Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән - һирәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәштәр көнө менән! ---

    Ҡәҙерле дуҫтар!
    Һеҙҙе матур байрам – Йәштәр көнө менән ихлас ҡотлайым! Ул – йәшлек, матурлыҡ, дәрт һәм өмөт байрамы. Сөнки тыуған илебеҙҙең киләсәге, уның сәскә атыуы һәм именлеге нәҡ уларға бәйле!
    Йәштәр Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәген тәшкил итә. Бөгөн улар төрлө яҡлап белем, ныҡышмалылыҡ һәм эш һәләтен талап иткән оло тормошҡа аяҡ баҫа. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең инициативалылығы, яңы идеялары арҡаһында республика даими үҫә, матурлана һәм заманса төҫ ала бара. Йәш быуындың иң алдынғы вәкилдәре бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни, ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, проекттарҙа, күргәҙмәләрҙә һәм ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдәргә эләктең хин , «Бабич»? Башҡортостан

    Республика йортонда быйылғы лауреаттарға Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды
    Кемдәргә эләктең хин , «Бабич»?
    Лауреаттар был тантаналы көндө йыл да баш ҡалабыҙ урамдарында гөрләп сәскә атып ултырған йүкәләрҙең хуш еҫе танауҙарына килеп бәрелеү менән иҫкә алыр, моғайын. Ниндәй йәмле йәйге хозур көн! Ошо көндөң яҡты ла, хуш еҫле лә, сағыу ҙа ноталары, был көндөң төп геройҙарына әйләнгән йәштәрҙең бәхеттән балҡыған йөҙҙәрендә нур уйнатып, күңелдәренә йыр-моң һалып, илаһи тойғолар уятҡандыр һәм тағы ла ижад ҡомары өҫтәгәндер. Юҡҡа ғынамы ни лауреат исеменә лайыҡ булған егеттәрҙең һәр береһе, үҙҙәренә ошо ҙур исемде тапшырыу тантанаһы барышында, трибунаға сығып, йәштәр тураһында шундай хәстәрлек күргәндәре өсөн, уларға ижади хеҙмәткә, йәшәүгә яҡшы шарттар тыуҙырғаны өсөн республика етәкселегенә ҡат-ҡат рәхмәтен белдереп, юғары исемде киләсәктә тырыш эштәре һәм яңынан-яңы әҫәрҙәре менән аҡлаясаҡтары тураһында белдерҙе.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә 30 июнгә тиклем яҙылырға мөмкин! Башҡортостан

    Һөйләшеүҙә БР Президентының дәүләт кәңәшсеһе Сергей Лаврентьев, БР федераль почта идаралығы начальнигы Альберт Дүсәлимов, уның урынбаҫары Тәлғәт Гәрәев һ.б. ҡатнашты. Кәңәшмәне БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Верена Хәкимова алып барҙы.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еләккә хаҡ кәмемәҫ. Моғайын. Яңылыҡтар

    Ниһайәт еләк беште! Тик шуныһы күңелде ҡыра – күп урындарҙа йәйҙең йәме, тәме булған емеш кибеп бөткән. Шуға ла хаҡы баҙарҙа әле ҡиммәт, артабан да төшмәҫ тип көтөлә. Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында еләк үткән йылдағынан аҙыраҡ урындарҙа һатыла.
    Түбәндә таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көн үҙәгендә – юлдар торошо Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә осрашыуҙар үткәрҙе. РФ Транспорт министрлығында ауыл юлдары төҙөлөшөнә өҫтәмә субсидиялар бүлеү тураһында һөйләшеү алып барылды.
    Юлдарҙың торошо бөгөн күберәк финанслауҙы талап итә, тип билдәләне Раил Сарбаев. – Ауыл юлдарына ғына, ә улар беҙҙә 25 мең километр самаһы, 5 миллиард 700 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Норматив буйынса, яҡындағы биш йылда бөтә юлдарҙы тейешле тәртипкә килтереү өсөн, йыл һайын 800 – 1000 километр оҙонлоғондағы юлдарҙы ремонтларға тейешбеҙ. Өҫтәмә субсидиялар бүлеү ауыл юлдарын күберәк ремонтларға ярҙам итәсәк.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр байрамында ҡунаҡта Яңылыҡтар

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бөрйән райо­нында булды. Ул Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә арналған йәштәр байрамында ҡатнашты. Шулай уҡ республиканың көньяҡ райондарында йәшәгән ғаиләләргә бала тыуыуға сертификат тапшырҙы.
    Республика башлығы республикала туризмды үҫтереү комплекслы программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлә башлаған «Морат туғайы» туристик базаһында ла булды.

    (Был хаҡта гәзитебеҙҙең шишәмбе һанында уҡырһығыҙ).

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөрмәтулла Үтәшев – иң шәп «төрөк» Мәҙәниәт

    Үткән аҙнала Истанбулдан бик ҡыуаныслы хәбәр килде. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә Ататөрк роле өсөн Исмәт Көнтәй исемендәге төрөк театры премияһы бирелде.
    Билдәле төрөк театр белгесе Хаяти Асылазыджи үҙенең хатында былай тип яҙа: «Билдәле төрөк яҙыусыһы һәм драматургы Исмәт Көнтәй исемендәге премияны беҙ бына инде 35 йыл дауамында төрөк театр донъяһының иң яҡшы вәкилдәренә бирәбеҙ. Быйыл премия 13 номинацияла тәҡдим ителде һәм тәүге тапҡыр сит ил вәкиленә бирелде. Мин күптән Хөрмәтулла Үтәшевтың ижадын күҙәтеп барам һәм уны бөгөнгө көндөң иң күренекле артистарҙың береһе тип һанайым».
    Премияғыҙ ҡотло булһын! Алдағы көндәрҙә лә һеҙгә ижади уңыштар, яңы үрҙәр яуларға яҙһын!
    Эльвира МӨХӨТДИНОВА.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Президенты М. Рәхимов Өфөгә «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең демографик үҫеше» Бөтә Рәсәй мәктәп-семинарында ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй Федерацияһындағы БМО фонды вәкиле Карл Кулесса менән осрашты. Осрашыу барышында Башҡортостанда социаль һәм демографик үҫеш мәсьәләләре тикшерелде. Карл Кулесса, Башҡортостанда Рәсәйҙең башҡа субъ­екттары менән сағыштырғанда, тыуымды арттырыу мәсьәләләре яҡшыраҡ хәл ителә, тип билдәләне.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru