Иренмәгәндең эше сифатлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Йыланлы урын
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңеле тулы дәрт Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Күңеле тулы дәртҺеҙҙең алдығыҙҙа милли кейемдәге нескә билле, серле ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт ҡыҙы Илгизә Муллабаева. Ул 1990 йылда Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
    Илгизә бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә һәм әлеге ваҡытта тынлы инструменттар бүлегендә 3-сө курста белем ала. Ул үҙенең моңло тауышы, бейеүгә маһирлығы менән дә таң ҡалдыра.
    «Тормош бер генә, уның һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылам», – ти ул. Киләсәктә, уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошон йыр менән бәйләп, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәй Илгизә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәмәғәт ойошмалары тәжрибә тупланы Королтай

    Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Бөгөнгө йәмәғәт ойошмалары» тигән фәнни-ғәмәли семинар үткәрелде. Был сарала, республиканың йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан тыш, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан килгән милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса белгестәр ҡатнашты.
    Семинар өс темаға бүленгәйне: «Хоҡуҡ һаҡлаусы органдар менән бәйләнеш», «Егерме беренсе быуатта этник-ара хеҙмәттәшлектең ҡайһы бер аспекттары», «Йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары». Был һәр өс тема ла йәмәғәт ойошмалары өсөн берҙәй мөһим. Мәскәүҙән килгән милләт-ара хеҙмәттәшлек үҙәге етәксеһе Ашот Айрапетяндың хоҡуҡ һаҡлаусылар менән эшләү тәжрибәһе тураһындағы сығышы фәһемле булды.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Республика йылында.
    Башҡортостан – ышаныслы
    Рәхимовтың ҡулында.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелебеҙ менән йәнтөйәгебеҙҙә беҙ Башҡортостан

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек маҡсатында сит илдәрҙә лә йыйын үткәрелеүе ҙур баһаға лайыҡ. Бынан бик күп йылдар элек Башҡортостан автономияһын булдырыуға баһалап бөткөһөҙ көс һалыусы Әхмәтзәки Вәлиди Туған, үҙенең яҙмышына һәләкәт янаған ауыр заманда ла Германияға килеп, Башҡортостан тигән ил барлығын һәм башҡорттар тураһындағы мәғлүмәтте бөтә донъяға еткерә. Тарих ҡабатлана: башҡорттар үҙҙәре теләп, ирекле рәүештә изге ниәттәр менән ошо уҡ илгә килеп, ҡоролтай йыйып, үҙенең донъяла барлығын, илле, ерле, мәҙәниәтле халыҡ булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
    Германияға юлланғанда, Евросоюз илдәрендә йәшәгән башҡорттарҙың шундай күп йыйылыуына ышанып та бөтмәгәйнем.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Күп осраҡта 14 – 17 йәшлек үҫмер­ҙәр суицид ҡыла, уларҙың 75 проценты – малайҙар.
    Ҡатындар, йәш ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк суицид ҡылһа ла, күпкә еңелерәк юл һайлағанлыҡтан, күп осраҡта тере ҡала.
    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын 5 йәштән 19 йәшкәсә балалар һәм йәштәр үҙ ғүмерен үҙе ҡыйып һәләк була.
    Рәсәйҙә бер көндә 108 кеше суицид ҡылып үлә. Был йылына 40 000 кеше тигән һүҙ.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Июнь ҡоро киләсәк Башҡортостан

    Өфө баҡсасылары өсөн һөйөнөслө хәбәр бар: ҡырау төшөү ҡурҡынысы янамай. Ә бына республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында һуң­ғы көндәр­ҙә ҡырау төштө лә инде. Әйткәндәй, ғәҙәттә, июнь башына тиклем дауам иткән ҡырау – ҡәҙимге күренеш.
    Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә 27 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Көндәр май аҙағына тиклем ҡоро һәм сағыу ҡояшлы буласаҡ.
    Июнь иһә ҡоро киләсәк. Шуға күрә Өфөнөң берләштерелгән баҡсасылар союзы рәйесе Фәнил Сираев түтәлдәрҙе бысҡы онтағы, үлән менән ҡапларға кәңәш итә. Был дымды тәбиғи һаҡларға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, янғындан һаҡланыу маҡсатында, эргә-тирәләге үләнде сабыу ҙа хәйерле булыр. Ә һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»тең «ҡалынайыу»ын түҙемһеҙлек менән көтәм Яңылыҡтар » Иғтибар

    Гөлшат ҠОЛМӨХӘМӘТОВА, юғары категориялы уҡытыусы, Салауат ҡалаһы: – «Йәшлек» гәзитен иң тәү сиратта, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, башҡорт телендә сыҡҡаны өсөн алдырам. Үҙ телеңдә ташҡа баҫылғанды уҡыу, донъяла ни барғанын белеү – ҙур бәхет, тип һанайым. Иң йөкмәткеле баҫмаларҙың береһе ул «Йәшлек». Төбәк яңылыҡтарынан алып, тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ тормошо даими яҡтыртыла. Сәйәси күҙәтеүҙәр, эксклюзив материалдар, планета илдәре хаҡында нисек ҡыҙыҡһынып уҡымайһың инде! Ғөмүмән, гәзит уҡымайынса йәшәй алмайым, һәр милли баҫмабыҙҙы көтөп алам. Шулай булмай ни – тап беҙҙең өсөн сыға бит улар!

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәнә бер МТС төҙөләсәк! Яңылыҡтар

    Ауыл хужалығын техник һәм технологик яҡтан модернизациялау эш­кәртелмәй ҡалдырылған һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индереүгә булышлыҡ итә.
    Быйыл ошондай 70 мең гектар ерҙе файҙаланыуға индереү күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев фекеренсә, төп баҫымды төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүгә яһарға, ә бының өсөн тағы бер машина-технологик станция (МТС) төҙөргә кәрәк.
    Бөгөн бигерәк тә Ҡалтасы, Мишкә, Асҡын һәм Йылайыр райондарында һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында эшкәртелмәй ятҡан ерҙәр күп.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru