Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Янылыктар
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Йондоҙнамә
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гөрләп үтте йәштәр байрамы Башҡортостан

    Бөрйән районының иң матур ерендә – Морат-туғайҙа йәш ғаиләләргә бала тыуыуға сертификаттар тапшырылды
    Гөрләп үтте йәштәр байрамы
    Бөрйән районы – Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе. Ул үҙенең хозур тәбиғәте, бейек тауҙары, тарихи ҡомартҡыларға бай булыуы менән генә дан тотоп ҡалмай, ә халҡыбыҙ ижадының иң аҫыл өлгөләренең тарихы ла тап уға барып тоташа. «Урал батыр» эпосының тыуған иле булараҡ киң билдәле был ерҙәр бынан меңәрләгән йылдар элек Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең, уларҙың улдары Урал менән Шүлгәндең тыуған төйәге булған. Шүлгәнташ мәмерйәһе, үҙенең сылтырап аҡҡан таҙа һыулы йылғалары, ҡунаҡсыл халҡы менән Бөрйән районы йыл һайын үҙенең ерендә меңәрләгән ҡунаҡты һәм туристы ҡаршы ала.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ял иткең килһә, бурысыңды түлә! Яңылыҡтар

    Йәй – отпускылар мәле. Һәр кем уны иҫтәлекле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Кемдәрҙер йыл буйына йыйылған шәхси эштәрен оҙайлы ялда тамамларға ниәтләһә, икенселәр берәй ергә барып ял итеп ҡайтыуға өҫтөнлөк бирә. Әммә үҙҙәренең бурыстарын ваҡытында ҡапламаған граждандар сит илгә барып ял итеп ҡайтыу хыялын тормошҡа ашыра алмаясаҡ. РФ Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, республиканан 1500-гә яҡын кешегә аҙ ғына суммала бурысы өсөн дә Рәсәй сигенән ситкә сығыу тыйылыуы ихтимал. Билдәләнгән ваҡыт­ҡа бурыслы тарафынан суд акты нигеҙендә йә суд акты булған башҡарыу документындағы талаптар үтәлмәһә, суд приставы-башҡарыусы йәиһә талап итеүсе үҙе бурыслыға ваҡытлыса Рәсәй Федерация­һынан ситкә сығыуҙы сикләүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт итә ала. Бурыслы бурысын түләгәс кенә ул сикләүҙән азат ителәсәк.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле дуҫтар! ---

    Ашығығыҙ! Подписка ваҡыты оҙайтылды һәм «Йәшлек»кә 30 июнгә тиклем яҙылырға мөмкин
    1 июлдән гәзитебеҙ «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Йылдың икенсе яртыһында «Йәшлек» өйөгөҙгә тулы килеш, йәғни аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин) – 80148 индексы, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
    «Йәшлек» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып, «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар! Кем белә, бәлки, тап һеҙгә бәхет йылмайыр һәм баҫмабыҙ бүләге эләгер (ә бүләге бит хәт-тәр шәп!)


    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Табиптар саң ҡаға Сәләмәтлек

    Утыҙ градуслы эҫелек кешенең сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Өфөлә кардиология бригадаларын саҡырыу һаны ҡырҡа артҡан. Шуға күрә медиктар хәүеф төркөмөнә ингән граждандарға урамда мөмкин тиклем әҙерәк йөрөргә тәҡдим итә.
    Ҡояшта ҡыҙыныу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Даими рәүештә ҡан баҫымын күҙәтеп торорға һәм табиптар яҙған препараттарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатмаҫҡа кәрәк. Тағы ла алкоголь эсемлектәр менән мауыҡмаҫҡа, юғиһә, инсульт менән инфаркттың янауы көн кеүек асыҡ.
    Синоптиктарҙың әйтеүенсә, көн торошо яҡын арала үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ һауа температураһы 37 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был кесе йомаға тиклем дауам итәсәк – һауа температураһы был көндө бер аҙ түбәнәйәсәк.
    Урамға сыҡҡанда башығыҙҙы ҡаплағыҙ, ҡояштың тура нурҙарынан ҡасығыҙ һәм күберәк һалҡын һыу эсегеҙ.
    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Швейцария илсеһе менән осрашыу Яңылыҡтар

    Кисә Республика йортонда БР Президенты М. Рәхимов Швейцария Конфедерацияһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Вальтер Гигер менән эш осрашыуы үткәрҙе.
    Унда Башҡортостан һәм Швейцария араһында иҡтисад, мәҙәниәт, фәнни хеҙмәттәшлек өлкәһендә ике яҡлы бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент сәфәрҙәре Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты М. Рәхимов үҙенең республиканың көнбайыш райондарына сәфәрендә Әлшәй районының Ғәйниямаҡ ауылында реконструкциянан һуң асылған Мәҙәниәт йортон ҡараны.
    Унда 100 урынлыҡ тамаша залы, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл хакимиәте, музей, почта бүлексәһе, йәмәғәт тәртибе һағы пункты урынлашҡан.
    Президент Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм ауыл ветерандары менән аралашты.
    Шул уҡ ауылдың Шәжәрә байрамында Фазлиәхмәтовтар, Саббаховтар, Кашаевтар, Шәкүровтар, Зариповтар һәм Сафиндарҙың шәжәрә стендтары менән танышты һәм Ғәйниямаҡ ауыл халҡына шундай матур байрам ойошторғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанды йыһангирҙәр ҙә үҙ итә Яңылыҡтар

    Башҡортостанды йыһангирҙәр ҙә үҙ итә
    Республика башлығы М. Рәхимовтың Рәсәй космонавтикаһы федерацияһы президенты – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик-космонавт В. Коваленко менән осрашыуында республикала төҙөлгән Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге, йыһан тармағы өсөн продукция сығарыу­сы предприятиелар, йәмғиәттә, бигерәк тә йәштәр араһында космонавтиканы популярлаштырыу һәм ошо юҫыҡта профессиональ йүнәлеш биреү тураһында һүҙ барҙы.
    Владимир Коваленко төбәк бүлексәһенең космонавтикаға бәйле проекттарҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе, Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 50 йыл тулыуын байрам итеүҙе ойоштороу буйынса Рәсәй космонавтикаһы федерацияһының эш пландары менән таныштырҙы.
    Осрашыуҙа ҡунаҡ республика башлығына Рәсәй космонавтикаһы федерацияһының юғары наградаһын – авиация һәм космонавтика өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн К. Циолковский исемендәге орден тапшырҙы.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Швейцария делегацияһы – башҡорт ерендә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев кисә Республика йортонда республикаға эш сәфәре менән килгән Швейцария делегацияһы менән осрашты. Был – Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Вальтер Бруно Гигерҙың Башҡортостанға беренсе сәфәре.
    Раил Сарбаев үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан нығытыуға үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығын белдереп, ағас эшкәртеү, һаулыҡ һаҡлау һәм фармацевтика сәнәғәтендәге проекттарҙы иң перспективалы йүнәлештәр, тип атаны.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 34  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru