Иренсәккә эш ярамаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бар халыҡты бергә йыйҙы халҡыбыҙҙың милли байрамы Башҡортостан » Милли проекттар

    Бар халыҡты бергә йыйҙы  халҡыбыҙҙың милли байрамы
    Һәр йылдағыса, быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, илештәр күтәренке кәйеф менән халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуйҙы гөрләтеп үткәрҙе.
    Ул 29 – 30 майҙа – ауылдарҙа, 5 июндә район үҙәге Үрге Йәркәйҙә уҙҙы. Байрам Илеш районының 75 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналды. Фанфаралар яңғырағандан һуң, үҙәк майҙанда һабантуй флагы күтәрелде. Байрамға йыйылыусылар йөҙләгән мәктәп уҡыусыһы, йәш спортсылар, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында әҙерләнгән «Дуҫлыҡ тирмәһе» тип аталған нәфис-хореографик композицияны айырыуса йылы ҡабул итте. Әлбиттә, ҡунаҡсыл Илеш ерендә һабантуй байрамы мәртәбәле ҡунаҡтарҙан башҡа уҙмай.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡырымдарға бәхет йылмайҙы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡырымдарға бәхет йылмайҙы
    «Урал моңо – 2010» XV халыҡ-ара төрки йәштәр ижады конкурс-фестивале тамамланды. Көткән өмөттәр аҡланманы. Был юлы ла беҙҙекеләрҙең гран-приға даланы булманы. Шулай ҙа бер нәмәгә лә үкенерлек түгел: йыр-моң һөйөүсе тамашасы өс көн буйы туғандаш халыҡтарҙың төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәрҙәге сығыштарын тамаша ҡылып кинәнде. Алып барыусылар, тамашасыларҙың сабырлығын һынағандай, төп призды яулаусыны хәбәр итмәй, һуңғы сиккәсә сер итеп тотто.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөнән – Сибайға... Ҡайҙа? Самолетта... Яңылыҡтар

    Тиҙҙән Нефтекамаға ла рейс асыласаҡ
    Пассажирҙарҙы Utair авиакомпанияһы хеҙмәтләндерәсәк. Әлегә беренсе осоштоң аныҡ ваҡыты билдәле түгел. Шулай ҙа ул яҡынса 10 йә 12 июндә булыр тип көтөлә.
    Сибай аэропортында ике саҡрым оҙонлоҡтағы осоу-ултырыу һыҙатын ремонтлау эштәре тамамланған да инде. Пасса­жирҙар Чехияла сығарылған яңы L – 410 самолеттарында осасаҡ. Ун туғыҙ кешене һыйҙырышлы был һауа суднолары бары тик яҡын араға – 1000 саҡрымға ғына иҫәпләнгән. Билет хаҡы 1500 һум тора. Шулай уҡ тиҙҙән Нефтекамаға ла рейс асыласаҡ. Унда аэропорт көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

    Р. НУРИСЛАМОВА.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Көн үҙәгендә – урман сәнәғәте Яңылыҡтар

    10 июндә Ҡариҙел районында урман сәнәғәтен ойоштороу һәм үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтәсәк.
    Унда БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан, урман сәнәғәте комплексының бер нисә предприятиеһынан һәм район хакимиәтенән белгестәр фекер алышасаҡ. Ултырышта шулай уҡ Германия эксперттары Курт Хорншильд менән Карл-Хайнц Клингерҙың ҡатнашыуы көтөлә.
    Урман сәнәғәте кластерын ойоштороу буйынса эштәр барышында шулай уҡ немец эксперттарының республиканың алдынғы фәнни-тикшеренеү учреждениелары һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙары үтәсәк. Сәнәғәт министрлығы белгестәре менән берлектә эксперттар Башҡортостан Республика­һының 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән оҙайлы маҡсатлы инновация программаһын тикшерәсәк, бергәләп тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.

    Р. ИШБИРҘИНА.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һыу ҡорбаны булмағыҙ! Яңылыҡтар

    Көндөң эҫелегенә түҙмәй, күптәр был көндәрҙә йылға-күл буйҙарына ашығыу­сан. Тик һыу ингәндә ҡайһы берәүҙәр ҡағи­ҙәләрҙе бар тип тә белмәй.
    Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Миәкә ра­йонының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы быуала егерме биш йәшлек егет батып үлә. Ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен иртәгәһенә генә таба. Ошондай күңелһеҙ хәл 4 июндә Өфө ҡалаһында ла теркәлә. Дим районындағы күлдә туғыҙынсы синыф уҡыусыһы һәләк була. Ошо уҡ көндө баш ҡала ҡотҡа­рыусылары йылға-күлдәрҙә патруллек иткән саҡта өс кешегә ярҙам күрһәтә.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларҙы йәйге лагерҙар көтә Сәләмәтлек

    1 июндән республикала балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм йәйге ялын ойоштороу кампанияһы башланды.
    БР Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Раил Сарбаев әйтеүенсә, әлеге көндә 100 меңдән ашыу бала 2234 ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһына урынлаштырылған.
    Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн республика бюджетынан 930,3 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был 2009 йылға ҡарағанда 85,4 млн һумға күберәк.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Рәсәй көнө, Салауат көндәре, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм баш ҡала көнөнә әҙерлек сиктәрендә «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында 11 июндән 14 июнгә тиклем «Өфө – спорт ҡалаһы» тигән физкультура-спорт байрамы үтә. Унда «Спорт ғаиләһе» фестивале, пляж волейболы һәм мини-футбол, пляж футболы, пейнтбол, ҡаяға үрмәләү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ҡаралған. Физкультура-спорт байрамында меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Черкестар автономия һорай
    Ҡарасәй-Черкесияның баш ҡалаһында бер төркөм черкес ғәҙәттән тыш съезд ойоштороп, Черкес автономиялы өлкәһен тергеҙеү талабы менән сығыш яһаған.
    Шундай өлкә 1926 йылдан 1957 йылғаса булған. Был юлы черкестар үҙ аллы республика төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя, ошо юҫыҡта милләт-ара комиссия булдырыласаҡ. Әле делегаттар Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа, Премьер-министр Владимир Путинға һәм ил етәксеһенең Төньяҡ Кавказдағы вәкиле Александр Хлопонинға мөрәжәғәт ебәрергә әҙерләнә.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru