Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Йыланлы урын
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Гималай тауҙары – «донъя ҡыйығы» Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Гималай-Ҡараҡором тауы – иң бейек континенталь тау системаһы. Ул Ҡытайҙы Һиндостан менән Пакстандан айырып тора. Ә Непал менән Бутан тулыһынса Гималай тауҙары биләмәһендә урынлашҡан. Донъялағы иң бейек ун тау тап Гималайҙа. Уларҙың иң ҙуры – Эверест – Непал менән Тибет сиктәрендә.
    Гималай тауҙары яйлап бейегәйә бара, сөнки тауҙар теҙмәһен барлыҡҡа килтергән процестар һаман да дауам итә. Донъялағы иң ҙур һәм бейек Тибет та (уның бейеклеге 4875 м тәшкил итә) ошо процестар арҡаһында хасил булған. Киләсәктә, бәлки, миллионлаған йыл үткәс, кем белә, Эверестан да бейегерәк яңы тау үре барлыҡҡа килер.
    Тауҙар «үҫкән» һайын улар ямғыр һәм ел, һыуыҡтар һәм ҡар «һөжүм»енә дусар була. Тәбиғи көстәр йоғонтоһо аҫтында эрозиялар, үҙенә ылыҡтырып торған осло, үткер тау үрҙәре барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, ваҡыт үтеү менән был үрҙәр яҫы һырттарға әүерелә.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лилипуттар иле булған, тиҙәр... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Лилипуттар иле  булған, тиҙәр...
    Донъя ғалимдары даими рәүештә ниндәйҙер асыштар яһап торһа ла, боронғо ҡайһы бер серҙәр һаман да сиселеп бөтмәй ҡала. Ер йөҙөндә беҙгә тиклем йәшәүселәрҙән күп кенә «иҫтәлектәр» ҡалған: Мысыр пирамидалары, Арҡайым, Шүлгәнташтағы һүрәттәр һ.б. Мәҫәлән, ғалимдар Мальталағы мөһабәт ҡорамдарҙы кем төҙөүен аныҡ ҡына әйтә алмай. Был цивилизация серле рәүештә юҡҡа сыҡҡан...

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләнеүҙәрҙе дауам итәйек Республика йылы

    Алдар тарханға бәйле был мәҡәлә, һис шикһеҙ, минең тыуып үҫкән яғыма – Бөрйән районының Иҫәнғазы ауылына ҡағыла.
    Атай-олатайҙар һөйләүенсә, Иҫәнғазы ауылына нигеҙ һалынғансы, Иҫке Ыҙма тип аталған ерҙә, Иҫәнғазынан Ҡана йылғаһы буйлап бер саҡрым аҫтараҡ, ауыл булған. Был турала тау һыртындағы тамғалар ғына ҡуйылған ҡәбер таштары ла һөйләй. Уны Күсәрбәк тип тә йөрөткәндәр. Тағы ла, «Йәшлек»тәге август айындағы (2009 йыл, №96) бер мәҡәләне интернет селтәре аша табып уҡығас, башта байтаҡ фекер тыуҙы. Эйе, 30 – 40 йыл элегерәк был эшкә тотонол­һа, бәлки, мәғлүмәттәр ҙә күберәк булыр ине.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төньяҡ тарихыбыҙ эҙенән Башҡортостан

    Күсермәһе «Пермская старина» йыйынтығының икенсе томына индерелгән был документтан күренеүенсә, И. Лодыгин һәм уның юлдаштары Сарапулдан Соликамскиға егеүле аттарҙа йүнәлгәс, беренсе көндө Әмжә ямына (сирмештәрҙең, йәғни мариҙарҙың Әмжә ауылы Сарапулдан көнсығышҡа табан, аралары 45 саҡрым) төнгөлөккә туҡтала. Уларҙың араһы 45 саҡрым икәнлегенә нигеҙләнеп, былай тип фараз ҡылайыҡ: И. Ла­дыгин һәм уны Соликамскиға тиклем оҙатып барыусы Сарапул крәҫтиәндәре, сәфәрҙәренең икенсе һәм өсөнсө көндәрендә шул уҡ йүнәлештә, йәғни нәҡ көнсығышҡа ҡарай, башлыса Уран ырыуы башҡорттары вотчинаһы аша 90 саҡрым самаһы юл үтә.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә ---

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Йондоҙҙар был арала яңы танышыу­ҙарға, эшлекле һөйләшеүҙәргә булышлыҡ итәсәк. Шулай ҙа шаршамбы тыныс үтмәҫ, юҡ-бар һөйләшеү­ҙәр­ҙән арыуығыҙ ихтимал.
    Йомала ҡиммәтле әйбер һатып алырға ҡушылмай.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Франция артынан Италияға ла көн етте... Яңылыҡтар » Спорт

    Франция артынан Италияға ла көн етте...
    Көндән-көн сафтар кәмей бара... Футбол буйынса донъя беренселегенә эләккән командалар, бер ни тиклем шатлыҡ кисереп, яйлап тоҡсайҙарын төйнәй башланы. Франция, Греция, Нигерия, Алжир, Австралия, Сербия, Дания, Камерун, Яңы Зеландия, Словения һәм инде Италия кеүек билдәле командалар өсөн чемпионат тамам. Бигерәк тә был һуңғыһына үкенесле, сөнки уҙған беренселек чемпионы тәүге этапта уҡ төшөп ҡалды. Әгәр тарихҡа әйләнеп ҡайт­һаҡ, шул уҡ хәлгә 1966 йылда Бразилия һәм 2002 йылда Франция футболсылары тарығайны. Улар ҙа чемпион исеменә тап төшөрөп, көйәрмәндәрен хафаға һалды. Нишләйһең, дүрт йыл аҙ ара түгел. Бында төрлө хәл булыуы ихтимал.
    Шулай итеп, стартҡа сыҡҡан 32 команданың 12-һе әлегә юлын дауам итте.

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле дуҫтар! ---

    Ашығығыҙ! Бер көндән подписка тамамлана!
    1 июлдән гәзитебеҙ «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
    Йылдың икенсе яртыһында «Йәшлек» өйөгөҙгә тулы килеш, йәғни аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин) – 80148 индексы, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
    «Йәшлек» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып, «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашырға ашығығыҙ, дуҫтар! Кем белә, бәлки, тап һеҙгә бәхет йылмайыр һәм баҫмабыҙ бүләге эләгер (ә бүләге бит хәт-тәр шәп!)

    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Документ – ҡулда, ә алда? Мәғәриф

    Документ – ҡулда, ә алда?
    Бөгөн-иртәгә бик күптәр яңы тормош башлаясаҡ. Юҡ-юҡ, ахыры заман да етмәй, аҡса ла үҙгәрмәй. Бары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, аттестат йәки диплом алып, яңы тормош һуҡмағына аяҡ баҫа.
    Сер түгел, «аттестат», «диплом» тигән ҡатыр­ғаны ҡулдарына алғас, бик күптәр еңел һулап ҡуя. Ниһайәт, был көн етте бит әй, тиеүселәр ҙә байтаҡ. Тиҫтә йыл ғүмереңде үҙ эсенә алған аттестат йәки дүрт-биш йылды бағышлаған дипломды ҡулға алғандан һуң, күңелдәр­ҙе әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек, шатлыҡ хисе биләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта аҡылдың бер мөйөшө менән был тойғоноң оҙаҡҡа бармаясағын да аңлайһың. Сөнки алда – яңы кәртәләр, билдәһеҙлек... Кемдер, БДИ буйынса алған балдарым етеп, уҡырға инә алһам ярар ине, тип, борсола, икенсе берәү, яйлы эш килеп сыҡһа шәп булыр ине, тип хыяллана. Йәғни һәр кем үҙ һуҡмағын үҙе һайлай.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru