Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Йәштәр көнө менән!
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә Иҡтисад

    Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә
    Һуңғы осорҙа телекоммуникациялар айырыуса әүҙем үҫеш ала. Бындай шарттарҙа элемтә селтәрен үҫтереү һәм заманса техник камиллыҡҡа өлгәшеү айырым әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республикала, мәҫәлән, элемтә технологиялары иҡтисади инфраструктураның ҡеүәтле тармағына әүерелде. Был, иң беренсе сиратта, «Баш­инфор­мсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән билдәләнә. Иң мөһиме – йәмғиәт халыҡҡа телекоммуникациялар хеҙмәтенән файҙаланыу өсөн республиканың бөтә төбәктәрендә лә берҙәй уңайлы шарттар тыуҙыра. Был Бишбүләк районы миҫалында ла асыҡ сағыла.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефтселәр байрам бүләк итте Республика йылы

    Тәбиғәт йәмләнеп, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, үткәрелә торған халҡыбыҙҙың күркәм байрамы – һабантуйҙар ҙа үтеп китте. Был тантананы һәр ерҙә олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Сөнки ул – күңел өсөн үткәрелеүсе, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын данлаусы бай йөкмәткеле байрам. Унда ат сабышы, тоҡ кейеп йүгереү, һырғауылға үрмәләү, көршәк ватыу һәм башҡа традицион милли уйындар уйнала. Улар көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү кеүек спорт ярыштары менән байытыла һәм заманса йөкмәтке ала. Һабантуй ни ҡәҙәр уйындарға бай булһа, шул ҡәҙәр күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтә.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәктәргә инде моң булып Королтай

    lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланыу уңайы менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йөрәктәрҙә ҡалды моң булып» тип аталған музыкаль драма күрһәтелгәйне. «Башҡортостан» гәзитендә күренекле драматург Наил Ғәйетбаев биргән интервьюны уҡығас, тамаша көнөн йөрәкһеп көтөп алдым. Халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылған ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич тураһындағы тамашаны тиҙерәк күргем килде. Үткән быуат башында күпме ҡыҙҙы ғашиҡ иткән, Өфө, Троицк, Ырымбур һәм башҡа тарафтарҙы үҙенең ялҡынлы сығыштары, мәрәкә һүҙҙәре менән тәгәрәткәнсе көлдөрөп таң ҡалдырған уникаль кеше бит ул! Башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, ҡурай моңон тыңлап күңеле тулған, бер мандолинаһы аша тотош оркестр тауышы бирә алған тиҙәр бит уны. Әлеге көндә даһи Бабичты сәхнәлә уйнай алырлыҡ кеше юҡтыр кеүек. Ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле шәхес икәнлеге шунан да күренеп тора.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уртаҡлыҡта Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Рәмил Йәнбәк
    Заманса бүләк
    Заманалар үҙгәрә шул,
    Заманалар хәҙер бүтән.
    Әүәл ғашиҡтар, мәҫәлән,
    Еҫле һабын бүләк иткән.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә 12-18 июль ---

    Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
    Матди хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырырға тейеш. Был арала бер нисә ҡиммәтле әйбер һатып алыуығыҙ ихтимал. Аҙна аҙағында бик күптән аралашмаған кешенән хәбәр алырһығыҙ.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Евгений Набоков СКА-ға килде
    Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының ҡапҡасыһы, НХЛ-да тәжрибә яулап, һуңғы йылда «Сан-Хосе» клубында сығыш яһаған билдәле Евгений Набоков Рәсәйгә әйләнеп ҡайтты. 34 йәшлек ҡапҡасы, элекке командаһы менән контракты бөткәс, Санкт-Петербургтың СКА командаһы етәкселегенең тәҡдимен ҡабул иткән. Контракт дүрт йылға ҡаралған.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баймаҡтар ҡыйғыла нимә тапҡан? Башҡортостан

    Баймаҡтар ҡыйғыла нимә тапҡан?
    Тәбиғәт барыбер көслө. Әҙәм балаһы уның тарафынан үҙ башына ебәрелгән ҡаты, ғәҙәттән тыш хәл-күренештәргә, бәлә-афәттәргә күпме генә ҡаршы тороп маташмаһын, барыбер үҙенекен итә. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың бөтә райондарында ла тип әйтерлек ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе тәбиғәт көстәренең кеше потенциалынан көслөрәк булыуын дәлилләй кеүек. Әммә...
    Кеше һаман да бирешмәй, тырышып-тырмашып донъя көтөргә, нәҫел-нәсәбенең быуынынан быуынына күсә килгән матур йола-ғәҙәттәрен, мәҙәни-рухи традицияларын, хеҙмәткә, әйләнә-тирә мөхиткә, кешелеккә, ғөмүмән, бөтә тереклеккә ҡарата аң-мөнәсәбәттәрен түкмәй-сәсмәй киләсәккә тапшырырға тырыша. Әйткәндәй, Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы халҡының тормошо, ауылда үткән быуат башында уҡ төпләнгән коллектив хужалыҡтың эшмәкәрлеге нәҡ ошоларҙы раҫлай ҙа инде.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар иғтибарһыҙлыҡ ҡорбаны булды Яңылыҡтар » Иғтибар

    Краснодар крайындағы «Азов» лагеры матур ерҙә урынлашҡан. Унда йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән балалар күпләп ял итергә йыйыла. Быйыл да лагерь тулы ҡеүәтенә эшләп, мәктәп йәшендәге балаларҙы тупланы. Әлбиттә, ял итергә килеүселәр бина эсендә генә ултырмай, ситкәрәк китеп, тәбиғәт менән таныша, һыу инә, балыҡ тота.
    Тик аҙнаның шаршамбы көнөндә лагерҙың тәрбиәләнеүселәре бәләгә осрай – Азов диңгеҙенең Ейск морононда һыу ингән балаларҙы көслө ағым бер нисә минут эсендә диңгеҙгә ағыҙып алып китә. Быны күреп ҡалған тәрбиәсе егет шундуҡ һыуға ырғыған, тик үҙе лә бата башлаған. Үкенескә күрә, алты бала менән тәрбиәсене тиҙ арала килеп еткән башҡа кешеләр ҙә ҡотҡара алмаған – уларҙың кәүҙәләре генә табылған. Ярҙа ҡалған башҡа тәрбиәселәр паникаға бирелеп, балаларҙы ҡотҡарыу өсөн бер ниндәй сара ла күрмәгән. Әйткәндәй, батҡан тәрбиәсе спорт мастеры, һау-сәләмәт егет булған. Дуҫтарының әйтеүенсә, ул үҙе һыуға батмаҫ ине, моғайын, спортсы егетте ҡурҡҡан балалар һыу төбөнә һөйрәгәндер.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru