Ижтиһад иткән моратына еткән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Йондоҙнамә
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 977 уҡыусы математиканан «икеле» алған Мәғәриф

    Башҡортостанда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 27214 уҡыусы тапшырҙы. Уларҙың 977-һе был фән буйынса «икеле» билдәһен алды. Ә инде бер генә сығарылыш уҡыусыһы иң һәйбәт һөҙөмтәне күрһәтеп, камил белемен иҫбатланы – ул 100 балл йыйған! Дөйөм алғанда, республикала математика буйынса бирелгән Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы – 49,52.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй өсөн һәр кем мөһим! Перепись

    Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арнал­ған йәштәр фестивале үтте. Өфөләр өсөн ул ысын байрамға әйләнде.
    Майҙанға йыйылыусылар алдында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С. Бая­зитов һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Ә. Ғәниев тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итеп, йәштәрҙе киләһе мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоролоҡҡа бәйле, Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде Яңылыҡтар

    Ҡоролоҡ зонаһына эләккән утыҙ алты муниципаль районда һәм ике ҡала округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был бойороҡҡа кисә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.
    Премьер-министр хакимиәт башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмәһендә хәл иткес саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Хаҡтар арта... әҙерәк ҡулланһындар өсөн
    Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко тәмәке менән алкоголгә хаҡтарҙы арттырыу кәрәклеген билдәләгән.
    Уның уйлауынса, был сара ҡулланыусылар һанын бер аҙ булһа ла кәметеүе мөмкин. Бөгөн Рәсәйҙә йылына 400 млрд дана тәмәке етештерелә. Шул уҡ ваҡытта уның үләне илдә үҫтерелмәй. Әлеге күрһәткестең юғары булыуына Америка эшҡыуарҙары ғәйепле, имеш: улар бөтә тәмәке сәнәғәтен 90-сы йылдарҙа уҡ һатып алған.
    Онищенко тәмәке хаҡтарының күпме буласағын әйтмәһә лә, алкоголле эсемлектәрҙекен асыҡ билдәләне. Бер шешә араҡының хаҡы тиҙҙән 420 һум тороуы мөмкин. Шулай ҙа тәмәке хаҡын фаразлағанда, уның ике тапҡырға ҡиммәтләнеүе көтөлә.
    Бының менән генә әллә ни яҡшы һөҙөмтәләр булмаҫ та ул...

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй иҫәп участкаларына бүленгән Перепись

    Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына әҙерлек эштәре тулы ҡеүәтендә бара. Бөгөн Росстат илдең 155505 тораҡ пункты биләмәләрен иҫәп алыу участкаларына бүлеүҙе тамамлаған. Был эш автоматлаштырылған махсус системаны ҡулланып башҡарыл­ған.
    Уның нигеҙенә 2009 йылдың июль – авгусында ҡала һәм ауылдарҙа йорттар һанын, уларҙа йәшәүселәрҙе теркәгәндә алынған мәғлүмәттәр һалынған. Шулай уҡ бер иҫәп алыусыға тәғәйен эш күләме билдәләнгән: уға 22 көндә уртаса 400 кешене «һанау» тура килә. Үтә алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә – 250 кеше. Барлыҡ участкалар буйынса район-ҡалаларҙың, ҡасабаларҙың схематик картаһы төҙөлгән. Улар һәр иҫәп алыусыға бирелә.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ Башҡортостан » Хәтер

    Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
    1941 йылдың 22 июне – Рәсәй тарихында иң ҡайғылы ваҡиғаларҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул, ошо ҡәһәрле йылдар шаһиты булған һәр кемдең күңелендә уңалмаҫ яра булып, һаман да һаҡлана. Һуғыш башлан­ған көндө бөгөнгө быуын да хәтерҙә тота.
    Өфөнөң Еңеү паркында йылдағыса Хәтер көнө үтте. Бында ветерандар ғына түгел, тыл хеҙмәтсәндәре лә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә, власть органдары етәкселәре лә, Башҡортостандың эҙәрмәндәр фонды ағзалары ла ҡатнашты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика балаларының һаулығын һаҡлау өсөн 1 млрд һум аҡса бүленәсәк Яңылыҡтар

    Республика балалар клиник дауаханаһында йыл һайын 18 меңдән ашыу бала дауалана. Шул уҡ ваҡытта быйыл йыл башына медицина ҡорамалдарының туҙыуы 78 процент тәшкил итә. Ә был юғары технология операцияларын үткәреү мөмкинлеген кәметә. Шунлыҡтан Хөкүмәт тарафынан әле оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләп әҙерләнә башлаған «Республика балалар клиник дауаханаһы» дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу» комплекслы программаһы был хәлде төҙәтергә тейеш. Бының өсөн дүрт йыл эсендә учреждениеға яҡынса бер миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаның маҡсаты – 2014 йылға яңы тыуған сабыйҙар үлеме кимәлен 2009 йыл менән сағыштырғанда – 3, балалар үлеме кимәлен 1,5 процентҡа кәметеү.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Кисә Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Мортаза Рәхимов 60 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Был тантана республикала 86-сы тапҡыр үткәрелә, тәүге тапҡыр биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙе 1998 йылда тәбрикләгәйнеләр. 12 йыл эсендә «Әсәлек даны» миҙалы биш меңдән ашыу ҡатын­ға тапшырылған, шулай уҡ республикала «әсәлек капитал»ын 82 меңдән ашыу гүзәл зат алған.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru