Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Күсәр
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡәҙерле дуҫтар! ---

    Ашығығыҙ! Бер көндән подписка тамамлана!
    1 июлдән гәзитебеҙ «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Йылдың икенсе яртыһында «Йәшлек» өйөгөҙгә тулы килеш, йәғни аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин) – 80148 индексы, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
    «Йәшлек» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып, «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар! Кем белә, бәлки, тап һеҙгә бәхет йылмайыр һәм баҫмабыҙ бүләге эләгер (ә бүләге бит хәт-тәр шәп!)

    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Документ – ҡулда, ә алда? Мәғәриф

    Документ – ҡулда, ә алда?
    Бөгөн-иртәгә бик күптәр яңы тормош башлаясаҡ. Юҡ-юҡ, ахыры заман да етмәй, аҡса ла үҙгәрмәй. Бары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, аттестат йәки диплом алып, яңы тормош һуҡмағына аяҡ баҫа.
    Сер түгел, «аттестат», «диплом» тигән ҡатыр­ғаны ҡулдарына алғас, бик күптәр еңел һулап ҡуя. Ниһайәт, был көн етте бит әй, тиеүселәр ҙә байтаҡ. Тиҫтә йыл ғүмереңде үҙ эсенә алған аттестат йәки дүрт-биш йылды бағышлаған дипломды ҡулға алғандан һуң, күңелдәр­ҙе әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек, шатлыҡ хисе биләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта аҡылдың бер мөйөшө менән был тойғоноң оҙаҡҡа бармаясағын да аңлайһың. Сөнки алда – яңы кәртәләр, билдәһеҙлек... Кемдер, БДИ буйынса алған балдарым етеп, уҡырға инә алһам ярар ине, тип, борсола, икенсе берәү, яйлы эш килеп сыҡһа шәп булыр ине, тип хыяллана. Йәғни һәр кем үҙ һуҡмағын үҙе һайлай.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    977 уҡыусы математиканан «икеле» алған Мәғәриф

    Башҡортостанда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 27214 уҡыусы тапшырҙы. Уларҙың 977-һе был фән буйынса «икеле» билдәһен алды. Ә инде бер генә сығарылыш уҡыусыһы иң һәйбәт һөҙөмтәне күрһәтеп, камил белемен иҫбатланы – ул 100 балл йыйған! Дөйөм алғанда, республикала математика буйынса бирелгән Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы – 49,52.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй өсөн һәр кем мөһим! Перепись

    Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арнал­ған йәштәр фестивале үтте. Өфөләр өсөн ул ысын байрамға әйләнде.
    Майҙанға йыйылыусылар алдында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С. Бая­зитов һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Ә. Ғәниев тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итеп, йәштәрҙе киләһе мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоролоҡҡа бәйле, Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде Яңылыҡтар

    Ҡоролоҡ зонаһына эләккән утыҙ алты муниципаль районда һәм ике ҡала округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был бойороҡҡа кисә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.
    Премьер-министр хакимиәт башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмәһендә хәл иткес саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Хаҡтар арта... әҙерәк ҡулланһындар өсөн
    Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко тәмәке менән алкоголгә хаҡтарҙы арттырыу кәрәклеген билдәләгән.
    Уның уйлауынса, был сара ҡулланыусылар һанын бер аҙ булһа ла кәметеүе мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә йылына 400 млрд дана тәмәке етештерелә. Шул уҡ ваҡытта уның үләне илдә үҫтерелмәй. Әлеге күрһәткестең юғары булыуына Америка эшҡыуарҙары ғәйепле, имеш: улар бөтә тәмәке сәнәғәтен 90-сы йылдарҙа уҡ һатып алған.
    Онищенко тәмәке хаҡтарының күпме буласағын әйтмәһә лә, алкоголле эсемлектәрҙекен асыҡ билдәләне. Бер шешә араҡының хаҡы тиҙҙән 420 һум тороуы мөмкин. Шулай ҙа тәмәке хаҡын фаразлағанда, уның ике тапҡырға ҡиммәтләнеүе көтөлә.
    Бының менән генә әллә ни яҡшы һөҙөмтәләр булмаҫ та ул...

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй иҫәп участкаларына бүленгән Перепись

    Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына әҙерлек эштәре тулы ҡеүәтендә бара. Бөгөн Росстат илдең 155505 тораҡ пункты биләмәләрен иҫәп алыу участкаларына бүлеүҙе тамамлаған. Был эш автоматлаштырылған махсус системаны ҡулланып башҡарыл­ған.
    Уның нигеҙенә 2009 йылдың июль – авгусында ҡала һәм ауылдарҙа йорттар һанын, уларҙа йәшәүселәрҙе теркәгәндә алынған мәғлүмәттәр һалынған. Шулай уҡ бер иҫәп алыусыға тәғәйен эш күләме билдәләнгән: уға 22 көндә уртаса 400 кешене «һанау» тура килә. Үтә алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә – 250 кеше. Барлыҡ участкалар буйынса район-ҡалаларҙың, ҡасабаларҙың схематик картаһы төҙөлгән. Улар һәр иҫәп алыусыға бирелә.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ Башҡортостан » Хәтер

    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
    1941 йылдың 22 июне – Рәсәй тарихында иң ҡайғылы ваҡиғаларҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул, ошо ҡәһәрле йылдар шаһиты булған һәр кемдең күңелендә уңалмаҫ яра булып, һаман да һаҡлана. Һуғыш башлан­ған көндө бөгөнгө быуын да хәтерҙә тота.
    Өфөнөң Еңеү паркында йылдағыса Хәтер көнө үтте. Бында ветерандар ғына түгел, тыл хеҙмәтсәндәре лә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә, власть органдары етәкселәре лә, Башҡортостандың эҙәрмәндәр фонды ағзалары ла ҡатнашты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru