Батырға ла ял кәрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәштәр тураһында – өр-яңы башҡорт фильмы Яңылыҡтар

    Күптән түгел «Башҡортостан» киностудияһында «Минең йондоҙом» исемле яңы башҡорт фильмының исем туйы үтте.
    Быға тиклем төшөрөлөп килгән башҡорт фильмдары тарих, билдәле шәхестәр, әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә темаһына арналған булһа, «Минең йондоҙом» – йәштәр, уларҙың бөгөнгө тормошон, мөхәббәтен, көндәлек проблемаларын, йәшәү идеалдарын яҡтыртҡан тәүге фильм. Актерҙар ҙа күптән түгел Мәскәүҙәге Щепкин исемендәге сәнғәт училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәштәр, шулай уҡ йәш сәхнә артистары ла ҡатнаша. Төп ролдәрҙең береһендә, мәҫәлән, «Бүреләр» рок-төркөмө солисы Илшат Абдуллин. Фильм, әйткәндәй, башҡорт эстрадаһы йырҙары менән оҙатылып бара. Ҡыҫҡаһы, бик сағыу, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ заманса картина төшөрөлгән. Тиҙҙән ул дәүләт кинотеатрҙарында ла күрһәтелә башлай, райондарҙа ла ҡарарға мөмкин буласаҡ. Мәҫәлән, стәрлетамаҡтар июнь баштарында уҡ фильм менән таныша ала.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар үҙ аллы тормошҡа әҙер булырға тейеш Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Йылайыр районында булды.
    Ул бында 340 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшөн ҡараны, район дауаханаһында, коррекцион мәктәптә балаларҙың йәшәү шарттары менән танышты. Был уҡыу йортонда 135 бала уҡый, шуларҙың 40-ы – етемдәр.
    Раил Сәлих улы, бөгөнгө көндә төп бу­рыстарҙың береһе балалар йорттары һәм интернаттар тәрбиәләнеүселәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ғына түгел, ә уларҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Премьер-министр фекеренсә, республикала етем балаларҙың мәғлүмәт базаһын булдырып, уларҙың һәр береһенең артабанғы яҙмышын күҙәтеп барыу кәрәк.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янған йорт урынына – яңыһы Яңылыҡтар

    Нуриман районының Павловка ауылында янғындан зыян күреүселәр өсөн төҙөлгән йорт файҙаланыуға тапшырылды. Өй туйлаусыларҙы ҡотларға Президент Мортаза Рәхимов та барҙы.
    Билдәле булыуынса, 7 марттан 8 мартҡа ҡараған төндә янғын һөҙөмтәһендә 1951 йылда төҙөлгән йорт тулыһынса янып бөткәйне. Башҡортостан етәкселеге йортһоҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика бюджетынан аҡса бүленеп, 18 мартта өс ҡатлы бинаның нигеҙ ташы һалынды.
    – Тормошта көтөлмәгән хәлдәр күп була, әммә республика бәләгә тарыған кешеләрҙе бер ҡасан да ярҙамынан ташламаясаҡ, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы йортто асыу тантанаһындағы сығышында.
    Яңы йорттан барлығы 24 ғаилә фатир асҡыстары алды. Алты ғаилә – ике бүлмәле, ҡалғандар иһә берәр бүлмәле фатирҙарҙа йәшәйәсәк.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донья яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Шторм шашына
    Латин Америкаһында тропик ташҡын һөҙөмтәһендә һәләк булған ҡорбандар һаны арта.
    Әле иң ныҡ ҡаза күргән ил – Гватемала. Ул халыҡ иң тығыҙ йәшәгән төбәк һанала. Бында 75 меңдән ашыу кеше йортһоҙ ҡалған, үлеүселәр – 100-ҙән ашыу.
    Дауыл секундына 22 метр тиҙлектә юлындағы бөтә нәмәне емереүен дауам итә. «Агата» штормы Сальвадор, Гондураста ла ярайһы уҡ зыян килтергән.
    Гватемала президенты Альваро Колома һүҙҙәренсә, илдең ҡайһы бер өлкәләрендә ямғыр яуыу күләме 100 см-ға еткән. Был – һуңғы 60 йыл эсендә булған рекорд. Баш ҡаланан 150 км алыҫлыҡта урынлашҡан Сан-Антонио-Палопа ҡалаһының тотош бер районы емереклектәр аҫтында ҡалған. Ошоларға өҫтәп, үткән кесе йомала илдең көньяғында Пакайя янартауы атылған.
    Америка синоптиктары фаразлауынса, «Агата» быйыл бик көслө булмаҡсы дауылдар сезонын аса.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Ростсельмаш» компанияһының рәсми дилеры булараҡ, Рәсәй агросәнәғәт комплексын модернизациялау программаһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә яңы тракторҙар, Rostselmash һәм Versatile маркалы урып-йыйыу комбайндары һатып алыу өсөн «Ростсельмаш» компанияһы субсидия бирә. Субсидия алыу өсөн иҫке техниканы файҙаланмау тураһында мәғлүмәт биреү кәрәк.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эш бөткәс, байрам итергә лә була Яңылыҡтар

    Башҡортостанда һабантуйҙар башланды
    Үткән ял көндәрендә Ауырғазы, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Күгәрсен райондары халҡы яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуын байрам итте. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла һабантуй үтте.
    Стәрлетамаҡ ҡалаһында һабантуйҙы асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты. Ул ҡала халҡын байрам менән ҡотлап, Башҡортостанда һабантуйҙың дөйөм халыҡ байрамы булыуын билдәләп үтте.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Торлаҡ шарттары яҡшыртыла Яңылыҡтар

    Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан финанс ярҙамы күрһәтеү лимитын арттырыу иҫәбенә финанс ярҙамы алыуға заявка бирҙе.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шул ғына етмәгәйне! Яңылыҡтар

    «Россельхознадзор»ҙың Башҡортос­тан Респуб­ликаһы буйынса идаралығы белгестәре тарафынан 10 тонна Мысыр әфлисундары партияһын юҡ итергә әмер бирелде. Баҡтиһәң, йөктә Урта диңгеҙ буйы емеш-еләк себененең тере ҡарышлауыҡтары табылған.
    Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре хәбәр итеүенсә, ҡоротҡос Өфө эшҡыуарының үтенесе буйынса карантиндағы продукцияны тикшергәндә асыҡланған. Был – республикала емеш-еләк себененең тәүге тапҡыр табылыуы. Һуңғы биш йылда белгестәрҙең бер тапҡыр ҙа был ҡорот­ҡосто осратҡаны булмаған. Ғәҙәттә, бындай продукция ил сиге аша индергәндә үк асыҡланып, юҡ ителә.
    Урта диңгеҙ буйы емеш-еләк себене – ауыл хужалығы культураларының хәүефле ҡоротҡосо. Был бөжәк Европа, Азия, Африка, Америка, Австралия кеүек күп илдәрҙә киң таралған. Рәсәйҙә ул булмаһа ла, карантин объекты иҫәпләнә.
    Р. ЯРҠЫНБАЕВА.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru