Атаң ҡуйған атың менән аталырһың, хеҙмәтеңә ҡарай маҡталырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Истиҡбал Королтай

    Шәйехзада БАБИЧ
    (Оло Башҡортостан ҡоролтайына
    килгән вәкилдәргә)
    Әссәләмәғәләйкүм, ысын ихластан!
    Тулҡындар, ташып сығып, баштан ашҡан,
    Күңелдә балҡып янған матур хыял

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    10 – 12 июндә Өфөлә III Бөтә донЪя башҡорттары ҡоролтайы үтә Королтай

    Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1 – 2 июнендә үтә. Унда республиканан, Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән, Италия, Венгрия, Ҡытай, Перу, Япония, АҠШ, Швейцария һ.б. алыҫ сит илдәрҙән барлығы 800 самаһы делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша. Секциялар темаһы, башлыса, Башҡортостан суверенитетын нығытыуға, яңы иҡтисади мөнәсәбәттәргә, һаулыҡ, ғаилә, балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә, башҡорт теле, этностың проблемаларына, йәштәр тормошона ҡағыла.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Мародерҙар тотолған
    Польшаның рәсми делегацияһының авиаһәләкәттә һәләк булыуы тирәләй яңынан-яңы асыштар барлыҡҡа килә.
    Әле күптән түгел генә пилоттарҙың ғәйебен билдәләгән «ҡара йәшник»тәр «уҡылғайны», яңыраҡ Поль­ша етәкселегенең Рәсәй кешеләрен мародерлыҡта ғәйепләүе раҫланды. Быға һәләк булған поляк чиновнигының кредит картаһын урлап, аҡсаһын алыу сәбәпсе булған. Тәүҙә Рә­сәйҙең ОМОН-ы ғәйепләнде. Әммә бында яңылышлыҡ килеп сыҡҡан. Әле тотолоусыларҙың ябай һалдаттар икәнлеге асыҡ­ланған. Улар һәләкәт урынын һаҡлаусылар араһында булған. Шуныһы билдәле: кредит картаһы иҫәбенән аҡсаны һәләкәткә сәғәт ярым ваҡыт үткәс тә алғандар. Унан һуң да бер нисә тапҡыр ҡулланғандар. Был операция Смоленск банкыларында башҡарылған.
    Әле факт буйынса тикшереү бара.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң яҡшы тауар етештереүселәр билдәләнде Яңылыҡтар

    8 июндә БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
    Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, «БР-ҙың стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы директоры Амран Моратшин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡортостан – ауыл хужалығы ожмахы» Яңылыҡтар

    Рәсәйҙең аграр партияһы эшмәкәрлеген туҡтатҡас, дөрөҫөрәге, «Берҙәм Рәсәй» партияһына ҡушылғас, 2009 йылда илдә ауыл халҡын яҡлаусы ойошма төҙөү ихтыяжы тыуҙы. Ауыл халҡының ҡыҙыҡһыныуҙарын федераль кимәлдә иғтибарға алыу, проблемаларын хәл итеү еңелдән түгел. Ҡалала йәшәүселәр менән сәйәси эш алып барыу әллә ни проблемалар тыуҙырмай, ә инде ауыл халҡы сәйәси тормоштан йыш ҡына ситтә ҡала.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡунаҡтарға танһыҡ милли аш Яңылыҡтар

    «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Общепит» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡунаҡтарына һәм «татлы цех» буйынса хеҙмәттәштәренә «Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!» темаһы буйынса берләштерелгән арт-класс күрһәтәсәк. Һәр төрлө кулинар һәм кондитер продукция күргәҙмәһе ҡоролтайҙың төп саралары үтәсәк Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ойошторола.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәләгә тарыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Учалы районының Ураҙ ауылында янғындан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
    Ял көндәрендә Ураҙ ауылында янғын сығып, 19 кеше йортһоҙ-ниһеҙ тороп ҡала. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, әммә кешеләр бар мөлкәтен юғалтты. Раил Сарбаев фажиғә урынына барып, халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашты һәм, республика етәкселеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы:
    – Бәлә килгән икән, хәҙер нисек ярҙам итергә, нимә эшләргә кәрәк – бергәләп уйларға тейешбеҙ. Ай ярым эсендә яңы йорттар төҙөргә кәрәк. Урындағы предприятиелар ҙа зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшеңдең ҡыуанысын татығанда Яңылыҡтар

    Республика йортонда Башҡортостан Президенты бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре – уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, рәссамдар, предприятие етәкселәре бар.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru