Ашаған белмәй, тураған белә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • ХӘҘИСТӘР
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла» ---

    Кәримә Ғәфүрова, «Йәшлек»тең даими уҡыусыһы, хаҡлы ялда:
    – Гәзитте бик электән, «Ленинсы» булған замандан уҡ, алдырам. Хәҙер уның үҙ йөҙө, йүнәлеше бар. Мине иң ҡыуандырғаны: төрлө райондарҙан хәбәрҙәр, матур-матур мәҡәләләр күп. Һәр төбәктең үҙ шәхестәре, дан ғаиләләре бар. Бына шулар тураһында «Йәшлек»тең һәр бер һанында уҡырға була. Гәзит ысын мәғәнәһендә заман менән бергә атлай, географияһын киңәйтә. Кеше яҙыша икән, тимәк, баҫманың киләсәге яҡты, сөнки район-ҡалаларҙа, ана, ни тиклем автор йәшәй. Алдағы көндәрҙә лә халыҡ менән бәйләнешегеҙ өҙөлмәһен.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле дуҫтар! ---

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән гәзитебеҙ, «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Йылдың икенсе яртыһында «Йәшлек» өйөгөҙгә тулы килеш, йәғни аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин) – 80148 индексы, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата) ---

    Баймаҡ 852
    Бәләбәй 11
    Бишбүләк 33
    Йәрмәкәй 5

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Халыҡ яратҡан гәзитте таратыуы ла күңелле» Яңылыҡтар

    «Халыҡ яратҡан гәзитте таратыуы ла күңелле»
    Күгәрсен районы «Йәшлек»те яратып уҡыу­сылар рәтендә. Тимәк, бындағы халыҡ республика, ил, донъя яңылыҡтары менән даими танышып бара, гәзитебеҙ биттәрендәге сәйәси күҙәтеүҙәргә, фәһемле мәҡәләләргә үҙ баһаһын бирә, ғөмүмән, «Йәшлек» менән бергә заман ағышынан ҡалышмай, тиң атлай. Уҡыусыларыбыҙға артабан да әүҙемлек, алдынғы ҡарашлы, рухлы (башҡорт баҫмаларын алдырыусыларҙы беҙ нәҡ шулай атайбыҙ) булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә Сәләмәтлек

    Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусы үҙенең икенсе һулышын кисерә. 1974 йылда төҙөлгән бинала 2009 йылда төҙөкләндереү эштәре башлана, һәм ошо көндәрҙә ул файҙаланыуға тапшырылды. 9471 квадрат метр майҙанлыҡ биш ҡатлы дауаханала ауырыуҙар өсөн бөтә шарттары булған палаталар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция блогы урынлаш­ҡан. Был иһә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.
    Был корпуста бер айҙан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалау өсөн травматология, урология, ортопедия, нейрохирургия, эндоскопия, хирургия, реанимация бүлектәре урынлашҡан. Дөйөм алғанда, корпус 300 пациентты ҡабул итә ала.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кескәйҙәргә байрам бүләге Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһының Киров районында асылған балалар баҡсаһы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҙур бүләк булды. Уны асыу тантанаһында Президент Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
    Балалар баҡсаһы 1957 йылда төҙөлгән була һәм күптән инде яңыр­тыу­ҙы талап итә. 2007 йылдың апрелендә бында төҙөкләндереү эштәре башлана. Әле файҙаланыуға тапшырылған баҡса 180 урынға иҫәпләнгән. 2 йәштән 8 йәшкә тиклемге балалар өсөн һигеҙ төркөм, шулай уҡ ике ҡыҫҡартылған төркөм ҡаралған. Унда иһә балалар көнөнә өс сәғәт кенә йөрөй ала.
    Кескәйҙәр өсөн бында уңайлы йыһаздар ҡуйылған иркен бүлмәләр, музыка һәм спорт залдары, медицина блогы, уйынсыҡтар – барыһы ла яңы һәм ваҡ-төйәгенә тиклем уйланылған. Төрлө түңәрәктәр, телде өйрәнеүсе төркөмдәр эшләйәсәк. Балаларҙың сәләмәтлеген, физик үҫешен дефектологтар, логопедтар, психологтар күҙәтәсәк.
    Балалар баҡсаһы мөдире Зөлфиә Мәҡсүтова әйтеүенсә, балалар үҙҙәрен өйҙәрендәге кеүек хис итһен өсөн барыһы ла эшләнгән.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Боҙлоҡ ярыла
    Арктикала 2009 йылдан эшләгән «Төньяҡ полюс – 37» станцияһын тиҙ арала күсерергә кәрәк.
    Ул урынлашҡан ерҙә боҙ ярыла башлаған. Әле станция «Рәсәй» атом боҙ ярғысына тейәлә. Быға бер нисә көн уҙасаҡ, сөнки ундағы йорттарҙы, тракторҙы күсерергә кәрәк. Боҙ өҫтө тулыһынса буш ҡалырға тейеш. «Төньяҡ полюс – 37» 12 квадрат км майҙанды биләй.
    Боҙҙоң сатнауы полярниктарҙың планын боҙған – белгестәр тикшеренеү эштәрен тағы өс айға һуҙмаҡсы ине. Боҙҙоң ярылыу сәбәптәре лә тикшереләсәк. Әллә Арктика ирей башланымы икән?

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүгә тотонасаҡ. БР ауыл хужалығы белгестәре, быйыл яҙҙың яуым-төшөмһөҙ килеүенә бәйле, әле үк мал аҙығы әҙерләй башларға тәҡдим итә. Ҡоролоҡтан ныҡ ҡына зыян күреүсе Мәләүез районы хеҙмәтсәндәре баҫыуҙарға мал аҙығы әҙерләү техникаһын сығарған да инде.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru