Күп йоҡлаған атын алдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Һай, күңелле Яңы йыл
» Илһаметдин Ғәйфетдин улы Мифтахов
» Төнөн тауышланып ҡына ҡара!
» Хөрмәтле «Йәшлек»тәр!
» Алдынғыларға – Президент премиялары
» Башҡортостан халыҡтары, съезға әҙерл ...



Әсәйем хәтирәләре Башҡортостан » Хәтер
Әсәйем Шәрифә Мырҙабулат ҡыҙы Туғыҙбаева 11 йәшенән ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡала. Яҡындары ҡапыл ауырып, үлеп китә. Етемлек һурпаһын ҡара йәштән татырға тура килә уға. Ике ағаһына таянып йәшәй башлағанда ҡәһәрле һуғыш уты тоҡана. Ағайҙарын яуға оҙатып ҡала, улар шул китеүҙән ҡайтмай, яу яланында ятып ҡала. Әсәйем бер туғанһыҙ тороп ҡала.
16 йәшлек ҡыҙ балаға үҙ-үҙен ҡарарға ла, ололар менән бер рәттән эшләргә лә тура килә. Ул 7-се класты Маҡтау грамотаһы менән тамамлай. Тик артабан уҡыу тураһында уйларға тура килмәй, бөтә хыялдар селпәрәмә килә. Һуғыш…
Уҡыуға отҡор, зирәк әсәйемде хисапсы итеп ҡуялар. Ул был йылдар тураһында шулай хәтерләй ине:
“Комсомол исеменә тап төшөрмәнек, һәр саҡ алдынғы сафта булдыҡ. Көндөҙ эшендә эшләһәк, төнөн ай яҡтыһында башаҡҡа барҙыҡ. Нисектер тамаҡ туйҙырырға кәрәк ине. Алһыҙ-ялһыҙ эшләүгә нисек түҙгәнбеҙ ҙә, нисек сыҙағанбыҙ. Ирҙәр урынына ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бесәнен дә саптыҡ, игенен дә сәстек, йыйҙыҡ та – һәр эште ваҡытында өлгөрттөк. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тип эшләнек тә эшләнек. Туғайҙы ат менән сабып ала инек (ә хәҙер ҡеүәтле техника менән дә бесәнде сабып бөтмәгән саҡтар була). Ат башында 7 – 8 йәшлек малайҙар ултырҙы. Уларҙың рәхәтләнеп уйнар саҡтары ине лә бит. Еңеү өсөн, фронт өсөн тип эшләнек. Бына беҙ кемдәргә бурыслыбыҙ, кемдәр алдында баш эйергә тейешбеҙ!
Һуғыш ваҡытында тоҙ, шырпыға тиклем ҡытлыҡ кисер­ҙек. Төнөн ут яндырырға рөхсәт итмәйҙәр ине. Фронттан ауылға хат килһә, йәшен тиҙлегендәй тарала. Нисек кенә ауыр булмаһын, фронтҡа тик яҡшы хәбәрҙәрҙе генә яҙып ебәрә инек. Сөнки улар бит унда ут эсендә, ауыр, ҡайғылы хәбәрҙәр йөрәктәрен телгеләмәһен тип.
Ир-аттар һуғышта, һунарсылар ҙа юҡ. Бүреләр шул тиклем күбәйеп китте.
Район үҙәгенән ат менән ҡайтҡан саҡта арбаға тимер-томор һалып шаҡылдатып ҡайта инек. Шул тауыштан ҡурҡалар, шулай ҙа киләләр ине.
Ауыл халҡы шул тиклем татыу булды, һуңғы ризығына тиклем бүлешеп ашаны. Шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисерҙек. Шуға ла ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Ашаған төп аҙығыбыҙ ыумас, өйрә, һөт, ҡатыҡ. Бына ошо аҙыҡтар ҡотҡарҙы ла инде.
Еңеү көнөндә көн сыуаҡ булды, бер аҙ һибәләп ямғыр яуҙы. Әйтерһең дә, тәбиғәт тә еңеүгә ҡыуана. ”Беҙҙекеләр еңгән!” – тигән хәбәр тиҙ генә ауылға таралды. Бөтә халыҡ урамға ағылды. Район үҙәгенән килгән вәкил дә, күҙ йәшен тыя алмайынса, телмәр тотто. Кемдер шатлығынан бейей, кемдер үкһеп-үкһеп илай. Ә бала-саға: “Атайым ҡайта, атайым ҡайта”, – тип ҡыуанышып йүгерә.
Әлдә шул ауыр заман үтеп китте. Һуғыш уты тоҡанмаһын, төшөбөҙгә лә инмәһен”, – тип йыш ҡабатлар ине.
Ошондай ауырлыҡтарҙы күргәнгә лә әсәйем тырышып, кешеләрҙән ҡалышмайынса тормош көттө. Үҙенә уҡыу эләкмәгәнгә күрә балаларын уҡытырға тырышты. Дурт ҡыҙы ла юғары белемле уҡытыусы.
Тик үҙенә оҙаҡ йәшәргә яҙманы – 62 йәшендә үлеп ҡалды. Бала сағы, йәшлеге һуғыш осорона тура килмәһә, бәлки, беҙҙе ҡыуандырып йәшәр ҙә йәшәр ине. Тәҡдире шулай булғандыр инде.

Рәмилә ТУҒЫҘБАЕВА.
Хәйбулла районы,
Мәмбәт ауылы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 22 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 90 йәшлек Зөбәйҙә инәй
  • Fүмеребеҙ буйы бурыслыбыҙ
  • Ә әсәйҙәр көттө атайҙар ...
  • Беҙ Любинә мәктәбен үттек
  • Етемhерәп ҡалды ауыл
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru