Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еләк һатығыҙ
  • Йондоҙнамә
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе активисы – экстремист?! Яңылыҡтар

    Өфөнөң Совет районы суды 22 йәшлек Константин Пермяковҡа ҡарата РФ Енәйәт кодексының дүрт статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарған.
    Егет интернет селтәрендә экстремистик характерҙағы материалдар таратыуҙа ғәйепләнә. Нимәһе аптырата: йәш кешене ҡулға алғанда ул оперативниктарға «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе активисы кенәгәһен күрһәткән. Нимә була инде был? Абруйлы партия, уның сафында Рәсәйҙең, илебеҙ төбәктәренең билдәле сәйәсмәндәре, күп кенә Хөкүмәт ағзалары тора. Ә активистары ана ни ҡыла!

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ырыуҙары – юйылмаҫ тарих Яңылыҡтар

    Хәбәр итеүебеҙсә, Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Ишембай районында урынлашҡан Торатауҙа «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексына нигеҙ ташы һалынасаҡ. Әле Башҡортостанда иң яҡшы проектҡа республика асыҡ конкурсы иғлан ителгән.
    Конкурста профессиональ скульптор һәм архитекторҙар ҡатнаша ала. Эштәрҙе БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18, 212-се бүлмә) 1 июлдән дә һуңға ҡалмай килтерергә кәрәк. Мемориаль комплекс башҡорт ырыу­ҙары исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырыла, шунлыҡтан проект та ошонан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш. Еңеүсегә мемориалды төҙөү буйынса заказды үтәүгә хоҡуҡ бирелә.
    БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт
    министрлығының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоролоҡ кәртә булырға тейеш түгел Яңылыҡтар

    Республиканың өс районында Баш­ҡортостан гидрометеорология үҙәге синоптиктары ҡоролоҡ күҙәтелеүен раҫланы. Вегетация осоронда Туймазы, Йылайыр, Хәйбулла райондарында айҙан ашыу ямғыр яуманы. Быны Аҡъяр, Туймазы һәм Йылайырҙа урынлашҡан метеостанциялар дәлилләй. Тәбиғәттең ошо хәүефле күренеше менән бәйле, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтарына тәҡдим-кәңәштәрен еткерҙе.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсеүлектәр эшкәртелә Яңылыҡтар

    Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 26 райондың ауыл хужалығы предприятиелары сәсеүҙе тамамланы. 32 район яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү планын үтәгән. Айырым райондарҙа, ҡоролоҡто иҫәптә тотоп, сәсеүлек майҙандарының структураһы бер аҙ үҙгәртелгән. Уға ярашлы, бер йыллыҡ үләндәр сәселгән.
    Әле баҫыуҙарҙа сәсеүлектәрҙе эшкәртеү бара, химик утау үткәрелә. Бында Көйөргәҙе районы хужалыҡтары алда бара. 14266 гектар көнбағыштың 7000 гектары (49%) культивацияланған, шәкәр сөгөлдөрө плантацияһының 64 проценты эшкәртелгән.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тау сәнәғәте үҫешә Яңылыҡтар

    Хәйбулла районында Президент Мортаза Рәхимов, Премьер-министр Раил Сарбаев, «УГМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты Искәндәр Мәхмүдов, «УГМК-Холдинг»ының генераль директоры Андрей Козицын «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында булды. Улар бында буласаҡ байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөшө майҙанын ҡараны, «Юбилей» тип аталасаҡ яңы ер аҫты руднигына нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты.
    «Юбилей» баҡыр-цинк мәғдәне ятҡылығы 1966 йылда асылған һәм бөгөнгә тиклем илдә иң эреләрҙән һанала. Ундағы руда запасы яҡынса 110 миллион тонна тәшкил итә, шулай уҡ 1,6 миллион тонна баҡыр, 1 миллион тоннанан ашыу цинк, 161 тонна алтын, 1310 тонна көмөш бар. Предприятие өс йыл элек һоро тимер рудаһын эшкәртә башлаған. Ятҡылыҡ базаһында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү күҙаллана. Әйткәндәй, «Башҡорт баҡыры»на белгестәр әҙерләү эшен Аҡъяр тау колледжы үҙ өҫтөнә алған.
    А. ЗИННУРОВА.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат быялаһы үрҙәр яулай Яңылыҡтар

    Мортаза Рәхимов «Салауатбыяла» йәмғиәтендә булып, предприятие яңылыҡтары, модернизациялау һәм инвестиция пландары менән танышты.
    Юғары маркалы быяла етештереү буйынса яңы линия бында 2008 йылда сафҡа индерелгән. Ә цехтың бөтә комплексы быйыл файҙаланыуға тапшырылған. Яңы линия тәүлегенә 500 тонна продукция етештерә ала.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ибраһимовтар, афарин! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Сибай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Уҡыу йылы аҙағы, имтихандарға әҙерлек осоро булыуға ҡарамаҫтан, һәр мәктәп, бәйгегә етди ҡарап, ихлас әҙерләнгән.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухлы тәрбиәң өсөн рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Олатайым Фәсхетдин Ғималетдин улы Ҡаранаев – тыл һәм педагогия хеҙмәте ветераны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның атаһын да, ағаһын да фронтҡа алалар. Шуға ла ғаиләлә иң өлкән ир заты булып ҡалған үҫмергә һынауҙарҙы күп татырға тура килә. Ауыр шарттарҙа үҫергә тура килһә лә, олатайым бер ваҡытта ла рух ныҡлығын юғалтмай, белем алыу теләге менән яна – Өфөләге педагогия институтының ике факультетын тамамлап, ике юғары белем алған олатайым менән ғорурланабыҙ.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru