Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Рухи ептәрҙе нығыта Шәжәрә тамыр&# ...
» Башҡортостан яңылыҡтары
» Хорау-яуап
» Ете төш
» Төбәктәр тураһында закон кәрәк
» Заманса технологиялар ифрат уңайлы



Ҡоролтайға ҙур теләк Королтай
Дуҫлыҡ ҡаяларын күрге килә,
Урал тауҙарынан аштырып.
Ер шарында дуҫлыҡ яулау өсөн
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

Төрлө ҡитғаларҙан көтөп тора
Рухи сарсауҙарға аш ҡоро.
Сал быуаттар ҡуйған талап бит ул
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

Күрешкәндә беҙҙең ҡыуаныстар
Ташҡындарҙан ашып ташҡыры.
Ғаләмдәргә олғашырлыҡ булһын
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

Беҙгә ҡаршы өрөр эт табылһа,
Тамағына уның таш торор.
Бары ғәҙеллекте күтәрә бит
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

Бар милләтте бергә туплай торған
Ҙур саралар, тимен, яҡшырыр.
Ошо теләк менән йыйыла бит
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

Барлыҡ хыялдар ҙа тотош ҡына,
Эй, тормошҡа ғына ашҡыры.
Үтһен бөтә өмөттәрҙе аҡлап
Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро!
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

 (голосов: 0)
авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңелебеҙ менән йәнтөйәгебеҙ ...
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • Ер булһа, милләт тә буласаҡ
  • Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡор ...
  • Беҙ үҙебеҙ–башҡорттар, бик боронғо халы ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru