Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы

Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Ай башы
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!

  • Йондоҙнамә ---

    31 май – 6 июнь
    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Аҙна барышында башығыҙҙа яңы фе­кер­ҙәр, өмөтлө уйҙар тыуыр. Ижадҡа яҡын булғандарҙың эштәре бигерәк тә яҡшы барыр. Иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алыуығыҙ ҙа зыян килтермәҫ. Туғандарығыҙ менән арағыҙ йылыныр.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Бурҙың ҡиәфәтен иҫегеҙгә төшөрә алаһығыҙмы?
    – Әлбиттә, оҙон буйлы, таҡыр башлы, һаҡал-мыйыҡлы...
    – Ир-егетме, әллә ҡатын-ҡыҙмы?

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды Яңылыҡтар » Спорт

    Юлаевсыларға КХЛ-дың бүләктәре тапшырылды
    Мәскәүҙә КХЛ беренселегенең йомғаҡлау кисәһе үтте. Байрам тантанаһында уҙған миҙгел геройҙарына 20 номинация буйынса приздар тапшырылды. Шулар араһынан бронза миҙал призеры «Салауат Юлаев» командаһы дүрт номинацияла бүләккә лайыҡ булды. Чемпионатта юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн (260 шайба) өфөләр Всеволод Бобров исемендәге приз менән бүләкләнһә, шәхси күрһәткестәр буйынса Норвегия легионеры Патрик Торесен «Иң файҙалы уйынсы» призын яуланы. Шулай уҡ Александр Радулов, беренселектең иң ҡиммәтле хоккейсыһы булараҡ, «Алтын сәкән» наградаһына лайыҡ булды.
    «Алтын шлем» номинацияһында алты уйынсы билдәләнде. Улар араһында ла юлаевсылар бар. Һаҡсы Дмитрий Калинин менән әлеге лә баяғы Александр Радуловҡа ошо юғары награда бирелде.
    Н. Тимеров.

    «Йәш ҡалам тиһәгеҙ, «Йәшлек»тән айырылмағыҙ» Яңылыҡтар

    Земфира БАЙБУЛДИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:
    «Йәш ҡалам тиһәгеҙ, «Йәшлек»тән айырылмағыҙ»
    – «Йәшлек» – йәштәрҙең тормошо менән йәшәгән гәзит ул. Йәштәр баҫмаһы, милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәрен күҙ уңында тотоп, заманға яраҡлашып эшләй – был бик мөһим. Ни тиһәң дә, матбуғаттың төп йүнәлеше – халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү. «Йәшлек» ошо юҫыҡта матур мәҡәләләре, ихласлығы, кәрәк саҡта аҡыллы уҫаллығы менән дә алдыра!
    Гәзиткә «Йәшлек» тигән матур исем юҡтан ғына бирелмәгән бит. Шуға ла йәш ҡалам, һәр ваҡыт матур, серле, аҡыллы булам тиһәң, «Йәшлек»те уҡыр­ға кәрәк! Унда республиканың көнитмеше сағыла, кәңәштәр бирелә, теге йәки был мәсьәләне сисеү юлдары күрһәтелә. Тормош еңел генә түгел. Шуға ла һиңә ярҙам итергә торған сараларҙан баш тартмаһаң – уңырһың!

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәттәшлектән ике яҡ та ҡәнәғәт Яңылыҡтар

    Италияның эшлекле даирәләре Башҡортостан йөҙөндә ышаныслы партнер күрә

    Республика йортонда Президент Мортаза Рәхимов Италия – Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Розарио Алессандрелло менән эш осрашыуы үткәрҙе. Рәсми ҡунаҡ Италияның сауҙа-иҡтисади миссияһы етәкселегендә эшлекле даирәләрҙең Италия – Башҡортостан форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
    Осрашыу барышында ике яҡ араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү мәсьә­ләләре ҡаралды.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гимназиям, иҫтә ҡалырһың! Мәғәриф

    Гимназиям, иҫтә ҡалырһың!
    Һуңғы ҡыңғырау үҙ ваҡытында һәр кем өсөн шылтырай. Ул үҙ аллы ғүмер башланғысына юл да, өлкәнәйеүҙе белдереүсе ниндәйҙер бер символ да булып тора. Моңһоу, тиҙәр мәктәптә яңғыраған һуңғы ҡыңғырауҙы. Ә шулай ҙа тантана, байрам рәүешле үтә ул.
    Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы 25 майҙа тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй тойолдо. Аҡ алъяпҡыстар кейгән, аҡ таҫмалар таҡҡан ҡыҙҙар, һомғолланып киткән кеүек күренгән ыҫпай егеттәр – мәктәп тамамлаусылар шулай матурлай ине гимназияны.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау сыңланы Мәғәриф

    25 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә мәктәпте тамамлауға арналған тантаналы линейкалар үтте. Һуңғы ҡыңғырау — балалыҡтың тамамланыу символы һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу дәлиле булараҡ, республиканың 46 мең туғыҙынсы синыф һәм 27 меңдән ашыу ун беренсе синыф уҡыусыһы өсөн яңғыраны.
    Был тантаналы көн менән егет һәм ҡыҙ­ҙарҙы БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. "Ҡулығыҙға аттестат алып һәм мәктәп тупһаһынан сығып, һеҙ үҙегеҙҙе яңы өлкәлә, яңы категорияла һынап ҡараясаҡһығыҙ. Бөгөн һеҙҙә энтузиазм көслө – алдығыҙҙа бик күп төрлө юлдар, улар аша үтеп, мотлаҡ үҙ хыялығыҙға ирешәсәкһегеҙ. Иң мөһиме – дөрөҫ юл һайлау. Артабан һеҙҙән үҙ аллы яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтлелеге лә, ҡуйылған маҡсатыңа өлгәшеүгә ынтылыш та, интеллектуаль һәм шәхси ижади мөмкинлектәреңде кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү оҫталығы ла талап ителәсәк. Был сифаттар алда торған юғары һәм урта махсус уҡыу йортона инеү һынауҙарында ғына түгел, шулай уҡ профессиональ карьераңды ҡорғанда, тормошоңда өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләгәндә һәм бойомға ашырғанда ла үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ", – тине ул.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru