Ниһайәт еләк беште! Тик шуныһы күңелде ҡыра – күп урындарҙа йәйҙең йәме, тәме булған емеш кибеп бөткән. Шуға ла хаҡы баҙарҙа әле ҡиммәт, артабан да төшмәҫ тип көтөлә. Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында еләк үткән йылдағынан аҙыраҡ урындарҙа һатыла. Түбәндә таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән. Хаҡтар - һумдарҙа Йүкә балы 500 Урман, ҡарабойҙай, сәскә балы 450 – 460 Краснодарҙан килтерелгән быйылғы картуф 35 – 60 Үзбәкстандан килтерелгән быйылғы картуф 70 – 80 Помидор 65 – 80 Ҡыяр 18 – 40 Быйылғы кишер (Үзбәкстан) 45 – 55 Һыйыр ите 160 – 200 Һарыҡ ите 220 – 270 Бер ҡаҙ 1000 – 1500 Һурпаға яраҡлы ауыл тауығы (ҙурлығына ҡарап) 300 – 600 Ҡыҙыл эремсек 300 Аҡ эремсек 60 – 120 Ҡорот 120 – 130 Сөм балығы 250 – 270 Һаҙан балығы 120 – 165 Тауыҡ йомортҡаһы 23 – 100 0,7 литрлы банкала ҡайын еләге 250 Баҡса еләге 250 – 270 Ер еләге 200 – 250 0,5 литрлы стаканда ҡара ҡарағат 50 Абрикос 65 – 70 Слива 60 – 70
Лилиә СИРАЕВА. |