Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Күсәр
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Төньяҡ тарихыбыҙ эзенән Башҡортостан

    Төньяҡ башҡорттарҙың бик күптәнге, урта быуаттарҙағы ауылдары... Билдәһеҙлек упҡынында юғалып-онотолоп, ергә күмелеп ҡалған ауылдарҙың бер нисәүһен булһа ла эҙләп табып булмаҫмы икән, тигән маҡсатта мин һуңғы йылдарҙа шаҡтай күп юл үттем, архивтарҙа, китапханаларҙа ҡаҙындым. Ләкин был эштә уңышһыҙлыҡ көткән булып сыҡты. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә йыйынманым – хандар заманындағы ауылдарҙы эҙләүемде дауам иттем.
    Һәм, ниһайәт, тәүге табыш! Тыуған төйәгемдән ун биш саҡрым алыҫлыҡта ғына урта быуаттарҙың һуңғы осоронда башҡорт ауылы булған! Ә исеме – Ирәкте!
    Был эшемдә шул уҡ йылда йәнә уңышҡа ирештем: Үрге Танып еренең урта быуаттарҙағы ауылдары ҡайһы тауҙарға һалынған булғанлығы асыҡлана башланы. Ошо икенсе уңышыма ирешергә бер осраҡлылыҡ ярҙам итте.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоландар төйәгендә – шәжәрә байрамы Мәҙәниәт

    Ҡоландар төйәгендә – шәжәрә байрамы
    – Апай, нишләп беҙҙең ауылды йыш ҡына Скворчиха тип түгел, Ҡолан тип йөрөтәләр?
    – Ҡолан, тиҙәр шул.
    – Олораҡ урыҫ ағайҙар ҙа хатта «Ҡолан» тип һөйләйсе.
    Бына ошондайыраҡ һорау­ҙар­ҙы балаларымдан йыш ишетә килә бер нәмәгә инандым: ауыл тарихын, нәҫелдәрҙең шәжәрәһен, ысынлап та, өйрәнергә, белергә теләү йәш быуында көслө. Ошо ынтылышты һүндермәй, дәртләндереп, ҡуҙ өҫтәргә генә кәрәк. Cөнки үткәндәрҙе белеү бөгөнгө йәшәйешебеҙ, киләсәк өсөн файҙалы.
    Төрлө милләт халҡы йәшәгән беҙҙең Скворчиха ауылында дүртенсе тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәрелде. Байрамға килеүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған әллә күпме һорауға яуап тапты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Францияның «баш»ына еттеләр... Сиратта кем?.. Яңылыҡтар » Спорт

    Францияның «баш»ына еттеләр... Сиратта кем?..
    Шулай итеп, Көньяҡ Африка Республикаһында барған футбол буйынса сираттағы донъя беренселеге кемгәлер башланып ҡына тора. Сөнки ҡайһы бер командалар төркөм бәйгеһен тамамлап, плей-оффҡа әҙерләнә. Төркөмөнән сыға алмағандарға йәнә дүрт йылдан һуң буласаҡ чемпионат тураһында хыялланырға ғына ҡала. Әлбиттә, әле ике төркөм командалары ғына уйындарын тамамланы. Һуңғы уйында Уругвай футболсылары Мексика командаһын 1:0 иҫәбенә отоп, үҙ группаһында ете мәрәй менән беренсе урынды яулаһа, Мексика иһә дүрт мәрәй менән икенсе урынға сыҡты һәм, Уругвай кеүек үк, плей-оффҡа путевканы тәьмин итте.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Суд залында. Судья залға мөрәжәғәт итеп:
    – Шым ултырығыҙ! Киҫәтеп ҡуям, әгәр тағы ла берәйһегеҙ «судьяны «долой», тип ҡысҡырһа, шунда уҡ урамға сығарып ебәрәсәкмен, – ти.
    Бер аҙҙан: «Судьяны «долой»! – тигән тауыш ишетелә.
    – Хөкөм ителеүсе, был һеҙгә ҡағылмай, – ти судья.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөң һәм ысын таланттар байрамы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мөң һәм ысын таланттар байрамы
    Октябрьский ҡалаһында ошо көндәрҙә үткән Ҡурай байрамында ике йөҙҙән ашыу ҡурайсы катнашты.
    Республика кимәлендә ойошторолған сара быйыл юбилейын билдәләй – унынсы тапҡыр бөтә ҡурайсыларҙы туплай. Халыҡ араһында йылдан-йыл популярлаша барған ҙур сара унда бәйге тотоусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә мөһим һәм әһәмиәтле. Бәйгелә ҡатнашыусылар уйнаған көйҙөң тарихын да һөйләп үтә. Ғөмүмән, сәхнәгә сыҡҡан һәр кем башҡорт милли көйҙәрен, йырҙарын, уларҙың тарихын яҡшы белергә тейеш. Шуға ла был ярышта таланттарҙың ҡурай уйнау һәләте генә түгел, тыуған еребеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен белеүе лә баһалана.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡты уйлыларҙың йөҙө нурлы Яңылыҡтар

    Яҡты уйлыларҙың йөҙө нурлы
    Яҡты уйлының йөҙө нурлы, тип юҡҡа әйтмәй­ҙәр: унынсы синыф уҡыу­сылары башҡорт теле кабинетына килеп инеү менән тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, көләс йөҙлө егеттәр – әйтерһең дә, һайлап ҡына алынған балаларҙы йыйып килтергәндәр ҙә, бер урынға туплағандар! Сәйет батыр, Һары Мәргән, Йосоп Арыҡов кеүек батырҙарҙың, аҫыл заттарҙың вариҫтары көтөүҙәремде аҡланы: йәнле аралашыу мәлендә уйҙарыбыҙҙың, ниәттәребеҙҙең берлеге асыҡланды һәм күренмәҫ ептәр беҙҙең дуҫлыҡты нығытты, яҙмыштарыбыҙҙы бәйләне. Был буш һүҙҙәр түгел.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәттәшлек киңәйә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡор­тостан делегацияһы Санкт-Петербургта үткән XIV халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашты.
    Уның барышында Башҡортостан Республикаһы менән Ленинград өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
    Ике төбәккә лә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең йылдам үҫеше, эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ хас.
    Яҡтарҙың килешеүенсә, Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербург ҡала­һындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хәҙер Башҡор­тос­тан Республикаһының Ленинград өлкәһендәге төбәк вәкиллеге лә буласаҡ. Биш йылға төҙөлгән документ 73 пункттан тора. Атап әйткәндә, Ленинград өлкәһе Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе ауыл хужалығы һәм машиналар эшләү өлкәләрендә үҫтерергә ниәтләй. Тиҙҙән ленинградтар беҙҙән уңайлы 60 «НефАЗ» автобусы һатып аласаҡ.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыш хеҙмәт аша килгән байрам Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты уҙған ял көндәрендә эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды. Республика етәксеһе бында Оло Юшатыр йылғаһында һыу һаҡлағыс асыу тантанаһында һәм район һабантуйында ҡатнашты.
    Президент, республиканың барлыҡ халҡының үҙҙәренең уңыштары менән ғорурлана алыуын билдәләп, Башҡортостандың Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе булыуын, социаль-иҡтисади үҫешен, матди тотороҡлолоғон һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ул илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа барған мөһим ваҡиғалар, сәйәси һәм социаль сараларға ла туҡталды.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru