Иртәнге эш ырымлы була.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Донъя яңылыҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңелдәрен күреп ҡайттыҡ Королтай

    Күп милләтле Башҡортостан lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кеүек оло йыйынды матур итеп үткәреп ебәрҙе.
    Ошо ҡорға бағышлап, БР-ҙың М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының бер төркөм артис­тары Краснодар ҡалаһында 20 июндә үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Милли колорит менән һуғарылған, йыр-моңға, матур йолаларға бай байрам Краснодар өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде.
    Рәсәйҙең гөрләп үҫеүендә Башҡортостан Республикаһы һәм Краснодар өлкәһенең өлөшө ҙур. Ә инде Краснодар халҡы менән беҙҙең аралағы дуҫлыҡ һәм үҙ-ара татыулыҡ барыбыҙға мәртәбә генә өҫтәй. Беҙ унда йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн ҡыуанып, ғорурланып ҡайттыҡ.
    Ә. ҠӘЙЕПҠОЛОВА.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Саммит имен үтерме?
    Билдәле булыуынса, кисә Канаданың Хантсвилл ҡалаһында «Ҙур һигеҙ» саммиты асылды, баш ҡалаһы Торонтола бөгөн «Егерме» төркөмөндәге ил етәкселәре осраша.
    Унда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнаша. Ошо әһәмиәтле сара алдынан Торонтола саммит уҙасаҡ бинаға үтеп инергә тырышыусы сәйер кеше ҡулға алынған. Уның автомобилендә ике һауыт бензин һәм арбалет табылған. Торонто полицияһы саммит башланыр алдынан тағы ике шикле кешене ҡулға алған. Улар теракт ойоштороуға әҙерлектә ғәйепләнә. Донъя илдәренән «Ҙур һигеҙ» һәм егерме дәүләт етәкселәре йыйылған саммитта хәүефһеҙлек һаҡлау өсөн 10 мең хәрби, хоҡуҡ һаҡлау, шәхси һаҡ фирмалары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. «Ҙур һигеҙ» илдәре башлыса халыҡ-ара хәүефһеҙлек мәсьәләләрен ҡараны, терроризм проблемаһы хаҡында ла фекер алышынды. Быға бәйле ҡарар­ҙар ҡабул ителәсәк.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урманда усаҡ яҡмағыҙ Яңылыҡтар » Иғтибар

    Урман янғыны хәүефе арҡаһында Башҡортостандың ун районында – Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.
    БР Ауыл хужалығы министрлығына бөтә көстө янғын һүндереүгә тупларға, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, урман ситтәрен һөрөп сығыуҙы ойошторорға ҡушылды.
    Республикала урмандарҙы һауанан тикшереү ойошторолған. Был янғын сыҡҡан урындар асыҡланғанда ашығыс сара күреү мөмкинлеген бирә.
    Республикала быйыл 189 янғын теркәлгән, шуларҙың һигеҙе ҙур янғын категорияһына инә. Ут «ялаған» майҙан йәмғеһе 3545 гектар тәшкил итә.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшселәр үҙ хоҡуғын белергә тейеш! Яңылыҡтар

    24 июндә «Башинформ» агентлығында БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат конференцияһы үтте.
    Быйыл ғына БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына 2300 ғариза ҡабул ителгән – уларҙың күбеһе эш хаҡын ваҡытында түләмәү менән бәйле. БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Андрей Цибизовтың әйтеүенсә, эш хаҡын тулы күләмдә һәм ваҡытында түләмәүҙең төп сәбәбе – эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын белмәүҙә һәм уларҙы яҡлай алмау. Һәр кешенең шуны асыҡ белеүе мөһим – эшкә урынлаш­ҡанда ойошма менән эшсе араһында килешеү төҙөлөргә һәм уның бер данаһы эшсегә бирелергә тейеш.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙ табиптары кәңәш ҡора Яңылыҡтар

    Өфөлә бөтәбеҙ өсөн дә мөһим, мәртәбәле сара – офтальмологтар­ҙың Тюбинген курстары ойошторолдо.
    Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры бинаһында уҙған был сара быйыл 80-се тапҡыр үтә. Курстарҙа лекция уҡыу өсөн Башҡортостан, Рәсәй, Германия, Бөйөк Британия, Япониянан иң шәп лектор-офтальмологтар килгән. Ә инде остаздарын тыңларға Башҡортостандың райондары һәм күрше төбәктәребеҙҙән 200-ләгән табип йыйылды.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Муниципаль идара – көн үҙәгендә Яңылыҡтар

    Башҡортостанда тиҙҙән тағы бер иҫтәлекле көн барлыҡҡа килеүе күҙаллана. Ул – урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө. Был хаҡта «БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы ағзалары Республика йортонда уҙған сираттағы ултырыш ваҡытында фекер алышты.
    Теләктәрҙе күҙ уңында тотоп, ауыл, ҡасаба, ҡала һәм район советтарында эшләүселәрҙең һөнәри байрамдарын апрелдең өсөнсө шәмбеһендә билдәләргә тәҡдим ителде. Был туралағы документ ҡануниәткә ярашлы ҡарар ҡабул итеү өсөн Башҡортостан Президентына ебәреләсәк. Әйткәндәй, Ауырғазы районында бындай дата икенсе йыл рәттән билдәләнә. Ул, район етәкселеге һүҙҙәренсә, муниципаль хеҙмәткәрҙең абруйын күтәрә һәм халыҡ араһында ла хуплау тапҡан.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәләгә тарыусылар яңғыҙ ҡалманы Башҡортостан

    Бәләгә тарыусылар яңғыҙ ҡалманы
    Гәзитебеҙҙең 17 июндәге 71-се һанында үҙ хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманованың Учалы районында янғындар сығыу арҡаһында бер нисә ғаиләнең йортһоҙ тороп ҡалыуы тураһында мәҡәләһе сыҡҡайны.
    Был мәсьәлә республика етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. 24 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Учалы районында булды һәм янғындан зыян күргән Ураҙ ауылындағы тергеҙеү эштәре барышы менән танышты. Әле яңы йорттар төҙөү өсөн ер бүленгән, 9 бура күтәрелгән дә инде. Янғында зыян күргәндәргә республика бюджетынан 6 миллион һум аҡса бүленде.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр, һеҙҙе байрам менән! ---

    Бөгөн Башҡортостан иҡтисади, ижтимағи, сәйәси үҫештең мөһим бер этабында тора. Ошо процестың төп ҡатнашыусылары, әлбиттә, йәштәр. Нәҡ улар – йәмғиәттең әүҙем өлөшө. Төрлө өлкәләрҙә лә инновацион проекттарҙы булдырыуға тиҙ яраҡлашалар, көс-дәрттәре ташып тора, етеҙҙәр.
    Егерме беренсе быуаттың йәш быуынына тормоштоң ҡатмарлы ғына осоронда йәшәргә тура килә. Беҙҙең бурыс – йәш ватандаштарыбыҙға үҙ юлын табырға, үҙ потенциалын файҙаланырға ярҙам итеү.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru