Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Батырға ла ял кәрәк
» Боланды аттар ҡурсалай
» Көләмәстәр
» Көлкөлиум
» Уҡыу йортон данлаған – данға күмелгән
» Яңылыҡтар



Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
Хаҡтар арта... әҙерәк ҡулланһындар өсөн
Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко тәмәке менән алкоголгә хаҡтарҙы арттырыу кәрәклеген билдәләгән.
Уның уйлауынса, был сара ҡулланыусылар һанын бер аҙ булһа ла кәметеүе мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә йылына 400 млрд дана тәмәке етештерелә. Шул уҡ ваҡытта уның үләне илдә үҫтерелмәй. Әлеге күрһәткестең юғары булыуына Америка эшҡыуарҙары ғәйепле, имеш: улар бөтә тәмәке сәнәғәтен 90-сы йылдарҙа уҡ һатып алған.
Онищенко тәмәке хаҡтарының күпме буласағын әйтмәһә лә, алкоголле эсемлектәрҙекен асыҡ билдәләне. Бер шешә араҡының хаҡы тиҙҙән 420 һум тороуы мөмкин. Шулай ҙа тәмәке хаҡын фаразлағанда, уның ике тапҡырға ҡиммәтләнеүе көтөлә.
Бының менән генә әллә ни яҡшы һөҙөмтәләр булмаҫ та ул...


Байҙар күберәк түләһен!

Румынияның Прогресс өсөн милли союзы илдең бай граждандарынан өҫтәмә һалым йыйыу тураһында закон проекты менән сығыш яһарға уйлай.
Был донъя финанс көрсөгө мәлендә ғәҙел буласаҡ, тип билдәләй бер төркөм сәйәсмәндәр. Пенсиялар һәм һәр хеҙмәт хаҡын ҡыҫҡартыуға ҡарағанда, ошо ысул яҡшыраҡ та. Кем әҙерәк табыш ала, әҙерәк түләргә тейеш. Кем инде аҡсаһының иҫәбен белмәй, шулар, әйҙә, күберәк һалым түләһен. Закон проекты шундайыраҡ фекергә таянып эшләнгән. Байлыҡҡа һалым була ҡалһа, илдең иҡтисади ҡатмарлылыҡтары ла кәмер, тип өмөт итәләр. Тимәк, мул йәшәүселәре күп инде. Беҙгә лә шундайыраҡ закон кәрәкмәйме икән?
Иҫкергән дарыуҙар менән «ярҙам» иткән

Ҡырғыҙстанда дөйөм тәртипһеҙлектәр арҡаһында күп кенә халыҡ зыян күрҙе, ҡорбан булыусылар һаны һаман арта бара.
Грузия Ош ҡалаһына гуманитар ярҙам ебәргәйне. Баҡһаң, ундағы дарыуҙар ҡулланыуға яраҡһыҙ булып сыҡҡан. Ҡырғыҙ комиссияһының тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, ҡайһы бер медикаменттар совет заманында уҡ етештерелгән. Иҫкергән дарыуҙар күләме дөйөм «ярҙам»дың 70 процентын тәшкил итә. Был хаҡта акт төҙөлөп, Грузия властарына хәбәр ителгән. Был илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан иһә: «Дарыуҙар яраҡлы, күбеһенең ҡулланыу ваҡыты 2012 – 2013 йылдарға тиклем», – тип белдергәндәр. Бер дарыуҙы июлгә тиклем ҡулланырға ярай, ә ул Ҡырғыҙстанға был айҙа, йәғни июндә кәрәк, тип тә үпкәләгән Грузия етәкселәре.
Грузияның быға тиклем дә Ҡырғыҙстанға гуманитар ярҙам ебәргәне булған, ул саҡта дәғүәләр белдерелмәгән.
Хәҙер бындағы шау-шыу, дөйөм ғауға бөтә өлкәгә лә йоғонто яһай юҡтан ғына төрлө ғәйептәр ташлана, тип баһа биреүселәр күбәйә. Ҡырғыҙҙарҙы ҡыҙҙырмаҫҡа икән...
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 24 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Янылыктар
  • Дәүләт эскелеккә ҡаршы көрәш и ...
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Донъя яңылыҡтары
  • Яңылыҡтар
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru