Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иман
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • УРАҘА
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алтын ҡуллы табиптар билдәләнде Яңылыҡтар

    Медицина көнө хеҙмәткәр­ҙәре уңайынан баш ҡалабыҙҙа изге һөнәр эйәләренә арналған байрам тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.
    Республикабыҙҙың барлыҡ табиптарын, шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, Мортаза Ғөбәйҙулла улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштарға, үҫеш перспективаларына байҡау яһаны, медицина хеҙмәткәрҙәренең социаль хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларға туҡталды.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләһенә арналған күсмә Республика советын үткәреүгә әҙерлек дауам итә. Быйыл ул 24 сентябрҙә Өфө ҡалаһында үтәсәк. Медицина форумына әҙерлек барышында бер нисә һаулыҡ һаҡлау объектын проектлау, төҙөү, төҙөкләндереү һәм медицина йыһаздары менән тәьмин итеү өсөн республика һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте бюджетынан һәм башҡа сығанаҡтарҙан 1 млрд 207 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт милли хәрәкәтенең халыҡты үҫтереүҙәге һәм бергә туплауҙағы РОле Королтай

    Сығышымдың башында уҡ ике тарихи датаны иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: улар – башҡорт халҡының бөйөк улы, билдәле ғалим-төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл һәм Башҡортостан Республика­һының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығы.
    Был ваҡиғалар үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, башҡорттар һәм Башҡортостан халыҡтары өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй өсөн дә тәрән тарихи һәм символик әһәмиәткә эйә. Илебеҙҙә федерализм төҙөлөшөндә, халыҡтар­ҙың үҙбилдәләнеше идеялары үҫешендә Әхмәтзәки Вәли­диҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Башында нәҡ ул торған башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килгән, Башҡортостан дәүләтселеге үҫешенә нигеҙ һалынған, Рәсәй Федерация­һының милли-территориаль дәүләтселеге ҡоролошо принцибы раҫланған.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурҡҡанға ҡуш күренә Сәйәсәт

    3 июндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Пан Ги Мун Израиль властарын 31 майҙа нейтраль һыуҙарҙа Израиль диңгеҙ пехотаһы үткәргән ҡанлы операция хаҡында «тиҙерәк һәм тулы мәғлүмәт бирергә» саҡырҙы. «Мин донъя илдәре башлыҡтары, Төркиә, Израиль һәм БМО-ның төп ағзалары менән әңгәмә үткәрҙем, – тине Генераль секретарь. – Артабан бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн, мөмкин булған сараларҙың барыһын да күреү мөһим». Пан Ги Мун рәсми Тель-Авивтан Газа секторын блокадалауҙы кисекмәҫтән туҡтатыуҙы ла талап итте. Израиль Газа секторын ҡамап тотмаһа, кеше үлтереүгә бәйле ваҡиға булмаҫ та ине.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һеҙҙе күрмәҫ борон яраттыҡ, хушлашырҙан алда һағынабыҙ...» Мәҙәниәт

    Йәмле май айында донъяның бик күп иленең төрки телле радиолары вәкилдәре Төркиәнең Морсин ҡалаһында Халыҡ-ара радио көнөнә йыйылды. Был сара Төркиәлә даими рәүештә радио һөйләй башлауға 83 йыл тулыу уңайынан ойошторолғайны.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты ---

    Уртаҡ мәсьәләләр
    Балалар баҫмалары подписка осоро ваҡытында һәр ваҡыт ике арауыҡта ҡала: эш шунда – беҙҙең баҫмаларҙы балалар уҡыһа ла, уға өлкәндәр яҙылырға тейеш. Ана шунда, әгәр бала үҙе: ”Әсәй, атай, миңә “Аманат” журналын яҙҙырығыҙ!” – тип мыжып йөрөмәһә, өлкәндәрҙең был хаҡта онотоп ҡуйыуы ла ихтимал. Һәм был ысынлап шулай килеп сыға ла. Йәйгә сыҡҡас, өлкәндәрҙең мең мәшәҡәте барлыҡҡа килә, алдарында шулай уҡ йәйге ял “мәшәҡәттәре” пәйҙә булған балалар ҙа ай һайын килеп торған журналы хаҡында “онота”. Ошо сәбәптәр арҡаһында бына нисә йылдар инде бер күренеш күҙәтелә: июлдән “Аманат” журналының тиражы яртылаш тиерлек кәмей ҙә ҡуя! Әйткәндәй, журналға яҙылыу йыл дауамында барыуын, бер айҙа яҙылһаң, ул киләһе айҙан килә башлаясағын күптәр онота. Шулай ҙа хәтерләүселәр бар, ай һайын беҙҙең тираж алдағыһынан күпмегәлер айырыла. Хатта үҙҙәре хаҡында баҫылып сыҡҡан һанға ғына яҙылыусылар ҙа осрай әле. Шуның өсөн, күҙ алдына килтерһәгеҙ, яҙылыу квитанцияһында айлап бүленештәр бар.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тылдағы батырлыҡ Башҡортостан » Хәтер

    Бөйөк Еңеү һалдаттарҙың ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың, үҫмерҙәрҙең тылдағы фиҙакәр хеҙмәте, тыуған илгә һөйөүе аша яуланды. Шуға күрә аслы-туҡлы, ярым-яланғас көйөнсә ҡулдарынан килгәнсе был көндө яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индереүселәр тураһында ла онотмаһаҡ ине.
    Һүҙем әҙәм балаһы күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы тал сыбығындай кәүҙәләре менән ирҙәрсә күтәргән 12 – 15 йәшлек ҡыҙҙар тураһында.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсәйем хәтирәләре Башҡортостан » Хәтер

    Әсәйем Шәрифә Мырҙабулат ҡыҙы Туғыҙбаева 11 йәшенән ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡала. Яҡындары ҡапыл ауырып, үлеп китә. Етемлек һурпаһын ҡара йәштән татырға тура килә уға. Ике ағаһына таянып йәшәй башлағанда ҡәһәрле һуғыш уты тоҡана. Ағайҙарын яуға оҙатып ҡала, улар шул китеүҙән ҡайтмай, яу яланында ятып ҡала. Әсәйем бер туғанһыҙ тороп ҡала.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru