Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Ислам әҙәбе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ут менән шаярмағыҙ, әфәнделәр!» Сәйәсәт

    БР Президентының дәүләт кәңәшсеһе С. Лаврентьевтың НТВ каналы программаларында Башҡортостан Республикаһы тураһында күрһәтелгән сюжеттарға ҡарата комментарийы
    – Сергей Николаевич, Башҡортостан тураһында НТВ телеканалында йыш ҡына кире сюжеттар күрһәтелеүе нимә менән аңлатыла?
    «Ут менән шаярмағыҙ, әфәнделәр!»
    – Бындай сюжеттарҙың күрһәтелеүе тәүгә түгел. Төбәк властарына ошо рәүешле баҫым яһау бер йыл элек тә, унан алда ла күҙәтелә килде. Алдаҡты фашлаған суд дәғүәләре лә булды, сәйәси көрәштең бындай бысраҡ ысулдарына заказ биреүселәргә башҡа төрлө яуап бирергә лә тура килде. «Хоҡуҡ яҡлаусылар» айырым проблемалы осраҡтарҙы эҙләп табырға тырыша. Хәл, ысынлап та, улар күрһәткәнсә мөшкөл булһа, беҙ киң мәғлүмәт сараларындағы «чернуха»ны түгел, ә ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек халыҡты йыйған митингыларҙы күргән булыр инек.
    Һайлау кампаниялары осоро яҡынлаша

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыштарға – Йәшел ут Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Тырыштарға – Йәшел  ут
    Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Үтәева – баҫҡан ерендә осҡон сәсрәткән, ижади ҡарашлы педагог. Ул бына унынсы йыл “Вдохновение” вокал студияһын уңышлы етәкләп, һәләтле балаларға дөрөҫ йүнәлеш бирә, серле моң илен аса.
    Уҡыусылары ҡалала үткән һәр мәҙәни сараға тиерлек ҡабатланмаҫ йәм бирә, республика, Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа бер ҡасан да һынатмай. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында сәнғәт юлын һайлаусылар байтаҡ.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәктә лә һынатма Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Рәүилә менән Илшат Ҡадировтар Һеңрән ауылында татыу, эшһөйәр ғаилә булараҡ билдәле. Илшат оҙаҡ йылдар М. Горький кооперативының малсылыҡ тармағында эшләй. Рәүилә – магазинда һатыусы. Улар үҙҙәре кеүек тырыш өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Оло улдары Рөстәм Мәскәү өлкәһенең Кострома ҡалаһында армия сафында хеҙмәт итә, ә Руслан менән Азамат – Һеңрән мәктәбе уҡыусылары.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Венераның йәйғорло йәйе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Йәмле йәй көндәрендә «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек күркәм байрамдарҙы гөрләтеп үткәреү матур йолаға әйләнде. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ла Шәжәрә байрамы уҙғайны. Ауыл халҡы умарта иләүеләй гөжләп, ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнде. Кемдер йорт-ҡураһын төҙөкләндерҙе, кемдер баҡса ҡоймаһын яңыртты, яңынан буяны. Күптәр йорттарының кәрнизен, ҡапҡа-баҡсаларын, тәҙрә йөҙлөктәрен яңынан-яңы, элеккеһенә ҡарағанда ла матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ биҙәк менән байытты. Шулай булмай ни, ер аяғы ер башы ерҙән әллә нисәмә йылға бер йыйылыусы туғандары алдында һыр биреү ҡаҙмаштарҙың ғәҙәте түгел.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ауылға эшкә ҡайтып, яңылышманым», – ти йәш табип Рәшит Шәйәхмәтов Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Ауылға эшкә ҡайтып, яңылышманым», – ти йәш табип Рәшит Шәйәхмәтов
    Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшап китһә, бөтә тормошобоҙҙоң да көйө китә. Бөгөнгө заманда табип­һыҙ йәшәп тә булмайҙыр ул. Аҡ халатлы һөнәр эйәләре ҡайҙа һәм ҡасан ғына булмаһын, теләһә ниндәй шарттар­ҙа ла кешегә ярҙамға ашыға.
    Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы участка дауаханаһының баш табибы Рәшит Шәйәхмәтовтың әйтеүенсә, табиптар электән ер йөҙөндә иң изге һөнәр кешеләре булған, улар бар һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ә Гиппократ антына кем нисек тоғро ҡала, уныһы белгестең үҙ намыҫында.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Мысырҙа 27 йәшлек ҡатын бер ваҡытта ете сәләмәт бала – дүрт ул һәм өс ҡыҙ – тапҡан. Ете игеҙәк тыуыу – бик һирәк күренеш. Шулай ҙа былтыр Алжирҙа ла шундай осраҡ теркәлгән. Әле балалар махсус контейнерға урынлаштырылған. Йәш әсә был ваҡиғаны үҙе ҡабул иткән дарыуға бәйләй. Ғаиләлә быға тиклем өс ҡыҙ тыуған була, ә ата менән әсә малай теләй. Яңы тыуған ете бала ла сәләмәт. Мысырҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғаиләне тәүге ике йылда сабыйҙар ризығы һәм подгузниктар менән тәьмин итергә әҙер икәнен белдергән.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң тәрән күл Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Себерҙең «зәңгәр күҙе» тип йөрөтөлгән Байкал күле Рәсәйҙең көнсығышында, Себер тауҙары һәм урмандары араһында, урынлашҡан. Өҫкө майҙаны буйынса ул донъяла туғыҙынсы урында торһа ла, үҙенә һыйҙырған һыу күләме буйынса беренсе урынды биләй. Донъялағы ер өҫтөндәге эсәр һыуҙың биштән бер өлөшө тип әйтерлек Байкалға тура килә. Ер йөҙөндә бер ваҡыт сөсө һыу бөтһә, ул 40 йыл буйы Ер шарында йәшәгән бөтә халыҡтың һыуһынын ҡандырыр ине.
    Байкал күленә 336 йылға ҡоя. Уны уратып алған тауҙар ҡаты тоҡомло таштан һәм йылғалар үҙҙәре менән башҡа матдәләрҙе алып инмәй тиерлек. Шуға ла һыуы тап-таҙа һәм үтә күренеп тора. Тик көньяҡ өлөшөндә генә ул сәнәғәт предприятиелары тарафынан бер аҙ бысратылған.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Серле табыш тарихҡа юлыҡтырҙы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    220 йылдан ашыу ерҙә ятҡан 5 тинлек баҡыр аҡса
    Серле табыш тарихҡа юлыҡтырҙы
    Баҡса ерен ҡаҙған ваҡытта көрәгемә эләгеп сыҡҡан бер бәләкәй генә түңәрәк әйберҙе ҡулыма алдым да тупрағынан таҙарта башланым. Таҙартҡан һайын ул бәләкәйләнә, йоҡара барҙы һәм тимер тәңкәне хәтерләтте. Табышты төрлө шыйыҡсаға һалып ҡуйыуҙан фәтүә сыҡманы – ышҡып ялтыратырға булдым. Ышҡый торғас, тәңкәлә беренсе хәреф күренде: баҡһаң, баҡыр аҡса 220 йылдан ашыу ерҙә ятҡан.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru