Көсө етмәгән ҙур күтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Йондоҙнамә
  • Яңылыҡтар
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    n Башҡортостан Республи­ка­һы Президенты Мортаза Рәхимов эшҡыуарҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа эшҡыуарлыҡтың со­циаль яуаплылығы күтәрелеүе билдәләнеп, уның кешеләрҙең көнкүрешен һәм йәшәү кимәлен яҡшыртыуға индергән өлөшөнә юғары баһа бирелә. Тармаҡҡа ярҙам күрһәтеү ҙә дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө, мәҫәлән, былтыр Башҡортостандың 1100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 1,8 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дауаланыу ауыр, хатта мөмкин түгел Яңылыҡтар

    «Башинформ» агентлығында үткән сираттағы матбуғат конференцияһында журналистар иғтибарына Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре төшөргән «Үлем ярымфабрикаттары» тип исемләнгән документаль фильм тәҡдим ителде.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш белгестәр белемле лә, сәләмәт тә буласаҡ Яңылыҡтар

    Йәш белгестәр белемле лә, сәләмәт тә буласаҡ
    Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары уҡыу йылы тамамланыуға бына тигән бүләк алды. Шишәмбелә бында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Уҡыу йорто өсөн мөһим ваҡиғала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтиәров ҡатнашты.
    Барыһын да спорт ҡоролмаһы асылыу менән ҡотлап, Раил Сарбаев, Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы тармағы өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә хаҡлы рәүештә республиканың төп ғилми һәм белем биреү үҙәге булып иҫәпләнә, тине.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәләр хәстәрлек өсөн рәхмәт уҡый Яңылыҡтар

    Кисә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бер төркөм әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы.
    Сираттағы тантанаға Башҡортостандың 29 районынан күп балалы әсәләр килгәйне. Улар араһында элекке союздаш республикалар – Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан вәкилдәре лә бар ине. Мәҫәлән, Дыуан райо­нынан Саодат Хаитова, республикала йәшәгән ете йыл эсендә Үзбәкстанға ҡайтып китергә тигән уй башыбыҙға инеп тә сыҡҡаны булманы, тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улына барлыҡ әсәләр исеменән рәхмәт белдерҙе.
    Асҡын районынан Рәфиҙә Хажиәхмәтова ла тантанаға шатлыҡлы хәбәр менән килгән. Ғаилә биш һәм унан да күберәк балалыларға бирелгән торлаҡ субсидияһына иркен һәм яҡты йорт һалып сыҡҡан. Әсә был оло ярҙам өсөн Президентыбыҙға бик рәхмәтле булыуын еткерҙе.
    Иң күп наградланыусылар – етешәр кеше – Әбйәлил һәм Дыуан райондарынан булды. Бөгөн биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттар­ға тапшырылған юғары дәүләт наградаһы биш мең самаһы әсәнең күкрәген биҙәй.

    «Башинформ».

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Раил Сарбаев нефть-газ комплексы предприятиелары ҡеүәтен баһаланы Яңылыҡтар

    «Газ. Нефть. Технологиялар – 2010» XVIII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе экспозицияларын ҡара­ған­дан һуң БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев яңы ҡорамалдарын ҡуйған республика предприятиеларына баһа бирҙе.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республикалағы иң мөһим күргәҙмә Яңылыҡтар

    Республикалағы иң мөһим  күргәҙмә
    Өфөнөң Спорт һарайында XVIII халыҡ-ара «Газ. Нефть. Техно­логия­лар – 2010» күргәҙмәһе асылды. Республиканың эшлекле тармағында иң мөһим сараларҙың береһе булған форумды асыу тантанаһына Башҡортостан Республика­һы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров һәм башҡалар килде.
    Президент Мортаза Рәхимов, экспофорумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, күргәҙмәлә нефть, газ тармағы лидерҙарының бергә тупланыуын билдәләне. Башҡор­тостандың нефть эшкәртеү заводтары Рәсәйҙә иң алдынғылар иҫәбендә икәнлеген дә әйтеп үтте. Ысынлап та, беҙҙә етештерелгән нефть продукцияһы тышҡы баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Журналистикаға йәш көстәр кәрәк Башҡортостан

    «Башинформ» агентлығында «Матбуғат өлкәһен кадрҙар менән тәьмин итеү проблемалары хаҡында» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда БР Президентының матбуғат хеҙмәте советнигы Нәфисә Билалова, БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр эштәре буйынса һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлегенең сектор мөдире Рөстәм Сәмиғуллин, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Венера Хәкимова, Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов, З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең дәүләт һәм муниципаль бүлеге начальнигы Лира Ғәзизова, республика, район баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, БР Журналистар союзы идараһы ағзалары ҡатнашты.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тупраҡ – башҡорт бәхетелер, бәхетебеҙҙең тәхетелер» Башҡортостан

    Беренсе Башҡорт хөкүмәтен ойоштороусыларҙың береһе, бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич ер тураһында «Тупраҡ» шиғырында бик дөрөҫ һәм халыҡсан әйтеп биргән:
    [i]Тупраҡ беҙҙең анабыҙ,
    Беҙ тупраҡҡа – балабыҙ.
    Тупраҡ беҙҙең атабыҙ,
    Беҙ тупраҡҡа ятабыҙ.
    Тупраҡ ҡәҙерен аңламау
    Беҙҙең өлкән хатабыҙ.
    Тупраҡ – башҡорт бәхетелер,
    Бәхетебеҙҙең тәхетелер.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru