– Апай, нишләп беҙҙең ауылды йыш ҡына Скворчиха тип түгел, Ҡолан тип йөрөтәләр? – Ҡолан, тиҙәр шул. – Олораҡ урыҫ ағайҙар ҙа хатта «Ҡолан» тип һөйләйсе. Бына ошондайыраҡ һорауҙарҙы балаларымдан йыш ишетә килә бер нәмәгә инандым: ауыл тарихын, нәҫелдәрҙең шәжәрәһен, ысынлап та, өйрәнергә, белергә теләү йәш быуында көслө. Ошо ынтылышты һүндермәй, дәртләндереп, ҡуҙ өҫтәргә генә кәрәк. Cөнки үткәндәрҙе белеү бөгөнгө йәшәйешебеҙ, киләсәк өсөн файҙалы. Төрлө милләт халҡы йәшәгән беҙҙең Скворчиха ауылында дүртенсе тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәрелде. Байрамға килеүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған әллә күпме һорауға яуап тапты. Башҡорт ерендә ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң был урыҫ ауылы? Башҡортостан 1557 йылда Рәсәйгә ҡушылғас, бай ерҙәрҙе ҡулға төшөрөү өсөн урыҫ баярҙары, дворяндары, сауҙагәрҙәр килеп тула. Верхотор, Воскресенск яҡтарындағы ерҙәрҙе 200 тәңкәгә Себер сауҙагәре И. Твердышев һәм уның кейәүе И. Мясников һатып ала. Улар бында баҡыр заводы төҙөй. Верхотор заводына ҡараған Скворчиха өс яҡтан урманлы тауҙар менән уратылған ергә һалына башлай. Ауылдың төньяғындағы ҡалҡыулыҡтар аҫтынан – Ергәбуш, көнбайышта – Юрғашлы, унан көнсығыштараҡ – Серғотлан, төньяҡтараҡ Алаҡолан йылғалары ағып ята. Тирә-йүндәге башҡорттар Скворчиханы ошо Алаҡолан исеме менән атап йөрөтә лә инде. Ололарҙың һөйләүенсә, ҙур булмаған был йылға буйында башҡорттар ҡырағай ат балаһын – ҡоланды күргән һәм йылғаны Алаҡолан тип йөрөтә башлағандар. Тәбиғәт телен аңлай белгән кешегә күпме серҙе, башҡортомдоң күпме данлы, шанлы үткәнен һөйләй алыр ине был тәрән мәғәнәле, аһәңле йылға атамалары. Сворчиха, Татья-новка, Осиповка атамаһына килгәндә инде, ул алпауыт ҡатын Скворцова Татьяна Осиповна исеменән алынған. Был ауылда уның крепостнойҙары йәшәгән. Скворчиха урыҫ ауылы иҫәпләнһә лә, башҡорттар уның тормошонда ҙур эҙ ҡалдырған. 1912 йылда ауылда сиркәү төҙөлә башлағас, алла йортон төҙөүгә беҙҙең халҡыбыҙ ҙа үҙ өлөшөн индергән. «Мосолман булһалар ҙа, сиркәү төҙөүҙә башҡорттарҙың ярҙамы ҙур булды. Иртән эшкә килһәк, бүрәнәләргә кәзә, һарыҡ, быҙауҙар бәйләп ҡалдырылған була, аҡсалар ҙа ята торғайны», – тип иҫләр булған мәктәптең элекке директоры Евгений Георгиевич Войновтың атаһы. Былтыр бик ҙурлап Кәримовтар нәҫеленә бағышланған Шәжәрә байрамы үткәргәйнек. Ауылды төҙөкләндереүгә, йәмләүгә күп көс һалған арҙаҡлы нәҫел ул. Зөфәр Ибраһим улы ошо ауылда 20 йыл тирәһе колхоз рәйесе булып эшләне, ауыл янында быуалар төҙөттө, урамдарға асфальт түшәтте, йорттар, клуб, мәктәп һалдырҙы. Ишембайҙа йәшәһә лә, ауылдағы оло байрамдарға ул бик ихлас килә. Ейәндәре Илдар менән Динар ҙа, үҙенә оҡшап, бик тырыш, уҡыу алдынғылары, «Ҡолан» драма түңәрәгенең иң талантлы артистары, сәмле көрәшселәр. Уларҙың Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле яуҙарын үткән, тыуған яғына күкрәге тулы орден һәм миҙалдар менән ҡайтҡан ҡарт олаталары ла иҫән – әбейе менән Биксән ауылында матур итеп донъя көтә. Быйылғы Шәжәрә байрамы иһә эшһөйәрлеге менән дан тотҡан Ғәйнуллиндар нәҫеленә арналды. Бында Иҫәкәй яҡтарынан килеп төпләнгән Тимерғәле ағай һәм Рәйфә апай алты балаға ғүмер биргән. Техниканы белеүе өҫтөнә Тимерғәле ағай балта оҫтаһы ла. Рәйфә апай уңғанлығы менән дан тота ине: баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерҙе, ҡош-ҡорт аҫраны, колхоз эшенә лә өлгөрҙө, ә иң мөһиме – балаларында хеҙмәткә оло һөйөү тәрбиәләне. Бөгөн Тимерғәле ағай менән Рәйфә апайҙың ейәндәре Ришат менән Айҙар мәктәптә уҡый. Уларҙы иптәштәре лә, уҡытыусылар ҙа ярата. Ике малай ҙа эшһөйәр. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асырға уйлағас, ул урынлашасаҡ бүлмәне ремонтларға иң беренсе Ришат тотондо. Ул драма түңәрәгенә лә йөрөй, көрәш һәм гер күтәреү менән дә шөғөлләнә. Шәжәрә байрамында Айҙар – «Ҡурай», Ришат «Урал батыр Ҡатил илендә» әкиәттәрен сәхнәләштереүҙә ҡатнашты. Үҙҙәренә һүҙ бирелгәс, малайҙар сатнатып ата-бабаларының исемдәрен атап сыҡты, ҡарт олаталарының һәм өләсәләренең данлыҡлы «Салауат Юлаев» кинофильмында төшөүен дә һөйләп алды, ә әсәләре Рима Фәрит ҡыҙы нәҫеле, ғаиләһе тураһындағы шиғырҙарын уҡыны. Уларҙы тәбрикләп, ауылыбыҙҙың һандуғасы Флүрә Мөхәмәтйәнова моңло башҡорт йырҙарын башҡарҙы. Һоҡланғыс тауышына әсир булып, уны ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып йырлаттылар. Драма түңәрәгенә йөрөүселәр сығарған Ҡолан ауылы таҡмаҡтарын барыһы ла, ҡыҙыҡлы бер яңылыҡ күреп, яратып тыңланы. Ҡолан, тиҙәр, Ҡолан, тиҙәр Ауылымды башҡорттар. Тарпандарға, ҡоландарға Киң далалар булған тар.
Уңдан аға Юрғашлы, Һуңдан аға Серғотлан. Селтер-селтер йылғасыҡтар Әллә күпме сер йотҡан.
Алаҡолан һыуҙары Таштан-ташҡа һикерә, Шул һыуҙарҙы эстениһәм, Йөрәгемә көс керә.
Ауылымдың тауҙарында Үҫә йүкә һәм балан. Хоҙай биргән беҙгә далан, «Үҫ, тырыш, – тигән, – балам», Күптән генә әле үҙ ерендә, үҙ илендә башҡортса һүҙ әйтергә лә ҡыймай йөрөгән балаларҙың һыны турайып, йөҙө яҡтырып, сәхнәне тултырып сығыш яһауына килгән ҡунаҡтар һөйөнөп ултырҙы. Алиса НИҒМӘТУЛЛИНА. Ишембай районы, Скворчиха (Ҡолан) ауылы. |