Күп йоҡлаған атын алдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәйге ялға 370 мең бала йәлеп ителәсәк Яңылыҡтар

    Башҡортостанда әлеге көндә йәйге ял һәм сәләмәтләндереүҙең төрлө формаларына 228 мең бала йәлеп ителгән. Мәктәп янындағы көндөҙгө лагер­ҙарҙа 100 мең уҡыусы ял итә, ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙарҙа – 14 меңдән ашыу, шифаханаларҙа 5511 үҫмер сәләмәтлеген нығыта, профилле лагерҙарҙа – 10 мең уҡыусы йәйге ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрә, хеҙмәт берекмәләрендә 29800 үҫмер шөғөлләнә, 67 мең ҡыҙ һәм малай төрлө походтарға һәм йылға буйлап сәйәхәттәргә алып барылған. Йәйге ялын иһә барлығы 370 мең үҫмер тейешенсә уҙғарасаҡ.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Вуздарҙа документтар ҡабул ителә Яңылыҡтар

    Республика вуздарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Мәктәпте, башланғыс һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 12 дәүләт һәм дүрт дәүләткә ҡарамаған юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы үҙ ишектәрен асты.
    Абитуриенттар ғаризаларын һәм вузға инеү өсөн кәрәкле документтарын 25 июлгә тиклем тапшыра ала. Почта элемтәһе хеҙмәтләндереүе менән файҙаланырға ҡарар итеүселәргә уларҙы 10 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк. Быйыл юғары уҡыу йортона ҡабул итеү, былтырғы кеүек, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса үткәреләсәк.
    Ҡағиҙәләргә ярашлы, БДИ тураһында таныҡлыҡта мотлаҡ дисциплиналар — рус теле һәм математика, шулай уҡ һайлап тапшырған предметтар буйынса балдар ҡуйылырға тейеш.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белоретта тормош гөрләй Яңылыҡтар

    БР Президентының дәүләт кәңәшсеһе Сергей Лаврентьев, БР Милли банкыһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мәрҙәнов һәм БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлегенең баш консультанты Владимир Савичев «Белорет йондоҙҙары» V республика хор һәм вокаль музыка фестиваль-конкурсын ябыу тантанаһында ҡатнашты.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Сталинға һәйкәлдәр һирәгәйә
    Грузияның Ткибули һәм Гори ҡалаһында Иосиф Сталиндың һәйкәлен һүтеп алғандар. Гори халҡының күбеһе быға ҡаршы булған.
    Илдең элекке президенты Э. Шевар­д­надзе һәйкәлгә теймәҫкә ҡарар итһә лә (йәнәһе, уны емереү менән тарихты үҙгәртеп булмай), әлеге етәкселәрҙең күбеһе, Сталин кеүек шәхестәргә майҙандарҙа урын бирелергә тейеш түгел, ти.
    Әйткәндәй, Грузияла “халыҡтар атаһы”н һаман да милли герой тип һанаусылар күп. 2009 йылдың ғинуарына бында уға барлығы 18 һәйкәл торған. Дөйөм алғанда, Рәсәй һәм яҡын сит илдәр­ҙәге элекке юлбашсының һәйкәлдәре йылдан-йыл кәмей.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Өфөлә Сабирйән Ҡунаҡбаев исемендәге йәш селекционерҙарҙың халыҡ-ара мәктәбе асылды. Өс көн буйы билдәле ғалимдар селекция, орлоҡсолоҡ, генетика, үҫемлектәрҙең физиологияһы һәм биохимия, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм ауыл хужалығы микробиологияһы өлкәһендә йәш селекционерҙар менән практик белемдәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Ошонда уҡ ауыл хужалығы культуралары селекцияһының генетик нигеҙе, селекцияла һәм орлоҡсолоҡта инновацияны ҡулланыу мөмкинлектәре мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Егерменселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!» – Мәғәриф

    тип оҙатты Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары үҙҙәренең 11-се класс уҡыусыларын
    «Егерменселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!» –
    Их, ҡайһылай матурһың да, нурлыһың да, йырлыһың да, моңлоһоң да, дәртлеһең дә һин, йәшлек! Күҙҙәрендә сатҡы уйнатып, йөрәктәре елкенеп, өҙә баҫып, шатланышып-ҡыуанышып икенсе тыуған йортона – ун бер йыл буйы алты ай ҡыш, алты ай йәй тупһаһын тапаған Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына өлгөргәнлек аттестаты алыу һәм уҡытыусылары, класташтары, класы, партаһы менән хушлашыу тантанаһына берәм-берәм йыйылған һөйкөмлө ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ. Ниндәй һылыуҙар, саялар, шуҡтар!

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел... Республика йылы

    Бөрйән ул Шүлгән генә түгел...
    – Ҡайҙа киттегеҙ? – таныштар, машинаға палатка тейәгәнде күреп, ҡыҙыҡһыныу белдер­ҙе.
    – Бөрйәнгә! – тип яуапланыҡ шат тауыш менән.
    – Шүлгәнташ мәмерйәһенәме?
    – Юҡ, Килдеғол ауылына.
    – Ә унда нимә бар? – ысын күңелдән аптыранылар.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәпес тигән ер икән... Мәҙәниәт

    Бәпес тигән ер икән...
    Бәпестең иҫкеһе булмай, ул олоғайһа, бабайға әйләнә, тиерһегеҙ. Була икән шул. 300 йыллап тарихы булған ауыл ғорурлыҡ менән Бәпес исемен йөрөтә. XX быуаттың башында эргәһендә генә яңыһы барлыҡҡа килгәс, “Бәпес” һүҙенең алдынан “Иҫке”һен дә өҫтәгәндәр хатта. “Иҫке” булһа ла, ҡолас ташлап яңыса йәшәй белә ауыл халҡы. Емертеп эшләй ҙә, гөрләтеп донъяһын да көтә. Уйнап-көлөп күңел асайым тиһәң, артистар эҙләп алыҫ йөрөргә түгел. Яңыраҡ ҡына ауылда уҙғарылған Шәжәрә байрамында ла бар яҡлап та шәплеген, уңғанлығын күрһәтте Иҫке Бәпес ауылы халҡы.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru