Мародерҙар тотолған Польшаның рәсми делегацияһының авиаһәләкәттә һәләк булыуы тирәләй яңынан-яңы асыштар барлыҡҡа килә. Әле күптән түгел генә пилоттарҙың ғәйебен билдәләгән «ҡара йәшник»тәр «уҡылғайны», яңыраҡ Польша етәкселегенең Рәсәй кешеләрен мародерлыҡта ғәйепләүе раҫланды. Быға һәләк булған поляк чиновнигының кредит картаһын урлап, аҡсаһын алыу сәбәпсе булған. Тәүҙә Рәсәйҙең ОМОН-ы ғәйепләнде. Әммә бында яңылышлыҡ килеп сыҡҡан. Әле тотолоусыларҙың ябай һалдаттар икәнлеге асыҡланған. Улар һәләкәт урынын һаҡлаусылар араһында булған. Шуныһы билдәле: кредит картаһы иҫәбенән аҡсаны һәләкәткә сәғәт ярым ваҡыт үткәс тә алғандар. Унан һуң да бер нисә тапҡыр ҡулланғандар. Был операция Смоленск банкыларында башҡарылған. Әле факт буйынса тикшереү бара.
Ираҡ, Израиль, Рәсәй – иң һуғышсан илдәр
Тыныслыҡ яратыусы илдәрҙең йыллыҡ рейтингы баҫылып сыҡҡан. Был исемлекте 23 параметрға (ошо иҫәптә – ил армияһы һаны, унда кеше хоҡуҡтарын һаҡлау) ҡарап төҙөйҙәр. Һуңғы дүрт йыл эсендә донъя илдәренең агрессивлығы күҙәтелә, ти рейтинг авторҙары, тыныслыҡ кимәле 62 процентҡа төшкән. Беҙҙең Рәсәй исемлектең иң һуңында тиерлек – 143-сө урында. Иң һуғышсан ил – Ираҡ 149-сы урынды биләй, икенсе баҫҡыста, Рәсәйҙән алда – Израиль, 144-се урында. Ә иң тыныс ил – Яңы Зеландия. Унан ҡала – Япония менән Исландия. Ыҙғыш-бола күп сыҡҡан ун ил иҫәбенә Сомали, Афғанстан, Судан, Пакстан, Грузия индерелгән. АҠШ – 85-се урында.
Комета яҡынлаша
Астронавтар белдереүенсә, Ергә табан ғәләмәт ҙур тиҙлектә комета оса. Уның башы Юпитер диаметрынан ашыу, ә ҡойроғоноң оҙонлоғо 1 миллион км икән. Кометаны 15 июндә планетаның төньяҡ ярымшарында ябай күҙ менән дә күреп буласаҡ, тиҙәр. Уның ергә 170 млн саҡрым самаһы арауыҡта, Персей йондоҙлоғо тирәһендә күренеүен күҙаллайҙар. Август баштарында комета ерҙең көньяҡ ярымшарына «китә». Әйткәндәй, уны былтыр Австралия астрономы Роберт Макнот асҡан.
|