Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Металл һәм таш
  • Изгелектә ярышыр ай
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Урал батыр вариҫтары Берҙәм, зирәк Яңылыҡтар » Спорт

    Сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалаған Башҡорт йәштәре иттифағы былтыр Өфө мәктәптәрендә «Урал батыр вариҫтары» тигән спорт сараһы ойошторғайны. Ул бик күп уҡыусыны ҡыҙыҡһындырҙы, сәмләндерҙе. Быйыл икенсе асыҡ чемпионатта ла йәш спорт һөйөүселәр теләп ҡатнашты. 23 майҙа Урал батыр вариҫтарының еңеүселәре бүләкләнде.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ере – йыр-моң бишеге Яңылыҡтар » Конкурстар

    Баш ҡалабыҙҙа «Урал моңо – 2010» конкурс-фестивале үтәсәк
    Төрки йәштәрҙең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестивале Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. 1992 йылда «Йәшлек» гәзите, Башҡорт йәштәре иттифағы һәм «Ант» студияһы тарафынан башҡорт эстрада һәм рок музыкаһы республика фестивале булараҡ ойошторола башлаған сара 1995 йылда халыҡ-ара конкурс статусы ала. Төрки йәштәрҙең заманса милли музыка сәнғәтен пропагандалау, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау, төрки халыҡтар араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү конкурс-фестивалдең төп маҡсаты һәм бурысы булып тора.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошта ла һынатмаҫтар Мәғәриф

    Тормошта ла һынатмаҫтар
    Дүртөйлө башҡорт гимназияһы тәүге ҡарлуғастарын осорҙо – быйыл уны 22 егет һәм ҡыҙ тамамлай
    Дүртөйлө районындағы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы менән «Йәшлек»тең дуҫлығы инде бер нисә йыл дауам итә. Шуға күрә лә беҙҙең осрашыуҙар йыш ҡабатланып тора. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһына ҡунаҡҡа саҡырғас, бик теләп юлға сыҡтыҡ. Уҡыусылар шау-гөр килеп байрам тантанаһына әҙерләнгәндә, мәктәп директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова менән әңгәмәләшергә форсат тейҙе.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    йәштәр һабантуйына килегеҙ! Башҡортостан » Милли проекттар

    Бик матур йолаға әүерелгән һабантуйҙы күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ыңғай тәьҫораттарға, йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай байрам йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы быйыл бөтә йәштәр өсөн студенттар һабантуйын уҙғара.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башкирин»мы? Әллә «башкир»мы? Башҡортостан

    Теле барҙың – иле бар! Бик тә дөрөҫ мәҡәл. Әммә нисек шул телде боҙмай, юғалтмай, бутатмай ғына матур итеп һөйләшергә һуң?
    Элек был мәсьәләне яйға һалыуҙа иң беренсе урында мәктәп һәм уҡытыусылар тора ине. Ә хәҙер уларға радио, телевидение ла ҡушылды. Әммә унда ла тапшырыуҙарҙы алып барыу­сылар, журналистарҙың ҡайһы берҙәре «үҙ телдәрендә» һөйләшкәнсә яҙа. Мин бер мәҡәләмдә «дәүләт банкы» менән хужалыҡта ҡулланылған «ҡыяр банкаһы», «соус банкаһы» һ. б. тураһында яҙғайным инде. Был юлы урыҫса дөрөҫ һөйләшәбеҙме-юҡмы икәнен асыҡлап үтергә теләйем. Эйе, урыҫса «артист», «артистка» тигән һөнәр бар. Ә беҙҙең башҡорт телен­дә «мужской, женский, средний род» тигән төшөнсә юҡ бит. Шулай булғас, ниңә һуң, тырышып-тырмашып, вата-емерә «артисткаһы» йә «актрисаһы» тип яңы һүҙҙәр табырға тырышабыҙ? Ул ғына ла түгел, дәүләтебеҙ маҡтаулы исемдәр биргәндә лә, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, «Башҡортостандың атҡаҙанған» йәки «халыҡ артисы» тип бирелә! Һис кенә лә «артисткаһы» түгел. Шулай булғас, ниңә ул Указды «дөрөҫләргә»?

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙ хоҡуҡтаығыҙҙы белмәһәгеҙ, ярҙам итербеҙ» Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Үҙ хоҡуҡтаығыҙҙы белмәһәгеҙ, ярҙам итербеҙ»
    Был тормошта бер кем дә хата-хә­тәрҙәрҙән, бәлә-ҡа­за­нан әрсәләнмәгән: уйламаған ерҙә абынып-һөрөнөүең, яҙа баҫыуың, алданыуың, йәберләнеүең, зыян күреүең ихтимал. Ошондай осраҡта үҙеңде лә, башҡаларҙы ла яҡлау юлдарын, хоҡуҡтарыбыҙҙы, бурыстарыбыҙҙы беләбеҙме? Кемдән ярҙам көтөргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
    Бына ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, хоҡуҡ белгестәре Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының төп филиалын асырға була һәм башҡорт телен дә, рус телен дә берҙәй камил белгән белгестәрҙе туплай. Шуларҙың береһе – филиал мөдире Гүзәл Фуат ҡыҙы ХАРРАСОВАҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итергә булдыҡ.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙҙәренән үрнәк алырлыҡ! Сәләмәтлек

    1988 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 31 май Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө тип иғлан ителде. Донъя йәмәғәтселеге алдына егерме беренсе быуатҡа тәмәкенән арыныу бурысы ҡуйыла. Шулай ҙа ул бөгөн дә ҡотолғоһоҙ проблема һанала, никотинға ҡаршы көрәш һаманғаса дауам итә.
    Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын тәмәкенән 300 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Был хатта юл-транспорт фажиғәләренән, наркотик ҡулланыуҙан йәки СПИД-тан үлеүселәргә ҡарағанда ла күберәк.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәмәке ғүмер оҙонлоғон иҫәпләй Яңылыҡтар » Иғтибар

    Тәмәке ғүмер оҙонлоғон иҫәпләй
    Никотин, аммиак, сероводород, бензопирен, азот, углерод окисе, эфир майҙары... Тәмле исемлекме? Ер шарының миллиардтан ашыу өлкән кешеһе хор менән: Эйе! – тип яуаплар. Кемдәр һуң улар, үлемесле химик коктейль һурыусылар? Яуап шундай: тәмәке тартыусылар. Уларҙың дүрт миллионы йыл һайын үләсәк. «Тәмәжник»тәрҙең ҡатындары ла йәштәштәренән дүрт йылға иртәрәк донъя ҡуясаҡ. Нәҡ ошолай фаразлана. Ә хәҙер сағыштырып ҡарайыҡ: Ленинград блокадаһында миллиондан ашыу кеше үлгән, Бөйөк Лондон чумаһында – 100 мең. Беренсе донъя һуғышында 6 миллионға яҡын кеше һәләк булған. Былар кешелек тарихында иң ҙур һәләкәттәрҙән һанала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре белдереүенсә, XXI быуатта никотин бәйлелегенән бер миллиард кешенең ғүмере ҡыйыласаҡ.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru