Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҡшыға өмөтләнеп, алға юл ярабыҙ Мәҙәниәт

    Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Башҡор­тостанда 1909 йылда уҡ Өфө кинопрокат контораһы хужаһы В. Митенков ҡыҫҡа метражлы «Урал күренештәре» таҫмаһын төшөрә һәм был фильмды танылған киносы Александр Ханжонков Мәскәүҙә күрһәтер өсөн һатып ала. Унан һуң «Ырымбур», «Алтын приискылары» фильмдары төшөрөлөп, Өфөләге «Эффект» кинотеатрында күрһәтелә. Әлбиттә, ул замандағы мөмкинлектәр менән бөгөнгөләре араһында айырма ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортос­таны­быҙҙа бынан быуат элек кино сәнғәтенә тотонғандар булып сыға.
    Егерме йыл эсендә «Башҡортостан» киностудияһы, бер ерҙән икенсе урынға күсенеп йөрөүенә, сетерекле хәлдәргә дусар булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн төрлө жанрҙағы туғыҙ тиҫтәнән ашыу фильмға эйә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе дәртләндереп торған «Йәшлек» гәзите йәшәһен! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙе дәртләндереп торған «Йәшлек» гәзите йәшәһен!Әбйәлил – илем, телем, ерем, тип янған сәсәндәр, рәссамдар, яугирҙар иле. Бының менән һәр кем бер һүҙһеҙ килешә. Сөнки дөрөҫө шул. Ошо данлыҡлы илһөйәрҙәр төбәгендә рух көсөн ата-бабаларҙың аманат һүҙҙәренә тоғро ҡалып та, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан китаптарҙы, ваҡытлы матбуғатты күп алдырып уҡып та байыталар. Милли, балалар һәм үҫмерҙәр гәзит-журналдарына яҙылыу декадаһы осоронда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Өфө журналистары яҙылыусылар менән осрашҡайны. Шунда «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Харис Сәғитов сығыш яһап: «Баҫмабыҙға яҙылыу буйынса әбйәлилдәр беренсе», – тине. «Шоңҡар»ҙың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев та журналға иң күп яҙылыусылар Әбйәлил районынан икәнлеген билдәләне. «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай ҙа шул уҡ һүҙҙәрҙе йөпләне. Гәзитебеҙҙең бүлек мөдире Мөнир Ҡунафин да уратып-суратып торманы, тиражыбыҙ ун алты мең булһа, шуның ике меңе Әбйәлилдән, тип тура ярҙы.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Булмышты арбар «Ирәндек моңдары» Мәҙәниәт

    Булмышты арбар «Ирәндек моңдары»Байрамдың башланып китеүе 1995 йылда үткән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын үтәү тип ҡабул ителһә, быйыл бәйгенең өсөнсө ҡоролтай алдынан үтеүе үҙе үк тәрән символик мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә.
    Башланған осорҙа – йыл һайын, 2002 йылдан ике йылға бер үткәрелгән конкурстың офоҡтары ла киңәйгәндән-киңәйә бара, ҡатнашыусыларҙың һаны ла артҡандан-арта. Ул ҡуйған бейеклек башҡарыусыларҙан етди әҙерлек, юғары башҡарыу оҫталығы талап итә. Бәйгегә, алыҫ ерҙе яҡын итеп, Ҡаҙағстандан, Алтай Республикаһынан, Төмән, Ҡурған, Пермь, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ташкент ҡалаларынан, Башҡортостандың барлыҡ райондарынан тиерлек йырсылар килә. Конкурста бер-береңде тыңлау, өйрәнеү, сәхнәнән тыш барған танышыу, йәнле аралашыу бер юлы оҫталыҡ мәктәбе һәм шул уҡ ваҡытта сит тарафтарҙағы ҡан ҡәрҙәштәребеҙ менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу сараһы ла бит әле. Ошо ерҙә Тыва Республикаһының халыҡ сәсәне Владимир Каруев тураһында әйтмәй китһәм, моғайын, яҙыҡ булыр. Ул тамашасыларға милли музыка ҡоралының мөмкинлектәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, иҫ китмәле итеп йырлап, аҙаҡтан аһәңле өзләп тә ебәрҙе.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар ғәйеплеме ни?! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баш ҡала биҫтәләренең береһендә йәшәүсе яңғыҙ ҡатын һөйәренең балаларына һөжүм итә. Бөтәһе лә көнсөллөктән һәм «мөхәббәт өсмөйөшө»нән килеп сыға.
    Ҡатын ғаиләле ир менән осраша. Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, кейәүгә лә сыҡмаған була. Шуғалыр ҙа һөйәренән, бәлки, етдиерәк мөнәсәбәт көткәндер. Әммә ир, ике балаһын ташлап, бының янына торорға килергә ашыҡмай. 28 йәшлек һөйәркә үс алыу теләге менән яна, бының өсөн «сәп» тә таба: ирҙең 10 һәм 8 йәшлек балаларын ҡарауыллай башлай... һәм уңайлы осраҡ килеп сыға. Уҡыусы балалар, дәрестәр бөткәс, өйҙәренә ҡайтып килә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һәр кемдең яҙмышы үҙе яҡты донъяға тыуғанда уҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан маңлайына яҙылған. Шуға ла дин әһелдәре: «Яҙмыштан уҙмыш юҡ», – тип юҡҡа ғына әйтмәй. Һәр кемдең эсәһе һыуы, ашайһы ризығы, һулайһы һауаһы сикле бирелгән. Беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Һәр йөрәк тибеше ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартыуын да тоябыҙ. Был – тәбиғи хәл. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Хоҙай биргән ғүмерен үҙ теләге менән ҡыйғандар, ил күләмендә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар йылдан-йыл арта барыуы барыбыҙҙы ла борсой. Статистикаға ярашлы, Рәсәйҙең үҙ-үҙен үлтереүселәр һаны буйынса донъяла тәүге урында тороуы хәүефле хәл. Үҙ ғүмеренә ҡул һалыусылар араһында йәш үҫмерҙәрҙең булыуы хәүеф менән янай. Заман афәте йәштәрҙе һуғыш һәм енәйәткә ҡарағанда ла яҡты донъянан күберәк алып китә. Рәсәй майҙаны буйынса АҠШ-тан – ике, Бөйөк Британиянан 70 тапҡыр ҙур булып та, халҡы 150 миллион кешегә лә етмәй. Илебеҙ буйынса тыуымға ҡарағанда үлем өҫтөнлөк итә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Суицид. Ғәйепте кемдән эҙләргә? Яңылыҡтар

    Суицид – һәр заманда ла йәмғиәтте һаға­йыр­ға мәжбүр иткән ҙур проблема. Әммә үткән быуат һуңындағы, әлеге көндәрҙәге кеүек уның күрһәткестәре йылдам үҫкәне теркәлмәгән. Һуңғы осорҙа бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр­ҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу күренеше шаҡ ҡатырлыҡ хәл булып тора. Әле яңы ғына уйынсыҡтарын кәштәгә ҡуйып, мәктәп һабаҡтары менән таныша башлаған балаларға ҡайҙан килә үҙ ғүмерен ҡыйыу уйы?!
    Үҫмерҙәр суицидын тикшереүҙәрҙән сығып, шундай һығымта яһайҙар – үлеүселәрҙең 94 проценты ата-әсәһе, яҡындары менән конфликтҡа ингән булған.
    Тағы ла сәбәптәргә күҙ һалғанда, даими йәбер күреүселәр, үҙ-үҙенә самаһыҙ тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар, яман сиргә юлы­ғыусылар үҙ ғүмерен ҡыйыу юлына бара. Психологтар, хәүеф төркөмөнә ингән үҫ­мерҙәргә нисек тә ярҙам итеү маҡсатында, өлкәндәргә балаларҙың тышҡы ҡиәфәтенә, тәртибенә, күңел торошона һәр саҡ иғтибарлы булырға ҡуша. Мәҫәлән, үлергә ниәте булғандар әкрен генә һөйләшә, бойоҡ йөрөй, яуапты бик ҡыҫҡа ғына бирә, йә бөтөнләй өндәшмәй.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар ---

    Башҡортостандың төрлө ра­йон-ҡалаларынан йәштәр «ХХI быуат лидеры»н һайлар өсөн Өфө районының «Йондоҙсоҡ» һаулыҡты нығытыу үҙәгенә йыйылды. Конкурста балалар һәм йәштәр йәмәғәтселек ойошмаларында эшләргә йыйынғандар көс һынаша. Ҡатнашыусыларға хоҡуҡ һаҡлау тармағындағы белем кимәлен, командала эшләй алыуын, социаль программаларҙы тормош­ҡа ашыра белеүен күрһәтергә тура киләсәк, ә еңеп сығыусылар Рәсәй кимәлендәге ошондай уҡ конкурста ҡатнашасаҡ.

    «Өфө» аэропортында халыҡ-ара талаптарға яраҡлаштырып әҙерләнгән «Сифат өлкәһендәге сәйәсәт документы» раҫланған. Беҙҙең аэропорт Волга буйы – Урал төбәгендә иң һәйбәт халыҡ-ара аэропорттарҙың береһе булырға тырыша, пассажирҙарға ла, авиайөк ташыусыларға ла сифатлы хеҙмәт күрһәтә. Яңы раҫланған документ урындағы документтар әйләнешен электрон системаға һалыу, производство процестарын көйләү кеүек мөһим тармаҡтарҙы камиллаштырасаҡ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чиновниктарҙы бер иштән кейендермәкселәр Яңылыҡтар

    Башҡортостанда район һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән махсус формала йөрөй башлаясаҡ. Башҡортостан Республикаһы муниципаль берекмәләр советы ассоциацияһы идаралығы шундай ҡарар ҡабул итте.
    Алдан уйланылғанса, чиновниктар­ҙың бер нисә төр формаһы буласаҡ, байрам-тантаналарға, көндәлек эшкә һәм ҡырға, баҫыуға сыҡҡанда кейә торғаны. Йәғни һәр чиновниктың алты костюмы буласаҡ. Кейемдәр урындағы бюджет иҫәбенә тегеләсәк. Костюмдар ҡара-көрән төҫтәге туҡыманан тегелә, хеҙмәткәрҙең вазифаһына һәм разрядына ҡарап, погондар ҙа тағыласаҡ.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru