Ҡорал юҡта ҡороҡ та ҡорал.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асы ...
» Еңеүсе батырға – автомобиль
» Иҫтә, һаман да иҫтә
» яңы үҫеш кимәленә
» Өс һөйләм менән
» Янылыктар



Бәләгә тарыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ Яңылыҡтар
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Учалы районының Ураҙ ауылында янғындан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Ял көндәрендә Ураҙ ауылында янғын сығып, 19 кеше йортһоҙ-ниһеҙ тороп ҡала. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ, әммә кешеләр бар мөлкәтен юғалтты. Раил Сарбаев фажиғә урынына барып, халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашты һәм, республика етәкселеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы:
– Бәлә килгән икән, хәҙер нисек ярҙам итергә, нимә эшләргә кәрәк – бергәләп уйларға тейешбеҙ. Ай ярым эсендә яңы йорттар төҙөргә кәрәк. Урындағы предприятиелар ҙа зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк.
БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына төҙөлөш эштәрен ойоштороуҙа һәм яңы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙа ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, мәктәп йәшендәге балаларға – һауыҡтырыу лагерҙарына, кескәйҙәргә балалар шифаханаларына бушлай путевкалар биреләсәк.
Шулай уҡ, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, янғындан зыян күреүсе 35 кешегә бишәр мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Раил Сәлих улы, янғынға ҡаршы техниканы яңыртыу кәрәклегенә лә баҫым яһаны. Әлеге ваҡытта 1200 кеше йәшәгән ауылда малсылыҡ комплексында ғына бер техника бар.

«Башинформ».
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәләгә тарыусылар яңғыҙ ҡалманы
  • Республика мәғариф кәңәшмәһен ...
  • Финдар тәжрибәһен өйрәнеп
  • Балаларҙы йәйге лагерҙар көтә
  • Янғындан зыян күреүселәргә – йорт
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru