Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Рәсәй көнө менән!
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мөң һәм ысын таланттар байрамы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мөң һәм ысын таланттар байрамы
    Октябрьский ҡалаһында ошо көндәрҙә үткән Ҡурай байрамында ике йөҙҙән ашыу ҡурайсы катнашты.
    Республика кимәлендә ойошторолған сара быйыл юбилейын билдәләй – унынсы тапҡыр бөтә ҡурайсыларҙы туплай. Халыҡ араһында йылдан-йыл популярлаша барған ҙур сара унда бәйге тотоусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә мөһим һәм әһәмиәтле. Бәйгелә ҡатнашыусылар уйнаған көйҙөң тарихын да һөйләп үтә. Ғөмүмән, сәхнәгә сыҡҡан һәр кем башҡорт милли көйҙәрен, йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белергә тейеш. Шуға ла был ярышта таланттарҙың ҡурай уйнау һәләте генә түгел, тыуған еребеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен белеүе лә баһалана.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡты уйлыларҙың йөҙө нурлы Яңылыҡтар

    Яҡты уйлыларҙың йөҙө нурлы
    Яҡты уйлының йөҙө нурлы, тип юҡҡа әйтмәй­ҙәр: унынсы синыф уҡыу­сылары башҡорт теле кабинетына килеп инеү менән тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, көләс йөҙлө егеттәр – әйтерһең дә, һайлап ҡына алынған балаларҙы йыйып килтергәндәр ҙә, бер урынға туплағандар! Сәйет батыр, Һары Мәргән, Йосоп Арыҡов кеүек батырҙарҙың, аҫыл заттарҙың вариҫтары көтөүҙәремде аҡланы: йәнле аралашыу мәлендә уйҙарыбыҙҙың, ниәттәребеҙҙең берлеге асыҡланды һәм күренмәҫ ептәр беҙҙең дуҫлыҡты нығытты, яҙмыштарыбыҙҙы бәйләне. Был буш һүҙҙәр түгел.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәттәшлек киңәйә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡор­тостан делегацияһы Санкт-Петербургта үткән XIV халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашты.
    Уның барышында Башҡортостан Республикаһы менән Ленинград өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    Ике төбәккә лә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең йылдам үҫеше, эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ хас.
    Яҡтарҙың килешеүенсә, Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербург ҡала­һындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хәҙер Башҡор­тос­тан Республикаһының Ленинград өлкәһендәге төбәк вәкиллеге лә буласаҡ. Биш йылға төҙөлгән документ 73 пункттан тора. Атап әйткәндә, Ленинград өлкәһе Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе ауыл хужалығы һәм машиналар эшләү өлкәләрендә үҫтерергә ниәтләй. Тиҙҙән ленинградтар беҙҙән уңайлы 60 «НефАЗ» автобусы һатып аласаҡ.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыш хеҙмәт аша килгән байрам Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты уҙған ял көндәрендә эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды. Республика етәксеһе бында Оло Юшатыр йылғаһында һыу һаҡлағыс асыу тантанаһында һәм район һабантуйында ҡатнашты.
    Президент, республиканың барлыҡ халҡының үҙҙәренең уңыштары менән ғорурлана алыуын билдәләп, Башҡортостандың Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе булыуын, социаль-иҡтисади үҫешен, матди тотороҡлолоғон һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ул илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған мөһим ваҡиғалар, сәйәси һәм социаль сараларға ла туҡталды.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя янылыҡтары Яңылыҡтар

    Цирк хайуандары балаларға ташлана
    Мәскәү янындағы Клину ҡалаһында цирк тамашаһы ваҡытында ҡаплан ете йәшлек баланы һуғып йыға.
    Тамашала сығыш яһаған ҡыҙыҡай иҫән ҡала-ҡалыуын, әммә тырналған яраһы тәрән була, ул шок кисерә. Был фажиғәнең шоуҙы ойоштороусыларҙың ғәйебе менән килеп сыҡҡан булыуы мөмкин. Хайуан үҙен сәхнә артына алып сығып барғанда ҡотороп китә лә ҡыҙҙың муйынына һуға.
    Ғөмүмән, цирктағы арыҫлан, юлбарыҫ кеүек йыртҡыстар балаларға йыш ташлана. Дрессировщиктарҙың әйтеүенсә, өлкәндәргә ҡарата йәнлектәр нисек тә түҙем, ә балалар улар өсөн – табыш. Әле барлыҡ цирк, зоопарктарҙы тикшерергә йыйыналар. Хәүеф янаған ерҙә балаларҙың ҡатнашлығын сикләү тураһында һүҙ бара.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәргә – эш! Яңылыҡтар

    Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе йәйге осорҙа айырыуса көнүҙәк. Был мәсьәлә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының конференц-залында өсөнсө хеҙмәт семестрын асыу барышында ҡаралды.
    Эшсе студент отрядтары штабы рәйесе Рима Мөфтәхетдинованың һүҙҙәре буйынса, өсөнсө хеҙмәт семестрында республиканың 6 мең тирәһе студенты ҡатнашасаҡ. Улар Башҡортос­тандың төрлө төбәгендә хеҙмәт итәсәк, ҡайһы берҙәренә сит өлкәләргә барып эшләү мөмкинлеге лә биреләсәк. Хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы түләнәсәк – яҡынса 4 – 15 мең һум.
    Стәрлетамаҡтағы студотрядтар эшмәкәрлеге менән Евгений Егоров таныштырҙы, БДАУ-ҙың «Колос» махсуслаштырылған студент отряды тәжрибәһе менән Фаил Ғәлләмов уртаҡлашты. Башҡа хеҙмәт отрядтарының кураторҙары ла пландары менән бүлеште. Сара аҙағында йәштәрҙе хеҙмәт менән тәьмин итеүгә арналған проект һәм программалар конкурсының еңеүселәре бүләкләнде. Уларға проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар тапшырылды.

    Р. ДӘҮЛӘТОВА.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бассейн булғас, ял тағы ла күңеллерәк Яңылыҡтар

    «Муйылҡайҙар» балалар йәйге ял һәм сәләмәтләндереү лагерында яңы заманса бассейн асыу тантанаһы бында ял итеүсе балалар өсөн күптән көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡи­ғаға әүерелде. Бассейнды асыу тантанаһында Баш­ҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Етемдәргә уҡыу йорттарына юл асыҡ Яңылыҡтар

    Респуб­ли­ка йортонда ба­лалар йорттарының сығарылыш синыф уҡыусыларының урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үтте.
    Уны Башҡортостан Хөкү­мәтенең фән һәм мәғариф бүлеге начальнигы Альберт Ҡор­манов алып барҙы. Кәңәшмәлә БР Мәғариф министрлығы белгестәре, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән дәүләт учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru