Егәрленең ҡулы ете.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Дайджест
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам! Королтай

    Ишембай районында «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы гөрләп үтте
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    Донъя кимәлендәге уникаль тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы Торатау бер юлы үҙенә тиҫтәләгән мең кешенең һоҡланыуына шаһит булды. «Салауат йыйыны – 2010» республика фольклор байрамына килгән һәр кемдә: «Их, иң үренә менеп кенә ҡараһаң...» – тигән уй тыуғандыр. Күптәргә ундай бәхет тейҙе, әммә ҡайһы берәүҙәр мөһабәт тауға яландан ғына ҡарап һоҡланды.
    Әүлиәләр төбәге, башҡорттоң изге тауы ул Торатау. Борондан бында, ырыу-ырыу булып, халҡыбыҙ әҙ йыйылған тиһеңме ни?! «Ырыуҙар ташы» мемориал комплексы төҙөләсәк был ерҙә. Юҡ, ырыуыбыҙ тураһында тарихты мәңгеләштереү өсөн генә түгел, ә тауыбыҙҙы замандың хәүеф-хәтәренән һаҡлау маҡсатында ла.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәләмдән моң тамғанда... Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы бүләкләү сараһы үтте. Улар араһында «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар
    Ҡәләмдән моң тамғанда...
    Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы бүләкләү сараһы үтте. Улар араһында «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар
    Кисә Башҡортостан Республикаһы журна­лис­тары һөнәри байрамдарын билдәләне. Байрам тантанаһы башҡорт публицистикаһына нигеҙ һалыусы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ вәкилдәре, республика матбуғат баҫмалары һәм ҡала, район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһында фотохәбәрселәр Айрат Нурмөхәмәтов, Владимир Карабанов, Нәсих Хәлисовтарҙың фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Ысын һуғыш бара
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡырғыҙстандағы бәрелештәр арҡаһында 113 кеше һәләк булған, ә инде яраланғандарҙың һаны аныҡ ҡына билдәле түгел.
    Көньяҡтағы Ош ҡалаһында электр энергияһы, «зәңгәр яғыулыҡ» биреү туҡтатылған. Әле илдәге хәл бер аҙ ғына тотороҡлана төшһә лә, власть ваҡиғаларҙы тулыһынса контролгә алды, тип әйтеп булмай.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәрендә булып, Белорет районындағы хәл-торош менән танышты. Шулай уҡ «Асы» санаторийының ял үҙәген төҙөү барышы менән ҡыҙыҡһынды, Асы ауылының социаль хәле менән танышты. Был сәфәрҙә уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Премьер-министр урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер юлы өс байрам! Башҡортостан

    Бер юлы өс байрам!
    Баш ҡалабыҙ халҡы 12 июндә бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, Баш ҡала көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне.
    Ошо уңайҙан Өфөлә, йылдағыса, Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыу тантанаһы ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.
    Был көндә бай йөкмәткеле спорт-мәҙәни саралары ла үтте. Мәҫәлән «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында «Өфө – спорт баш ҡалаһы» физкультура-спорт байрамы ойошторолдо.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡорт халҡына хат» Королтай

    йәки Салауат Юлаев майҙанында йыр-моң аша әйтер һүҙҙәр яңғыраны
    III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә уҙғарылған «Башҡорт халҡына хат» исемле был концерттан Салауат Юлаев майҙаны шау-гөр килеп торҙо.
    Башҡорт эстрадаһының сағыу «йондоҙ»ҙары ҡатнашлығында ойошторолған концерт башҡорт йәштәренең беренсе ҡоролтайына бағышланды һәм унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан йыйылған 700-ҙән ашыу делегат, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Байрам, исеменән үк күренеүенсә, башҡорт халҡына мөрәжәғәт – хат рәүешендә ойошторолғайны.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Артабан да юғары кимәлегеҙҙе һаҡлағыҙ» Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов республика журналистарын Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәр­ҙәре көнө менән ҡотланы.
    Унда: «Киң мәғлүмәт саралары бөгөн граждандар йәмғиәтенең мөһим элементы, дәүләттең мәғлүмәт сәйәсәтенең нигеҙе булып тора. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа беҙҙең матбуғаттың профессиональ кимәле һиҙелерлек күтәрелде. Баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни саралар­ҙы әүҙем яҡтырта, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ыңғай образын формалаштырыуға ҙур өлөш индерә. Уларҙың көндәлек хеҙмәте ярҙамында республика халҡы илдәге ваҡиғалар менән танышып бара.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу өсөн бөтә шарттар бар Королтай

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова «Республика халҡының сәләмәтлек торошо» тип исемләнгән доклад менән сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр һәм балаларҙың һаулығы тотош милләт һаулығы күрһәткесе ул, тип билдәләне. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ һанының тәбиғи артыуы күҙәтелә. Тыуым күрһәткесе биш йыл эсендә 27 процентҡа үҫкән, ә бер йәшкә тиклемге балалар һаны 19,5 процентҡа күбәйгән. 2010 йылда ун һигеҙ йәшкә тиклемге балалар һаны 839 мең бала иҫәпләнә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа сабыйҙар араһында үлем осраҡтары кәмегән.

    авторы: Нур | 15 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru