Ашағанда икәү яҡшы, эшләгәндә өсәү яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Дини белем кәрәк
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшәрткән «Йәшлек» өсөн рәхмәт! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәҙерләп, яратып уҡыған «Йәшлег»ем! 82 йәшлек әбей булһам да, бер ҙә ҡартай­ғы килмәй, йәштәр гәзитен уҡып, уйланып, ҡыуанып йәшәйем.
    Мин мәктәптә эшләнем, киләсәк быуынды тәрбиәләгән кеше булараҡ, бер ваҡытта ла республика гәзиттәренән айырылырға ярамағанлығын яҡшы беләм. Балалар ҡыҙыҡһынған нәмәләр хаҡында ғына һөйләшеү бер хәл, уларҙа зауыҡ тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле! «Йәшлек» гәзитендә баҫылған бик күп мәҡәләне ҡулланып, һөйләшеүҙәр ойоштора инем. Әле, һикһәнемде тултырһам да, шул ғәҙәтемде ташлай алмайым – берәй ҡыҙыҡлы тема күреп ҡалһам, күршеләргә лә инеп, уҡып сығам. Шунан ултырып, һөйләшеп, кәңәшләшеп тә алабыҙ. Әйткәндәй, татар мәктәбендә эшләнем.
    Хәлдәр ошолайыраҡ булғас, кемгә рәхмәт әйтәһең инде? Әлбиттә, һеҙгә, хөрмәтле «Йәшлек» хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә уҡымлы гәзитегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Матур эшегеҙ милләттәштәребеҙҙә юғары зауыҡ тәрбиәләһен!

    Флорида СРУМОВА.
    Дүртөйлө районы,
    Түбәнге Аташ ауылы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китапханасыларға, журналистарға рәхмәт Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Шөкөр, яратҡан «Йәшлек» «Рәхмәт айлығы» ойоштороп, изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтте. Форсаттан файҙаланып, мин дә рәхмәттәремде еткереүҙе ниәтләнем дә, һанай башлаһам, был теҙмәгә уҡытыусыларымды, туғандарымды, коллегаларымды теркәп, исемлекте тағы ла дауам итһәк, осона сығып булмаҫ ине... Шуға ла миңә ҡарата изгелек күрһәткәндәрҙең барына ла түкмәй-сәсмәй оло рәхмәтемде белдереп, китапханасыларға һәм журналистарға шул уҡ хистәремде еткерәм.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    70 йәшкә еткерҙеләр! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Үҫмер генә сағымда, 14 йәштә комсомол­ға ингәс, ағайым мине «Ленинсы» гәзитенә яҙҙыртып ҡотланы. Шул осорҙан алып һеҙҙең гәзиттән айырылғаным юҡ. Гәзиттең исеме заманына күрә үҙгәреп торһа ла, йәштәрсә алынған йүнәлешенән бер ҙә ситкә тайпылманы. Хәҙер 70 йәштәмен инде, яңғыҙ ғына йәшәйем. Балаларым, Аллаға шөкөр, үҙ аллы тормош көтә.
    Алты баҫманы алдырып уҡыйым. Гәзит-журналһыҙ йорттоң йәме бармы ни ул?! «Рәхмәт айлығы»н иғлан итеп, шәп эшләнегеҙ әле. Әбйәлил районы медиктарына рәхмәт әйткем килә. Улар мине ваҡытында дауалағас, 70 йәшемде лә тултырҙым бына. Район дауаханаһынан табиптар Б. Усманов. И. Хисмәтов, Нәилә, Лилиә Салауат ҡыҙҙары, шәфҡәт туташтары Зөһрә, Фирҙәүес, Роза, Миләүшә, Фәимә, Зиләгә ҙур рәхмәт! Шулай уҡ Таштимер участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәтлемен. Барыһына ла бәхет теләйем!
    Фәйрүзә КӘРИМОВА.
    Әбйәлил районы,
    Ҡужан ауылы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат рухын тойҙоҡ Башҡортостан » Милли проекттар

    Иглиндар Салауаттың һуңғы төйәгендә – Эстонияла булып, милли батырыбыҙ һәйкәленә бер ус Мең ере тупрағы һалған
    Салауат рухын тойҙоҡ
    Башҡортомдоң данлы һәм шөһрәтле улдары араһында Салауат Юлаевтың исеме айырым баҫҡыста тора. Ғүмере буйы туған халҡының азатлығы һәм матур тормошо өсөн көрәш юлына баҫҡан һәм йәнен аямаған батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстония бөгөн дә яҡташыбыҙҙың эҙҙәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Салауатыбыҙҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе, уны мин уҡылып та, төшөнөп тә етә алмаған китапҡа тиңләйем, тигәйне былтыр Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап ойошторолған экспедицияла Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе яҡын танышым.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуар булам тиһәгеҙ... Иҡтисад

    Бөгөн Башҡортостан иҡтисады өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ көндән-көн ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара һәм республиканың көрсөккә ҡаршы көрәш программаһын бойомға ашырыуҙа ҙурыраҡ роль уйнай, шул иҫәптән эшһеҙлектән ҡотолоу сараһы булараҡ та.
    Әлегә Башҡортостанда 125,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Улар республика иҡтисади эшмәкәрлегенең бөтә тармаҡтарында ла уңышлы эшләп килә.
    Нимә һуң ул эшҡыуарлыҡ? Кем ул эшҡыуар һәм нимә менән шөғөлләнә? Бөгөн уның файҙаһы бармы, әллә түгелгән аҡса һәм көс бушҡа китәме? Бөтәбеҙгә лә таныш һорауҙар, яуаптарын да беләбеҙ һымаҡ. Шулай ҙа, әйҙә, тағы ла бер тапҡыр был мәсьәләгә ҡағылайыҡ. Белмәгәндәребеҙҙе белеп, аңларға тырышайыҡ. Бәғзеләрегеҙҙең, бәлки, үҙҙәренең дә был эш менән шөғөлләнеп ҡарау теләге тыуыр.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңеле матурҙың – эше матур Иҡтисад

    Мәсетле районының Һөләймән ауылы уңғандары тирмә эшләү кәсебен үҙләштергән
    Күңеле матурҙың – эше матур
    Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен тирмәһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ул ярым күсмә тормош алып барған ата-бабаларыбыҙға артыҡ көс һәм ваҡыт талап итмәүе менән айырыуса уңайлы булған. Тирмәне ҡороуға сәғәттәй генә ваҡыт сарыф ителһә, ә һүтеп күсереүгә бер-ике ат та еткән. Тирмә йәйен – ҡойма ямғыр­ҙарҙан, эҫе ҡояш нурҙарынан, ә көҙ һыуыҡтарҙан, ҡар-рашҡынан яҡшы һаҡлаған.
    Ата-бабаларыбыҙҙың сәхрәгә сығып, матур тәбиғәт ҡосағында тирмә ҡороп ял итеү йолаһы бөгөн дә һаҡланған. Биҙәлеше, ыҡсымлығы менән күҙҙең яуын алып торған был күркәм ҡоролма көндән-көн йышыраҡ осрай. Тирмә – күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдарҙың, төрлө бәйгеләр­ҙең, йәрминкәләрҙең һәм, әлбиттә, һабантуйҙарҙың төп биҙәге. Шулай уҡ ҡала урамдарында тирмә йәй көндәрендә суве­нирҙар, ваҡ-төйәк әйберҙәр һа­тылған магазин итеп тә файҙаланыла.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сыңы ҡалһын йөрәктәрҙә! Мәғәриф

    Сыңы ҡалһын йөрәктәрҙә!
    Сираттағы уҡыу йылының һуңғы көндәре лә килеп етте. Йылдағыса, бөтә Рә­сәй­ҙә һәм Башҡор­тостанда 25 майҙа 11-се синыф уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау тантаналары уҙҙы.
    Баймаҡ районында мәктәп ҡыңғырауы 509 уҡыусы өсөн һуңғы тапҡыр яңғыраны – тап шуның сама 11-се синыф уҡыу­сыһы сығарылыш им­ти­хандары тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты алырға әҙерләнә. 9-cы синыфтар менән ҡушып иҫәпләгәндә, был һан йәмғеһе 857- не тәшкил итәсәк.

    И. ҠАНСУРИН.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хуш, мәктәбем! Мәғәриф

    Хуш, мәктәбем!
    Мәктәбем! Күңелемә шундай яҡын, ҡәҙерле икенсе тыуған йортом һин. Ун бер йыл буйына һинең йылы стеналарың, яҡты, матур кабинеттарың беҙҙе һәр саҡ үҙ итеп, яратып ҡаршы алды.
    Кескәй ҡулдарыбыҙға сәскә гөлләмәләре тотоп, беренсе тапҡыр һинең ҡапҡаңды асып инеүебеҙ әлегеләй хәтеребеҙҙә. Таҙа, матур, мөһабәт бинаң беҙҙе, ҡәҙерле балаларын, үҙенең ҡанаты аҫтына һыйындырған оло ҡош кеүек, тәрән белем һәм тәрбиә йортона ҡабул итте. Береһенән-береһе аҡыллы, белемле һәм тырыш уҡытыусыларыбыҙҙың мауыҡтырғыс дәрестәрен, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле түңәрәктәрен, төрлө кисәләрен, байрам сараларын беҙ, сығарылыш синыф уҡыусылары, күңел дәфтәребеҙгә мәңгегә яҙып ҡалдырасаҡбыҙ. Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ, алдығыҙҙа ҙур ихтирам менән баш эйәбеҙ!

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru