Кешене эштә һына.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республиканың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу Яңылыҡтар

    Кисә Конгресс-холда РФ Президен­тының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапота республикабыҙҙың 40-тан ашыу эре йәмәғәт, дини һәм милли ойошмалары вәкилдәре менән осрашып, уларҙы Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов менән таныштырҙы.
    РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә Башҡортостанда оҙаҡ йылдар дауамында сәйәси хәлдең тотороҡло һаҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, килеп тыуған бөтә социаль мәсьәләләрҙе цивилизациялы хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләп, бының өсөн бөтә инструменттар ҙа бар, тине.
    БР Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәмитов, граждандар йәмғиәте институттары булараҡ, йәмәғәт берекмәләренең илде үҫтереүҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ул йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итергә, уларҙың инициативаларын ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе. Йәмәғәтселек вәкилдәре үҙҙәренең сығыштарында урындағы үҙидараны, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвалидтарҙың мәсьәләләрен хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәрен еткерҙе.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәрбиәселәрҙең эш хаҡы артасаҡ Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениеларында мәктәпкәсә төп дөйөм белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
    Уға ярашлы, 2010 йылдың 1 авгусынан мәктәпкәсә йәшкә тиклемге балалар менән эшләүсе, төп эше булараҡ мәғариф учреждениеһы штатында тороусы тәрбиәселәргә – 1000 һум; кесе тәрбиәселәргә, тәрбиәсе ярҙамсыларына – 500 һум; бер-ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһын етәкләүселәргә 500 һум күләмендә өҫтәмә түләнә башлаясаҡ.
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә был Указды тормошҡа ашырыу өсөн сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын, айлыҡ өҫтәмәләрҙе түләүҙең тәртибен һәм шарттарын билдәләргә ҡушылды.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дауалау өсөн шарттар тыуҙырыла Сәләмәтлек

    Кесе йомала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бер көн элек Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына визитынан һуң клиниканың матди-техник базаһын нығытыу буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр визит барышында дауахана ихтыяжын тиҙ арала хәл итеү тураһында белдергәйне.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырып сыҡҡыһыҙ түгел! ---

    Һуңғы ике-өс көн эсендә бер аҙ ямғыр яуып, көн һыуына төшһә лә, ҡоролоҡ проблемаһы быйыл күҙ уңынан төшмәй. Ни тиһәң дә, ошо көндәргә тиклем бер тамсы ла тиерлек ямғыр яумауы насар эҙемтәләргә килтерҙе.
    Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән сираттан тыш парламент ултырышында ҡаралған төп мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеү һәм 2010 йылғы уңышты һаҡлап ҡалыу буйынса эшмәкәрлеге» тип аталған отчеты менән танышыу булды.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәмлектә – көс ---

    Ульяновск өлкәһендә һыуҙы сәғәтләп кенә бирәләр, уныһы ла селтерәп кенә ағып тора. Татарстан Республикаһында 1615 йылдан алып халыҡты ҡыуандырған изге шишмә ҡороған. Пенза өлкәһендә баҡсаңа һыу һипкән өсөн 3000 һум күләмендә штраф түләүең ихтимал. Ә күп урында баҡса ҡайғыһы ла юҡ инде – крандар­ҙан һыу бөтөнләй аҡмай, ҡул йыуырлыҡ түгел, эсәр һыуҙы ла эҙләп йөрөргә тура килә. Ә һыуҙы гел генә магазиндан һатып алыу арзан түгел. Ошо мәғлүмәттәр генә быйылғы ҡоролоҡтоң ни тиклем ҙур проблемалар тыуҙырыуын күрһәтеп тора. Ярай әле Башҡортостанда хәл контролдән сыҡмаған, һәр хәлдә, халыҡ, мал-тыуар эсәр һыуға интекмәй.
    Шуныһы ҡыуаныслы – ҡоролоҡ проблемаһы менән халыҡ, ауыл хужалығы тармағы яңғыҙ ҡалдырылмаған – яңыраҡ Мәскәүҙә илдең ҡоролоҡтан ҙур зыян күргән төбәктәренең башлыҡтары йыйылды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Президиумының ултырышында республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты. Сараны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин алып барҙы.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    1 һорауға 5 яуап ---

    Ниңә ҡайнар ҡояш эҙләп, СИТКӘ КИТЕРГӘ?
    Сабир ШӘРИПОВ, билдәле яҙыусы, «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире:
    – Былтыр ялым Кавказда, Балҡар илендә үткәйне. Унда ҡыҙым, ижадташ дуҫтарым йәшәй. Был сәфәрем, юл тәьҫораттарым хаҡында күләмле юлъяҙма баҫтырып сыға­рырға ла яҙҙы. Быйыл тағы ла хәтәрерәк, тағы ла ижадҡа көс бирерҙәй уйым бар. Тыуып үҫкән Баҡыйымдан (Белорет районы) Еҙем буйлап кәмә менән ағып төшөргә ниәтләйбеҙ. Ейәнем Камилдың ҡайтҡанын көтәм. Кәмә, ҡармаҡ, бинокль, кәрәк-яраҡты әҙерләп ҡуйғанмын инде. Уны үҙемдең бала сағым үткән ерҙәр, ата-бабам төйәге менән таныштырыуҙы бер бурыс кеүек күрәм. Унан һуң, мотлаҡ рәүештә, өлкән йәштәге ағай-апайҙар менән әңгәмә ҡороп, урындағы атама­ларҙың тарихын һорашып, легенда-риүәйәттәрен яҙып алырға ла форсат табырмын, тим. Кем белә, ҡул бушағанда Еҙем хаҡында, уның буйында йәшәгән кешеләр, уларҙың кәсептәре тураһында әҫәргә лә тотонорға булыр.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшен атҡан Яңылыҡтар » Иғтибар

    Аҙна башында Ғафури районының Юлыҡ ауылында көслө йәшен булған. Киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә бесәндән ҡайтып килеүсе өс кеше урамда тороп ҡалған.
    Улар янында ғына ҡапыл йәшен уты шартлап, разряды шундуҡ ике кешегә тейгән. Үкенескә күрә, ике ирҙе лә ҡотҡарып алып ҡала алмағандар. Тере ҡалған өсөнсө ир ҡотҡарыусыларҙы ла, «Тиҙ ярҙам» машинаһын да саҡырып ҡараған, әммә улар килеп еткәнсе ирҙәр йән биргән.
    Әйткәндәй, йәшен быйыл республикала икенсе тапҡыр кеше ғүмерен өҙә – май айында Әлшәй районында 52 йәшлек көтөүсе һәләк булғайны.
    Шуға ла йәшен йәшнәгәндә үҙегеҙҙе дөрөҫ тоторға өйрәнегеҙ:

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янғын Яңылыҡтар » Иғтибар

    Йәйҙең эҫе һәм ҡоро килеүе янғын­дарҙың артыуына ла булышлыҡ итә. Статистика шуны күрһәтә: янғын сығыуға күп осраҡта кешенең һаҡһыҙлығы сәбәпсе. Быға йорт янында сүп яғыу, өйҙә ташланған тәмәке төпсөгө, урманда һүндерелмәгән усаҡ һ.б. инә. Үткән айҙарҙа Өфөлә генә 443 янғын сыҡҡан, 29 кеше һәләк булған, 41-е төрлө йәрәхәттәр алған. Хәҙер баҡсаларҙа янғын сығыу осраҡтары күп теркәлә. Шуны иҫәптә тотоп, халыҡҡа ут менән һаҡ эш итергә кәрәклекте тағы бер төшөндөрөү мотлаҡ. Түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ, зинһар:
    – төҙөлөш ҡаралтылары янында сүп һәм ҡоро үләнде үртәмәгеҙ;
    – шешлек өсөн мангалды йортҡа яҡын урынлаштырмағыҙ, осҡон һүндергес ҡулланығыҙ;
    – электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
    Янғын йыш ҡына һүндерелмәй таш­ланған тәмәке төпсөгөнән дә сыға. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотмаһағыҙ, бәләнән имен ҡалырһығыҙ.
    Л. НОҒОМАНОВА,
    Өфө ҡалаһы Киров районының янғынды иҫкәртеү төркөмө инженеры.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru