* * * Һай, был башҡорт шундай инде, Ҡунаҡсыллығы ни тора! Ҡунаҡ килһә, түргә әйҙәп, Бейәһен йығып һуя.
Һай, был башҡорт шундай инде, Үтә йомартһың – өтөк. Килмешәк үҙ өйөн һала, Һинең ҡураңды һүтеп. Һай, был башҡорт шундай инде, Арыҫлан гүйә яуҙа. Әммә хәләл Уралыңда Азат-иреклек яула.
* * * Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай, Ер-һыу өсөн тауыш бирәйек. Ата-бабам ере – Уралымды Күҙ ҡараһы кеүек күрәйек.
Бер көн башҡорт тау-урманһыҙ ҡалһа, Бер көн ҡалыр йылға-күлһеҙ ҙә. Телһеҙ мәжнүн кеүек өнһөҙ торһа, Юғалтыр ул ерен, илен дә.
Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай, Башҡортом, бар донъяға күрен. Ер һатмайыҡ, һаҡланһын илем, Илем булһа, юғалмаҫ телем.
Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ. Әбйәлил районы, Тупаҡ ауылы.
* * * Һай, был башҡорт шундай инде, Эсендәге – тышында. Ҡурҡмайынса, тура әйтер Дошманына, дуҫына.
Һай, был башҡорт шундай инде, Крутой күренергә Өйрәнеп алған булған Урыҫса һүгенергә.
Һай, был башҡорт шундай инде, Былай тиеп уйлай инде: – Алыр инем биш бисә, Елдәр уйнай, буш кеҫә.
Һай, был башҡорт шундай инде, Ер шарын да урай инде. Итальяндар иҫе китеп Хатта уны тыңлай инде.
Һай, был башҡорт шундай инде, Торор ҡапҡаһын асып. Ишеге лә, күңеле лә Дуҫтарына шар асыҡ! Һай, был башҡорт шундай инде, Затлы һүҙле, сәсән телле. Ул булғанда һис ҡоромаҫ, Һис юғалмаҫ әсә теле.
Һай, был башҡорт шундай инде, Аяҡтары юлда инде. Ҡурайы ла, ҡумыҙы ла Уның һәр саҡ ҡулда инде.
Һай, был башҡорт шундай инде, Көрәш сәме ҡанда инде. Салауаттың һәм Юлайҙың Рухтары йәндә инде.
Һай, был башҡорт шундай инде, Ҡурҡыуҙы һис тоймай инде. Һаҡлайым, тип, Тыуған илде, Дошмандарҙы башҡорт еңде. Дошмандарын тар-мар итте, Парижға ла барып етте.
* * * Ҡот булып килдең, ҡоролтай, Халҡымдың һин өмөтө. Дөрләтербеҙ күңелдәрҙә Һин тоҡандырған утты. Ҡот булып килдең, ҡоролтай, Ырыҫ килтерҙең илгә. Ҡарарҙарың сығып торһон, Дәрттәр биреп күңелгә. Ҡоромаһын шишмә төҫлө Башҡорт теле, әсәм теле. Өнөн, моңон яҡын күреп, Һәр бер бала, ҡошсоҡ кеүек, Үҙ телендә әйтһен һүҙен, Үҙ телендә алһын белем. Ҡот булып килдең, ҡоролтай, Һиңә әйтер һүҙебеҙ: Үҙ еренә, байлығына Хужа булһын илебеҙ. Ҡот булып килдең, ҡоролтай, Өмөттәрҙе аҡла һин. Эшһеҙҙәр булһын эшле, Ҡарт-ҡороно яҡла һин. Гөлсирә ШАФИҠОВА. Мәсетле районы.
* * * Һай, был башҡорт шундай инде: Гүйә тау бөркөттәре. Беҙҙән шағир яһап бөттө «Йәшлек»тең егеттәре.
Һай, был башҡорт шундай инде: Иҙәнен ҡырып йыуа. Мортаза кеүек уңғандар Әсәнән һирәк тыуа.
Һай, был башҡорт шундай инде: Утта, һыуҙа батмай ул. Теләгәндәр эшен таба, Күктән көтөп ятмай ул.
Һай, был башҡорт шундай инде: Юҡ нәмәне бар итә. Тырыш хеҙмәт бушҡа китмәй – Гөрләтеп донъя көтә.
Һай, был башҡорт шундай инде: Уңыштары – муйындан. Бөтә донъяны шаулатҡан Ғәскәровсыларға дан!
Һай, был башҡорт шундай инде: Беҙгә сит-ят та һыя. Бына шул йомартлыҡ ҡайсаҡ Бәкәлгә һуғып ҡуя.
Һай, был башҡорт шундай инде: Ҡунаҡ, байрам ярата. Ләкин байрам итер алдан «Тоҡлап» аҡса апҡайта.
Һай, был башҡорт шундай инде: Бейейҙәр ҙә йырлайҙар. Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙы Ил башлығы ҙурлайҙыр.
Һай, был башҡорт шундай инде: Тура әйтә лә ҡуя. Көмөшкә ҡыуып байыуың Ниндәй законға һыя?
Һай, был башҡорт шундай инде: Баҫалҡы ғына үҙе. Кәрәк саҡта уҫал да ул, Таш ярыр әйткән һүҙе.
Һай, был башҡорт шундай инде: Кәрәк саҡта ул – сабыр. Дошман донъяһын болғатһа, Ҡаршы торор көс табыр.
Һай, был башҡорт шундай инде: Зарланырға яратмай. Шөкөр, хәҙер йәштәр оҫта, Йүнен таба, тик ятмай.
Һай, был башҡорт шундай инде: Онотмай үткәндәрен. Хөрмәтләй Еңеү яулаған Данлы ҡыҙ-егеттәрен.
Һай, был башҡорт шундай инде: Тарихын һис онотмай. Маҡтаулы донъя көтә ул, Тамырҙарын ҡоротмай. * * * Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай! Изге эш ҡылаһың, замандаш. Тамырында башҡорт ҡаны аҡҡан Һәр бер кеше һиңә ауаздаш.
Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай! Сәләмләйем донъя башҡортон! Ситтән килгән башҡорт, уҙ һин түргә, Башҡортостан – һинең баш йортоң.
Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай, Урынлы мәсьәлә күтәрҙең. Йәштәр күңеленә тәрән уй һал, Башҡортлоғон ҡайтар күптәрҙең.
Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай, Тәбрик итәм һине илемдә. Рәми кеүек ярһыу йәштәр барҙа Башҡорт бөтмәҫ, бөтмәҫ телем дә.
Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА. Архангел районы. |