Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәрендә булып, Белорет районындағы хәл-торош менән танышты. Шулай уҡ «Асы» санаторийының ял үҙәген төҙөү барышы менән ҡыҙыҡһынды, Асы ауылының социаль хәле менән танышты. Был сәфәрҙә уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Премьер-министр урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.
«Урал Лото» компанияһының тираж отоу буйынса уйындары телевизор ҡабыҙырға мөмкинлеге булмаған баҡсасылар өсөн июндән «Спутник ҒМ» радиоканалынан тура эфирҙа алып барыласаҡ. Шулай уҡ йәйге ял яратыусылар кеҫә телефоны ота ала. Иң мөһиме, тик ошо аҙнала ғына алты һандан торған комбинацияны дөрөҫ атаған кеше биш миллион һум аҡса отасаҡ.
«Башинформсвязь – Динамо-97» командаһы Новотроицкиҙа Рәсәй Кубогына үткән ярышта еңде. Йәш элемтәселәр Новотроицк, Орск, Магнитогорск, Учалы ҡалалары командаларын еңеп, ярыштың артабанғы турына сыҡты. Улар 16 августа Силәбенең «Локомотив»ы менән уйнаясаҡ.
Швециялағы Уппсала ҡалаһында үҫмерҙәр араһында биш төр ярыш буйынса башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллина шәхси турнирҙа һәм Рәсәй командаһы составында «көмөш» миҙал яуланы. Шәхси турнирҙа Венгрия спортсыһы Софья Фолдхази еңде. «Бронза» – Гөлназдан 20 балға ҡалышҡан Глория Точчи исемле Италия спортсыһында. Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне |