Иртә торған ас ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • һәр көн ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш менән үтә Башҡортостан

    һәр көн ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш менән үтә
    Район хужалыҡтары һәр көндө һөҙөмтәле файҙаланып, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сыҡҡайны. Бында химик утау эштәре лә ваҡытында башҡарылды. Район хужалыҡтарында 32 мең гектарға яҡын майҙанда сүп үләндәренә ҡаршы химик эшкәртеү үткәрелде. Айырыуса был эш Илеш МТС-ы, Башҡортостан МТС-ы йәмғиәттәрендә, «Мир», «Маяҡ», Куйбышев исемендәге кооперативтарҙа, «Урожай» ширҡәтендә ойошҡанлыҡ менән барҙы. Әйтергә кәрәк, илештәр «йәшел ураҡ»ҡа ла республикала тәүгеләрҙән булып төштө. Уҙған аҙнала күп кенә хужалыҡтар мал аҙығы әҙерләүгә әүҙем тотондо.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыл хужалығы техникаһы буласаҡ! Яңылыҡтар

    Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһы менән Белоруссия бергәләп ауыл хужалығы техникаһын етештерә башлаясаҡ.
    БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов етәкселегендә рәсми делегацияның элекке союздаш республикаға барыуының мөһим һөҙөмтәләре итеп ике республика араһында төҙөлгән эшлекле килешеүҙәрҙе билдәләргә кәрәк. Тиҙҙән Стәрлетамаҡтың «Агротехсервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында Белоруссия менән Башҡортостан үҙйөрөшлө бесән сапҡыстар етештерә башлаясаҡ. Шулай уҡ «Минск трактор заводы» производство берекмәһе менән «МТЗ» дилер селтәре аша Рәсәй Федерацияһының башҡа субъект­тарында ла ауыл хужалығы техникаһын һатыу тураһында протокол төҙөлгән.
    Бынан тыш, «Lombardini» двигателдәрен, «Беларусь – 320.4» тракторының еңеләйтелгән комплектацияһын һатып алыу тураһында ла мөһим документтарға ҡул ҡуйылған.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бесән әҙерләп ҡалығыҙ! Башҡортостан

    Республика хөкүмәте уны халыҡтан «тере аҡса»ға һатып алыу өсөн шарттар булдырасаҡ
    Сәсеүлектәр ҡоролоҡтан ыҙа сигә, баҫыу-баҫыу иген юҡҡа сыға. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 925 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары зыян күргән. Сәселгән күп йыллыҡ үләндәрҙең – яртыһы, ә инде йәшел аҙыҡ булырға тейешле бесәндең 90 проценты ҡороп бөткән. Тәбиғәттең киреләнеүе Башҡортостандың ауыл хужалығына ҙур зыян килтерә. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, сәсеүлектәрҙең ҡороуы республиканы 6,4 миллиард һумлыҡ ҡазаға төшөрөүе ихтимал.
    Яңыраҡ Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-минис­тры Раил Сарбаев мал аҙығы әҙерләү буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республиканың ауыл хужалыҡтары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юрист кәңәш бирә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Юрист кәңәш бирә
    Тормошта төрлө хәлдәр, шуға бәйле низағтар, дәғүәләр, ығы-зығы, шау-шыу сығып ҡына тора. Сәбәбе – кешеләрҙең үҙ хоҡуҡтарын белмәүе һәм уларҙы яҡлай алмауы. Был турала беҙҙең редакцияға килгән хаттар ҙа һөйләй. Уҡыусыларыбыҙҙың һорауын ҡәнәғәтләндереп, гәзит битендә «Юрист кәңәше» тигән махсус рубрика асырға булдыҡ. Һорауҙарығыҙға Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Үҙәк филиалы етәксеһе, адвокат Гүзәл Фуат ҡыҙы Харрасова яуап бирә.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урап үтһен ине был афәт... Яңылыҡтар » Иғтибар

    Үҙ ғүмеремдә ике төргә ҡараған наркомандар менән осрашып һөйләшергә тура килде. Тәүгеләре, үҙҙәренең ауырыу икәнлектәрен аңлап, дауаланыу өсөн медицина учреждениеһында ята ине. Улар менән аралаш­ҡандан һуң, дауаханаға килгәндә ҡотһоҙ ғына күренгән урамға кире сығып, шул урамды ерҙәге ожмах кеүек күреп, илап баҫып торҙом. Йәл ине был наркомандар, бөтәһе лә һауығырға, ябай кешеләр кеүек тормош алып барырға хыяллана. Ләкин упҡын ситенә килтереп еткергән насар ғәҙәтте тиҙ генә ташлап ҡуйырлыҡ камил юл табылмаған шул...

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ярман һуғышы яланынан ебәрелгән хат Еңеүгә 65 йыл

    Тарихта эҙләнеүҙәр алып барғанда көтөлмәгән табышҡа юлығыу бер ҙә ғәжәп түгел. Уҡыусыға тәҡдим ителгән был яҙма мин эҙләгәндәрҙән түгел. Журналист булараҡ, шөғөлөм – өсмөйөшлө хаттар. Уларҙы табыу, күсереп яҙыу, авторы һәм туған-тыумасалары тураһында мәғлүмәттәр, фоторәсемдәр, документтар менән тулыландырыу. Ә түбәндә килтерелгән яҙма – таныш булмаған яҡташыбыҙҙың 1914 – 1918 йылғы «ярман һуғышы» яланынан яҙған хаты.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә әсәйҙәр көттө атайҙарҙы... Еңеүгә 65 йыл

    Ә әсәйҙәр көттө атайҙарҙы...
    1941 йылдың 22 июне һымаҡ тарихҡа инеп ҡалырлыҡ йән әрнеткес фажиғәле, ҡайғы-хәсрәтле йыл кемдәрҙең генә иҫенә инеп сыҡмай икән. Был йылдарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш ветерандары, тыл һалдаттарының ҡаһарманлығын һис бер үлсәмгә лә һыйҙырып булмаҫ. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңгелек.
    Мин атайымды хәтерләмәйем. Уның наҙына иркәләнеп үҫергә насип булманы. Фин һуғышынан ҡайтып, инде тыныс тормошта матур итеп кенә йәшәй башлағас, ҡәһәрле һуғыш башлана. Атайым, үҙенең әллә инде башҡаса ҡайта алмаясағын һиҙепме, әсәйемә балаларҙы бер үк етем итмәҫкә, уларҙы үҫтерергә, хәленән килгәнсе уҡытырға, кеше итергә, өй усағын һүндермәҫкә васыят итеп ҡалдырған. Әсәйем һәм ауылдаштарымдың барыһы ла атайымды һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә ала ине. Ул изге күңелле, бик тә алсаҡ, шаян, кешеләргә мәрхәмәтле, эшһөйәр, ауылдың беренсе бейеүсеһе булған, тапшырылған һәр бер эшкә етди ҡараған. Ләкин һуғыш-һуғыш инде ул.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йөҙ йәш тулған һымаҡ та түгел...» Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәүсе Зөләйха инәй Фабарисова, оҙаҡ йәшәүҙең сере – гел эш менән булыуҙа, ти
    «Йөҙ йәш тулған һымаҡ та түгел...»
    Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәүсе Зөләйха инәй Фабарисова, оҙаҡ йәшәүҙең сере – гел эш менән булыуҙа, ти
    Беҙ, журналистар, командировканан ҡайт­ҡас, унда алған тәьҫораттар, фекерҙәр менән үҙ-ара уртаҡлашыусанбыҙ, яңы геройҙарыбыҙ тураһында һөйләшеүсәнбеҙ. Был, берҙән, күңелдә тулышҡан, ташҡан хистәрҙе һүрелтергә ярҙам итһә, икенсенән, дуҫтарҙың кәңәше лә ҡамасауламай. Теге йәки был геройҙы асыр­ға ярҙам итә.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru