Иртә торғандың ырыҫы артыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сөмәкәй шишмәһе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылы халҡы был һыу сығанағын әүлиә шишмәһе тип иҫәпләй
    Сөмәкәй шишмәһе
    Йорт-илдә ниҙәр булыуын алдан һиҙенеп, бәлә-ҡаза килер булһа, иҫкәртә, ҡотолғоһоҙ сирҙәрҙән арындыра, үҙ-ара низағ кеүек көсөргәнешле хәлдәрҙән сығыу юлдарын әйтә алырлыҡ һәләте булғандарҙы әүлиә, изге зат тип ҙурлайҙар. Шулай уҡ, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән борон­ғолар. Йәғни кешенең шәхси тормошо хаҡында төпсөнөү, уның хәл-ҡылығын һәм башҡаһын тирә-яҡҡа түгеп-сәсеү, башҡалар кире һүҙ йөрөткәндә уларҙы тыйыу, хатта яманлығы хаҡында дөрөҫ һүҙ булғанда ла, ҡуйыртмау бурыс һаналған. Нәҡ шундайҙар­ҙы ла, йәғни аҡыллы-тыйнаҡтарҙы әүлиә тип әйтеү – ғәҙәти хәл. Йәғни бик ихтирамлылар тураһында һүҙ сыҡҡанда һәр кем үҙенә күрә ниндәйҙер фәһем ала, насар юлдарҙан тайпылыуға, хәрәм ризыҡтарҙан арыныуға ишара булыр. Мәҡәләмде лә шул ниәттә тәҡдим итәм. Сөнки Дим буйындағы әүлиә шишмәләренең береһен барып күрергә насип булды.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Булдыра алаһың!» Яңылыҡтар » Спорт

    Әбйәлил районында мәктәп уҡыусыларының XII республика спорт-һауыҡтырыу фестивале – «Президент ярыштары» үтте
    «Булдыра алаһың!»
    «Булдыра алаһың» тигән һүҙҙең тылсымлы көсө хәтәр икән! Гөрләп торған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә турникта күтәрелеп тамам хәлдән тайған бер үҫмер, тренерының: «Йәле, һин булдыраһың!» – тигән көр тауышын ишеткәс, тағы ла ике мәрәйҙе үҙ иҫәбенә өҫтәне бит! Гөлгизә Дауытова ҡулдарында күнекмә эшләгәндә (отжимание), бөтә командалаш иптәштәре иҙәнгә ятып тороп, уны дәртләндерҙе: «Әйҙә, тағы-тағы!». Физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов, ҡыҙҙың янына бер килеп, бер китеп, мин килгәнсе тағы унды эшлә, һин булдыраһың ул, тип йөрөнө. Һәм шул ябыҡ ҡына бала күнекмәне етмеш тапҡыр эшләне лә ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя чемпионатының «алтын»ы – башҡорт батырында Яңылыҡтар » Спорт

    Донъя чемпионатының «алтын»ы – башҡорт батырында

    Ҡаҙанда Татар АССР-ы ойошторолоуҙың 90 йыллығына ҡарата билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты үтте. Унда донъяның 17 иленән 60-тан ашыу көрәшсе йыйылды.
    Ярышта ҡатнашыусылар 63, 75, 85, 100 кг һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында көрәште.
    Чемпионат бар биш ауырлыҡ категорияһында ла Рәсәй йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды (дөйөм иҫәп — 250 мәрәй). Беларусь йыйылма командаһы – икенсе урында (208 мәрәй), өсөнсөлә – Молдавия командаһы (177 мәрәй).
    Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Наил Мөхәмәтйәнов (75 кг ауырлыҡ категорияһында) менән Рәдиф Аҡсурин да (100 кг ауырлыҡ категорияһында) бар ине. Рәдиф Аҡсурин үҙенең ауырлығында «алтын» алды.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө 2013 йылда донъяның иң яҡшы йәш хоккейсыЛАРЫН көтә Яңылыҡтар » Спорт

    2013 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында шайбалы хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк. Был турала Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк хәбәр итте.
    – Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ултырышында, Өфөлә 2013 йылда донъя йәштәр чемпионаты үтәсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде. Быйыл Сочиҙа юниорҙарҙың (18 йәшкә тиклем) донъя чемпионаты үтәсәк, – тип белдерә Газета.ру.
    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РХФ президенты Владислав Третьяк Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың ҡултамғаһы менән 2008 йылда хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында "Салауат Юлаев" еңгәндән һуң 2013 йылғы донъя йәштәр чемпионатын Өфөлә үткәрергә теләүҙәре тураһында хат алғайны. Республика өсөн триумфаль йылда Рене Фазель Башҡортостандың был теләген хуплағайны. "Был бик яҡшы идея, тип уйлайым. Өфөлә чемпионаттар беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, арена ярайһы уҡ ҙур, бында килеүе лә еңел, хоккей матч­тарына йөрөү кимәле юғары, спортсыларға йәшәү өсөн уңайлы ҡунаҡханалар бар. Шуға күрә чемпионаттың Өфөлә үтеү ихтималлығы юғары, тип уйлайым ", – тине ул саҡта Халыҡ-ара хоккей федерацияһы башлығы.
    Өфө, ысынлап та, ҙур спорт форумдарын үткәреү буйынса бай тәжрибәгә эйә, шул иҫәптән хоккей буйынса ла – 1996 йылда – Р. Зорге урамындағы Спорт һарайында18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты, шулай уҡ һигеҙ мең урынлыҡ «Өфө-Арена»ны асыу хөрмәтенә Рәсәй һәм Канада йәштәренең матчы үтте.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Колколиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Иремә кире ҡайтырға булдым әле.
    – Ниңә?
    – Ул әҙәм аҡтығының тыныс ҡына йәшәүенә йәнем әрней.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Гөлгөнә Әхмәтовна, Ильяс синыф таҡтаhына hүгенеү hүҙҙәре яҙҙы, – тип ошаҡлаша Илгиз.
    – Ә ниңә hин уға бер hүҙ ҙә әйтмәнең hуң?
    – Нишләп әйтмәйем ти, ул hүҙҙәрҙе бит уға мин әйтеп торҙом, – тигән малай, онотолоп китеп.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был юлы ла килеп сыҡманы... Яңылыҡтар

    Был юлы ла килеп сыҡманы...Шулай итеп, быныһынан да ҡолаҡ ҡаҡтыҡ… Ә ниндәй өмөттәр бар ине. Был чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урынға берҙән-бер төп дәғүәсе булып һаналды. Уның йондоҙло составы, финалға тиклем юлда осраған һәр бер команданы еңеп, Чехияның әллә ни көслө булмаған уйынсыларына 1:2 иҫәбенә отолдо һәм ике рәт яулаған титулын уларға бирергә мәжбүр булды.
    Нишләйһең, тимәк, быйылғы йыл Вячеслав Быков һәм уның командаһы өсөн һәр яҡлап уңышһыҙ булды. Бөтә «ҡара һыҙат» Ванкуверҙағы Олимпия уйындарынан башланды. Был ваҡытлыса хәл, буласаҡ донъя беренселегендә үсебеҙҙе ҡайтарырбыҙ әле, тип күңелебеҙҙе йыуаттыҡ. Ҡайтарҙыҡ… Ниндәй генә хоккейсыларҙан тупланмаһын, Канада барыбер Канада булып ҡаласаҡ. Уларҙы сирекфиналда ҡыйраттыҡ.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асыш Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик бай ғаиләлә малай үҫә. Бер көндө атаһы уны ауылға алып барып, халыҡтың ниндәй ярлы йәшәүен күрһәтергә уйлай. Уның уйынса, улы ундағы тормошто күреп, үҙҙәренең бындағы тормошондағы нәмәләрҙе ҡәҙерләй башлар, тип уйлай. Һәм улының үҙҙәренең байлығы менән ғорурланыуын теләй.
    Ауылға килгәс, бик ярлы бер ғаиләлә бер көн, бер төн уҙғаралар.
    Кире өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, атаһы улынан, сәйәхәт оҡшанымы, тип һорай.
    – Һоҡландырғыс, – тип яуаплай улы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru