Етеҙ үҙен бөтөрөр, әкрен эшен бөтөрөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Дайджест
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Моң Мәккәһе тыуған илебеҙ! Мәҙәниәт

    Моң Мәккәһе тыуған илебеҙ!
    Ике көн дауамында төрки илдәрҙең талантлы йырсылары бәрәкәтле башҡорт ерен йыр-моң мәккәһенә әүерелдерҙе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйылған тамашасы күңеле булғансы Ҡаҙағстан, Ҡырым Автономиялы Республикаһы (Украина), Тыва, Хакасия, Татарстан, Алтай, Дағстан, Чечен, Яҡут-Саха, Ҡарасәй-Черкес Республикалары, Ставрополь крайының сағыу таланттарын алҡышланы. Шуны ла онотмайыҡ, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы планына ярашлы, быйыл тәүге тапҡыр «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу cиктәрендә ойошторолған «Урал моңо» конкурсы мөһим ваҡиғаға – III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналды.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам ---

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
    Һеҙгә хат яҙыусы 72 йәшлек хеҙмәт ветераны Әнисә Ислам ҡыҙы булыр. Гәзитте хәреф таныу менән уҡый башланым, тип әйтә алам. Сөнки әсәйебеҙ хат ташыусы булып эшләне. Беҙ бәләкәй саҡта һеңлем менән йүгереп-йүгереп гәзит-журнал, хаттар таратыша инек.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер стакан еләк – 60 һум ---

    Баҡса еләге өлгөргән матур мәл етеп килә. Әлегә баҙарҙа уны стаканлап ҡына һаталар. Йәй тәмен танһыҡлаған күңел өсөн был еләкте, ҡиммәт булһа ла, алырға теләүселәр бихисап. Шулай уҡ редис һатып алыусылар ҙв мыжғып тора. Ул быға тиклем дә әүҙем һатыла ине. Шулай ҙа хәҙер кешеләр асыҡ тупраҡта үҫкәнен алырға тырыша.
    Баҙарҙа йәшелсә-емеш үрсетмәләре генә түгел, сәскә, төрлө декоратив үлән­дәрҙең үҫентеләрен дә алырға мөмкин. Йәш ҡарағат, муйыл, алмағас, груша ағастары ла күпләп һатыла.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 4 июнгә ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатлы тауар етештереүселәр бүләкләнде Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм сифатлы продукция етештереүҙә күрһәткән уңыштары өсөн бер төркөм предприятие вәкилдәрен бүләкләне.
    Сифат кубогы һәм беренсе дәрәжә диплом­ға ун предприятие лайыҡ булды. Республика башлығы ҡулынан бүләктәрҙе «ОЗНА», «Өфөнефтехим», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Востокнефтезаводмонтаж» йәм­ғиәттәре, Республика кардиология диспансеры, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты һ.б. ойошмалар етәкселәре алды. Юғары билдәгә лайыҡ булыусылар һаны биш тиҫтәгә яҡын. Үткән йылғы эшмәкәрлек еңел бирелмәне, шуға ҡарамаҫтан, электән уңышлы эшләп килгән предприятиелар һынатманы, эштәре лә тейешенсә баһаланды.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Суд приставтары федераль хеҙ­мә­тенең Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса идаралығы менән Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның төп принцибы – бәлиғ булмаған балаларҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың хоҡуғын һәм азатлығын хөрмәт итеү, һаҡлау. Был килешеү граждандар йәмғиәтен формалаштырыуға бу­лышлыҡ итеү, социаль көсөргәнеште кәметеү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау маҡсатында төҙөлә.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡул һелтәгеҙ көрсөккә, яҙылығыҙ «Йәшлек»кә! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡул һелтәгеҙ көрсөккә, яҙылығыҙ «Йәшлек»кә!Ҡәҙерле дуҫтар! «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу хаҡы кәмене, һәм ул йәйҙән яңыса, «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.

    «Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була: ул өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр ­– шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙыла алаһығыҙ.

    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

    авторы: admin | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Өфөлә заманса биҫтә төҙөләсәк Яңылыҡтар

    Өфөлә заманса биҫтә төҙөләсәк
    Киләһе йылда Өфөлә яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк – ҡаланың Дим районы эргәһендәге ике күл араһында күркәм урында торлаҡ комплексы төҙөү күҙаллана. Буласаҡ төҙөлөш урынын Башҡор­тос­тан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡараны. Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин проект менән таныштырҙы.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәштәр араһында ижади ҡарашлылар күп» Яңылыҡтар

    Бөгөн үҙ ижадың менән уҡыусыны, тамашасыны таныштырыу өсөн сиктәр киңәйгәндә-киңәйә. Февраль айында «Сикһеҙлек» («Без границ») исеме аҫтында йәштәр араһында иғлан ителгән ижади конкурс та – бының асыҡ дәлиле. Бер нисә ай дауамында йәш фотографтар, ҡәләм тирбәтеүселәр, ҡул эше оҫталары интернет селтәре аша үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы.

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru