Ҡул һелтәй, балта саба.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Эш солтаны
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эш ҡыҙа Яңылыҡтар

    Эш ҡыҙаБашҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 222 мең гектарҙа иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урып йыйылды. Республика буйынса 218 мең гектарҙа иген һуғылған, гектарынан уртаса уңыш 9,8 центнер тәшкил итә.
    Игенселәр ужым культураларын сабып, һуғып алыуҙы тамамлай. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа техника арпа һуғыуға йүнәлтелә. Ҡоролоҡ арҡаһында бөртөклө культуралар әллә ни үҫмәү сәбәпле, күпселек хужалыҡтарҙа иген туранан-тура урып йыйыла. Был рәүешле юғалтыуҙарға юл ҡуйылмай.

    авторы: admin | 29 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәскәровсыларҙы «Культура» телеканалынан күрһәттеләр Мәҙәниәт

    Ғәскәровсыларҙы «Культура» телеканалынан күрһәттеләрРеспубликабыҙҙың Ф. Ғәс­кә­ров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Культура» телеканалында халыҡ бейеүҙәре аҙнаһын асып ебәрҙе.
    26 июлдән 30 июлгә тиклем эфирҙа Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең иң яҡшы хореографик ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Ғәскәровсыларға тәүгеләрҙән булып сығыш яһау хоҡуғы бирелеүе осраҡлы түгел. Ансамбль 1939 йылда төҙөлә. Уны Ҙур театр тәрбиәләнеүсеһе Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров ойоштора һәм утыҙ йыл дауамында алмаштырғыһыҙ етәксеһе була.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Итте арзанға һатмағыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Итте арзанға һатмағыҙ!Республикабыҙҙа йәмәғәт малдарын ғына түгел, шәхси хужалыҡтарҙы ла һаҡлау буйынса өҫтәмә саралар әҙерләнә.
    Бесән аҙ булғас, ауыл халҡы ҡураһындағы малын ҡайғырта. Әлбиттә, һалам да, бесән дә дефицит кимәленә еткән йылда мал ҡышлатыу еңелдән булмаясаҡ. Республика шәхси хужалыҡтарының күбеһен бөлгөнлөккә төшөргән ҡоролоҡ – агросәнәғәт өлкәһе алдында торған иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе.
    Республикала шәхси хужалыҡтарҙан ит, һөт йыйыу быға тиклем дә яйға һалынып, әүҙем ойошторола ине. Ләкин быйыл ошоғаса һәүетемсә генә эшләп килгән йүнәлеш ҡоролоҡ шарттарына тулыһынса яраҡлаша алманы, тип әйтергә кәрәк – алыпһатарҙар итте арзан хаҡҡа алырға тырыша, ә халыҡ көсөн түгеп, бөтә күңелен һалып үҫтергән малын лайыҡлы хаҡҡа һатырға теләй. Был мәсьәлә һуңғы айҙа айырыуса киҫкенләшеп китте – гәзит уҡыусылар редакцияға йыш ҡына кәңәш һорап шылтырата башланы.
    Алдан уҡ шуны еткерге килә: төшөнкөлөккә бирелеп, малдарығыҙҙы арзанға һатыу яғын ҡарамағыҙ.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Башҡортостанда яңы профсоюз барлыҡҡа килде. Уны финанс һәм кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре булдырҙы. Яңы профсоюз банк, һаҡлыҡ кассалары, пенсия һәм инвестиция фондтары, страховка һәм риэлтор компаниялары, башҡа финанс һәм кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең социаль-хеҙмәт, профессиональ, гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ.
    «Роспотребнадзор»ҙың БР буйынса идаралығы белгестәре ете партия аҙыҡ-түлекте ҡулланыуға яраҡһыҙ тип тапты. Башлыса, улар һөт, ит аҙыҡтары. Белгестәр шулай уҡ Өфө районының Дубрава ауылындағы алко­гол­һеҙ эсемлектәр ҡойоу цехында етештерелгән «Байкал» газлы эсемлегенең ГОСТ та­лап­тарына яуап бирмәүен асыҡлаған.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йүкәлекүлдә алтын ҡуллы халыҡ йәшәй Башҡортостан

    Йүкәлекүлдә алтын ҡуллы халыҡ йәшәйУрындағы урта мәктәптең технология уҡытыу­сыһы, бер үк ваҡытта мәктәп директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Вадим Носратуллин, нимәгә тотонһа ла, бына тигән итеп башҡарыуы менән билдәле – ағас эштәренә ҡулы оҫта икән уның.
    Мәктәп оҫтаханаһында уҡыусыларына иң ябай ағас йышыу, бысыу, һырлау, һырлап яндырыу кеүек эш алымдарын өйрәтеп, мәктәп кәрәк-ярағы өсөн ваҡ-төйәк етештерһәләр, эштән һуң буш ваҡытын үҙе яратҡан кәсебенә арнай. Ауылдаштары, туғандарының һорауы буйынса ултырғыстар, кәрниздәр эшләй. Ә һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың матур йолалары тормош-көнкүрешебеҙҙә тергеҙелеп, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың бирнәләрен һалыр өсөн матур итеп эшләнгән һандыҡтарға һорау артты. Оҫта быны эләктереп тә ала һәм йәтеш кенә һандыҡтар етештерә башлай.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нуғайҙа яңы спорт майҙансығы асылды Яңылыҡтар

    Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылындағы 147-се урта мәктәптә тренажер-гимнастика комплексы булған универсаль майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Был – 2007 – 2011 йылдарға иҫәпләнгән балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү ҡала маҡсатлы программаһы буйынса Өфө ҡалаһында төҙөлгән дүртенсе майҙансыҡ.
    Бындай спорт майҙансығында төрлө һауа шарттарында ла шөғөлләнергә мөмкин: йомшаҡ синтетик япма температура үҙгәреүенән, дымдан ҡурҡмай, иң мөһиме, йәш спортсыларҙы йәрәхәт алыуҙан һаҡлаясаҡ. Майҙансыҡ янында урынлашҡан тренажер-гимнастика комплексында үтәсәк дәрестәр ҙә балаларға ҙур ҡыуаныс килтерәсәк.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    яңы үҫеш кимәленә Иҡтисад

    яңы үҫеш кимәленәРайон иҡтисадын үҫтереүҙең иң төп шарттарының береһе булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең һәм дәүләт власы органдарының үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге тора.
    Илеш районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ярҙам йөҙөнән, республика программалары менән бер рәттән, башҡа бик күп муниципаль программа эшләп килә. Мәҫәлән, быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү, 2007 – 2010 йылдарҙа Илеш районы муниципаль районында сауҙа тармағын үҫтереү, 2009 – 2012 йылдарҙа район халҡына хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһен үҫтереү һәм башҡа программалар. Былтыр үҙҙәренең бизнесын башлауға 48 эшҡыуар субсидия рәүешендә 3 миллион 445 мең һумлыҡ ярҙам алды. Уның 1млн 115 мең һумы – урындағы, 2 млн 330 мең һумы республика бюджетынан бүленде. Шулай уҡ туғыҙ кешегә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһы буйынса 2 млн һумдан ашыу субсидия бирелде. Ағымдағы йылда әлеге программала 15 эшҡыуар ҡатнаша.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибайса триатлон Яңылыҡтар » Спорт

    Сибайса триатлонСибайса триатлондың тәртибе ошолай: Төйәләҫ йылғаһын йөҙөп сығыу, артабан велосипедтарҙа алты саҡрым уҙышып барып, һуңынан өс саҡрымға йүгереү. Береһе генә лә хәлде бөтөрөрлөк был спорт төрҙәрендә тик көслө рухлылар ғына ҡатнашырға йөрьәт итәлер, күрәһең – быйылғы чемпионатта биш ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ ғына ҡатнашты. СИБДУ-ның V курсы студенты Йәлил Сәйетовтан башҡаһы триатлон ярыштарында ике, өс, хатта унан да күберәк тапҡыр ҡатнашыусылар.
    Беренсе бәйге – йөҙөү. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов барлыҡ ҡатнашыусылар­ға ҡыҫҡаса ҡағиҙәләрҙе аңлатҡандан һуң, барыһы ла Төйәләҫ йылғаһының аръяҡ ярына сығып теҙелеп баҫты. Стартҡа, марш! Яр буйында дежурҙа торған ҡотҡа­рыусыларға ишкәктәрен һыуға сылатыр­ға тура килмәне – бәйгеселәр бирьяҡ ярға тиҙ арала үҙ аллы йөҙөп тә сыҡты. Яҡынса 200 – 250 метр араны беренсе булып Нефтеюганскиҙан килгән Илдар Ғатауллин үтте.

    авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 23  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru