Ҡоро ҡулға ҡорал яу.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Атың булһа, ил таный
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дмитрий Медведев III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһы Пре­зи­денты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа, шулай уҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу­сыларға, ҡунаҡтарға һәм делегаттарға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
    «Ҡәҙерле дуҫтар!
    III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу­сыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләйем. Һеҙҙең форум башҡорт халҡының мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт халҡы вәкилдәре араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә бу­лыш­­лыҡ итергә тейеш. Ҡо­ролтай республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға хеҙмәт итәсәк, Рәсәйҙең мәҙәни һәм рухи төрлөлөгөн һаҡлауға һәм арттырыуға ҙур өлөш индерәсәк.
    Һеҙгә уңышлы эш теләйем».

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәләм бирҙек һиңә, Башҡорт иле, һағынып та ҡайттыҡ тағы һине! Королтай

    Андраш БИРО, Венгрия ҡунағы, тарихсы-этнолог:
    – Мине Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыуҙарына шатмын. Башҡортостанда быға тиклем ике тапҡыр булғайным. Әлеге ҡорға йыйылыу бик әһәмиәтле.
    Боронғо мадъярҙар менән башҡорттар бергә йәшәгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың теле лә оҡшаш, йәшәү рәүеше лә, мәҙәниәттәре лә. Шулай уҡ Венгрияла ла ҡоролтайға йыйылабыҙ. Үҙебеҙҙең телде, мәҙәниәтте килер быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Шул саҡта халыҡ (был һүҙҙе саф башҡортса әйтте венгр-уңғар туғаныбыҙ. – Авт.) көслө буласаҡ.
    Тиҙҙән, бая әйткәнемсә, беҙҙә лә ҡоролтай уҙасаҡ. Унда Башҡортостан делегацияһын да көтәбеҙ, улар төп ҡунаҡтар рәтендә буласаҡ, әлбиттә.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Президенты М. Рәхимов республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы. Унда: «Рәсәй көнө илебеҙ халыҡтарының уртаҡ яҙмышын, уның күп быуатлыҡ традицияларға һәм рухи ҡиммәттәренә тоғролоғон символлаштыра. Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү, уның үткәненә хөрмәт берләштерә.
    Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек, бәхет һәм иртәгәһе көнгә ышаныс, Тыуған илебеҙҙең киләсәге өсөн яңы матур ҡаҙаныштар теләйем!» – тиелә.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федераль үҙәктә РФ Милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ булдырыу мәсьәләһе ҡарала Яңылыҡтар

    Мәскәүҙә РФ Милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрелде. Был турала III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Рәфғәт Алтынбаев хәбәр итте.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика онкология диспансерының хирургия корпусы асылды Яңылыҡтар

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Республика онкология диспансерының хирургия корпусын асыу тантанаһында ҡатнашты.
    Дауалау учреждениеһының медицина персоналы алдында сығыш яһап, Премьер төбәк өсөн был объекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.
    Корпус төҙөлөшө 2007 йылда башланған. Дөйөм майҙаны туғыҙ мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы бинала хирургия блогы, реанимация бүлеге, рентгенология, эндоскопия һәм стерилизация бүлектәре, лабораториялар урынлаштырылған.
    Объектты төҙөүгә бер миллиард алтмыш миллион һум аҡса бүленгән, уның 630 миллион һумына заманса медицина ҡорамалдары алынған.
    Хәҙер бында көн һайын – 50-нән ашыу, дөйөм алғанда, бер йыл эсендә ете мең ярымға тиклем ҡатмарлы операциялар яһаласаҡ.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!» Королтай

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!
    Төклө булһын аяғың.
    Башҡортома хеҙмәт итеү
    Булһын һинең маяғың.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр БЕРЕһЕНДә етди мәсьәләләр ҡаралды Королтай

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараған 11 секция эшләне
    «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеш шарттарында ер менән файҙаланыу проблемалары» секцияһына бөтәһе йөҙҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡ килде. Әлбиттә, халыҡ, этнос тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә милекте ҡайғыртырға кәрәк. Милке булмаған халыҡтың рухы ла, теле лә, дәүләте лә булмаясаҡ. Шуға ла ер мәсьәләләрен хәл итеү Ҡоролтайҙа күтәрелгән төп проблема булды. Ер менән файҙаланыу мәсьәләләре үҙенең эсенә бик күп йүнәлеште ала, унда ауылда йәшәгән халыҡтың матди хәле, урман-йылғаларыбыҙҙың яҙмышы ла сағылды.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр тарихҡа һәм киләсәккә битараф түгел Королтай

    Йәштәр тарихҡа һәм киләсәккә битараф түгел
    III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткән Беренсе йәштәр ҡоролтайында республика ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән 710 делегат ҡатнашты. Мөһим сараға иң күп делегаттар Силәбе, Омск, Һамар, Пермь өлкәләренән, Ханты-Манси Автономиялы Округынан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгәйне. Уларҙың социаль ҡатламына күҙ һалһаҡ, күбеһен сәнәғәт предприятиелары, ауыл эшсәндәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ижади һәм техник интеллигенция вәкилдәре тәшкил итә. Араларында ун биш йәш ғалим, ике йөҙ илле юғары уҡыу йорто студенты бар ине.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru