Күптән көтөп алған футбол чемпионаты ла старт алды. Беренсе булып майҙанға донъя беренселеге хужалары – Көньяҡ Африка Республикаһы уйынсылары менән Мексика командаһы сыҡты. Командалар күпме генә тырышмаһын, 1:1 иҫәбенә уйнап, дуҫтарса айырылышты. Шул уҡ төркөмдән Франция футболсылары менән Уругвай командаһы бер-береһенең ҡапҡаһына «асҡыс» таба алмай, мәрәйҙәрен бүлешергә булды. Ә бына Рәсәйҙе ошо ҙур байрамдан мәхрүм иткән Словения уйынсылары был чемпионатта ла ҡайһы бер командаларҙың башына етмәксе. Беренсе осрашыуҙа улар, Алжирҙы 1:0 иҫәбенә отоп, үҙ «ҡумта»һына тәүге өс мәрәйҙе һалып ҡуйҙы. Төркөмдәше Англия футболсылары, ҡапҡасыһы арҡаһында гол үткәртеп, АҠШ менән 1:1 иҫәбенә уйнаны. «В» төркөмөндә Көньяҡ Корея Грецияны 2:0 иҫәбенә еңһә, Аргентина Нигерия командаһын 1:0 иҫәбенә отто. Германия уйынсылары Австралияны 4:0 иҫәбенә ҡыйратып, чемпионатта тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Шул уҡ төркөмдән Гана командаһы Сербияны 1:0 иҫәбенә еңеп, немецтар һымаҡ өс мәрәй яуланы. Кисә кис Голландия – Дания, Япония – Камерун һәм Италия менән Парагвай командалары осрашты. Бөгөн яңы Зеландия Словакияға ҡаршы сыҡһа, Кот-Д’Ивуар Португалия футболсыларына һәм Бразилия Төньяҡ Корея уйынсыларына ҡаршы һынау тотасаҡ. Н. ТИМЕРОВ. |