгеҙ ине.
    – Рәхмәт. 2005 йылда район хакимиәте башлығы Ә. Ҡотләхмәтовтың ҡарары менән белем усағында башҡорт гимназия кластары булдырылғайны. Биш йыл дауамында мәктәп ауыл шарттарында һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү буйынса эксперименталь майҙансыҡ булып торҙо, йәғни «Милли мәктәп шарттарында ижади шәхестәр үҫтереү» темаһы буйынса эксперименталь эш ярҙамында мәктәбебеҙ мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштар яуланы.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыусының хеҙмәте баһаланды Мәғәриф

    Уҡыу энә менән ҡойо ҡаҙыу, ти халыҡ мәҡәле. Әммә ауыр хеҙмәтеңдең, түккән көсөңдөң һөҙөмтәһен күреү бөтә ауырлыҡтарҙы оноттора, тик яҡты матур уйҙар ғына ҡалдыра торғандыр. Шуның кеүек үк, ошо көндәрҙә ресубликаның бер төркөм уҡыусылары, үҙҙәренең уңыштарын күреп, тырышлыҡтарының лайыҡлы баһаһын татып һөйөндө. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте.
    Унда уҡыусыларҙың 2010 йылғы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың уҡытыусылары йыйылды. Олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы йыл һайын үткәрелә. Әммә быйыл ул айырыуса тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Рәсәй кимәлендә үҙҙәрен танытып ҡайтҡан уҡыу алдынғылары хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, матур концерт ойошторолдо, хатта фуршет әҙерләнгәйне.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һау бул, спартакиада! Мәғәриф

    Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының ихатаһы күңелле тауыштарҙан, дәртле йыр-моңдан гөж килеп, бал ҡорттары күселәй ҡайнай. Аптырайһы ла түгел, сөнки унда – байрам! Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан тиҫтәнән ашыу гимназия-лицей уҡыусылары ҡатнашҡан ХII спартакиаданы йомғаҡлау хөрмәтенә ойошторолған һабантуй бара. Уҡыу­сыларҙы сираттағы уҡыу йылы тамамланыу уңайынан ҡотларға мәғариф министры З. Аллаяров, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы П. Качкаев, БР йәштәр эштәре, спорт һәм туризм министры А. Никерин килгәйне.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru