Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Дайджест
  • Еләк һатығыҙ
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Янылыктар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • һорау-яуап ---

    Кенәгәләге яҙыуҙар ниңә ҡағыҙ мәшәҡәтенән ҡотҡармай?
    Миңә тиҙҙән пенсияға сығырға ваҡыт етә. Тимәк, эшләгән урындарымдың һәр береһенән белешмәләр йыйырға кәрәк. Уларҙың күбеһе инде күптән ябылған, шуға ла справка һорап архивтарға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Улай булғас, хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу -ҙар нимәгә кәрәк һуң?
    Л. СӘЛИМОВА.
    Миәкә районы.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрәй батыр — ул тарихи шәхес Башҡортостан

    «Йәшлек» гәзитенең быйылғы 1-се һанында Ишдәүләт Сафиуллин Көрәй батыр тураһында яҙып сыҡҡайны. Бына үҙемдең «Ел-дауылдар аша» тигән китабымда был шәхес тураһында мәғлүмәттәр бар. Авторҙың һорауына улар бер аҙ асыҡлыҡ индерер, бәлки. Көрәй батырҙың ҡыҙҙары ла үҙе кеүек батыр булған. Халыҡ араһында әле булһа: «Ни сыҡһа, шул Көрәй батыр ҡыҙҙарынан сығыр», – тигән лаҡап киң таралған. Улар, ирҙәр булып кейенеп, уҡ-һаҙаҡтар алып, аталары, ағай-ҡустылары менән дошмандарына ҡаршы көрәшкә күтәрелгән.
    Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында барған ҡанлы барымта-ҡарымта йолалары Рәсәй батшалығы тарафынан махсус рәүештә ойошторола. Ике туғандаш халыҡ араһындағы дуҫлыҡты ҡаҡшатыу маҡсатында ул бер нисә быуат буйы дауам иткән.
    Азамат ТАЖЕТДИНОВ.
    Сибай ҡалаһы.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төньяҡ тарихыбыҙ эҙенән Башҡортостан

    Был теҙмәләрҙә күрһәтелгән Шәрифтең шаҡтай оҙаҡ йылдар буйы Ирәкте ырыуы старшинаһы вазифаһын башҡарыуы (ХVlll быуат аҙағында), ә шәйех Әхмәткә 1523 йылда тарханлыҡ титулы бирелеүе – документаль сығанаҡтарҙан беҙгә билдәле ошо ике мәғлүмәт – Ғәли Соҡорой шәжәрәһенең (шәжәрәнең бигерәк тә беренсе һәм өсөнсө варианттарын) фән өсөн ғәйәт әһәмиәтле ҡомартҡы булыуын күрһәтә. Ә инде икенсе варианттың алтындай баһаһы, минең ҡарашҡа, уның исемдәр теҙмәһендә түгел, ә Ирәкте ырыуының ХVl быуатта төп төйәге – Әри буйы тигән дөрөҫлөктө иҫбат итер өсөн яҡшы ғына дәлил булыуында. Әйткәндәй, шәжәрәнең өсөнсө варианты ла ирәктеләрҙең Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанына тиклем үк Әри буйында ауылдар төҙөп йәшәгәнен туранан-тура иҫбат итә.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрөшөнә ҡарап, кемлеген бел... Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡайһы бер психологтар, кешенең йөрөшөнә, аяҡ кейеменә ҡарап, уның кем икәнлеген, характерын белеп була, тип раҫлай. Йөрөш туранан-тура кешенең йәше, кәйефе, темпераменты, хатта йәмғиәттәге урыны менән дә бәйләнгән. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кешене һәйбәтерәк белгегеҙ килһә, уның йөрөшөнә иғтибар итегеҙ.
    Һәлмәк аҙымдар тыныс холоҡло, һәр ваҡыт аҡыл менән эш итә белгән кешеләргә хас.
    Үксәләрен ныҡ эскә ҡаратып баҫа торған кеше тирә-йүнгә бик иғтибарлы, тынғыһыҙ, ул бөтәһен дә күрә, ишетә, шат күңелле, тиҙ аралашыусан һәм ҡайһы саҡта бик бәйләнсек тә.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
    – Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
    – Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 1-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Франция, Италия, хәҙер килеп Англия... Яңылыҡтар » Спорт

    Франция, Италия, хәҙер килеп Англия...
    Плей-офф плей – офф инде. Бында, лотереялағы кеүек, кемгә нисек бәхет йылмая... Көньяҡ Африка республикаһында дауам иткән футбол беренселегендә тәүге 1/8 финал осрашыуҙары хаҡында шулай тип әйтергә булалыр.
    Африка ҡитғаһының берҙән-бер вәкиле – Гана командаһы АҠШ футболсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отоп, үҙ тарихында тәүгә сирекфиналға сыҡты. Ғөмүмән, был материктан бындай уңышҡа быға тиклем Камерун менән Синегал командалары өлгәшкәйне. Хәҙер бына өс ил булды.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ай башы - июль ---

    Иҫтәлекле даталар, байрамдар
    Ай башы - июль
    2 – Халыҡ-ара спорт журналистары көнө.
    4 – Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө.
    11 – Рәсәй почтаһы көнө.
    – Балыҡсылар көнө.
    18 – Металлургтар көнө.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хата хаҡы Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ағалы-ҡустылы бер туғандар йәшәгән. Бер ваҡыт улар бер көтөү һарыҡты урлай. Әммә бик тиҙ тотолалар. Уларҙың был ҡылығы ауыл халҡын шаҡ ҡатыра. Һәм был икәүҙе ҡаты язалап, маңлайҙарына ҙур хәрефтәр менән «МБ» тип тамға һалалар. Был – «мал буры», тигәнде аңлатҡан. Бынан һуң туғандарҙың тормошо ҡот осҡос­ҡа әйләнә. Уларҙың береһе, ғәрлегенә сыҙай алмай, ауылдан сығып китә:
    – Алыҫта, ситтә мине береһе лә белмәй, тормошомдо яңынан башлаясаҡмын, – тип уйлай ул. Әммә, үкенескә күрә, яңы ерҙә лә ул үҙ бәхетен таба алмай, маңлайындағы тамға һәр саҡ ҡамасаулап тора.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru