Иртәгәге эшенде бөгөн уйлап ҡуй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәктәпкә әҙерләнеү күпмегә төшә? Мәғәриф

    Ҡалаларҙағы, район үҙәктәрендәге баҙар­ҙарҙа, сауҙа үҙәктәрендә мәктәпкә әҙерлеккә бағышланған махсус нөктәләр, мөйөштәр барлыҡҡа килә башланы. Улар ата-әсәләрҙе нимә менән һөйөндөрә ала һуң? Баш ҡаланың «Башҡортостан» сауҙа үҙәге мәктәп йәрминкәләренә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә. Быйыл да икенсе ҡатта буйынан-буйына һуҙылған сауҙа нөктәләрендә мәктәп формалары, уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп йәшендәге балалар өсөн кейем-һалым, аяҡ кейемдәре тәҡдим итәләр. Ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайлап ал. Иң беренсе сиратта хаҡтары менән ҡыҙыҡһынам. Тик улар артыҡ һөйөндөрмәй. Мәҫәлән, 1-се синыфҡа уҡырға барыусы бала өсөн малайҙар костюмын 1900 – 2100 һум тора. Кем нисек уйлайҙыр, миңә ҡалһа, бәләкәй генә костюм өсөн шундай хаҡ булырға тейеш түгел. Малайҙар өсөн күлдәктәр 300 – 340 һум. Улыңды мәктәпкә тулыһынса әҙерләү өсөн галстугы ла, туфлийы ла кәрәк. Галстукты 70 – 90 һумға алырға була. Туфлиҙар иһә 800 һумдан башлана.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә бәхете – балала Яңылыҡтар

    Һуңғы йылдарҙа ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға ҡарата Хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар арта барыуы шатландыра. Етем балаларҙы тәрбиәгә биреү тураһындағы ҡарар сығыу менән күп ғаиләләр бала алып тәрбиәләргә теләк белдерҙе.
    Күптән түгел Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында йәшәүсе, ике етемде үҙ ҡуйынына һыйҙырған изге йәнле Садиҡовтар ғаиләһе менән танышырға тура килде. Етем балаға улым йәки ҡыҙым тип бар кеше лә әйтә алмай. Былай ҙа өскә бүленгән йөрәгеңдә тағы ла ике балаға урын табыу, ата-әсә наҙын, күңел йылыһын тигеҙ итеп бүлеп биреү әйтеп бөтөргөһөҙ сикләнмәгән рухи көс талап итә.
    Тәлғәт ағай менән Хәлиҙә апай, икеһе лә тормоштоң әсе-өсөһөн татып, бер-береһен урау юлдар аша таба. Икеһенә лә яҙмыш оҡшаш тиерлек һынауҙар ебәргән. Тәлғәт ҡыҙы Иринаға – әсәй, Хәлиҙә Әлисә менән Алһыуға атай булырлыҡ пар эҙләй. Яҙмыштарҙың оҡшашлығымы, әллә йәндәренең яңғыҙлыҡтан арыуын тойопмо, бер синыфта уҡып, бергә уйнап үҫкән ике яңғыҙҙы Хоҙай бер көндө ҡауыштыра. Бөгөн Садиҡовтарҙың тормош ҡороуына һигеҙ йыл тулған. Әлисә менән Алһыу ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй, Ирина Туймазы ҡалаһында фельдшерлыҡҡа уҡый.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Закон бер булырға тейеш тә ул… Иҡтисад

    «Йәшлек»тең 5 июндәге 65-се һанында Земфира Таһированың «Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Урындарҙа ла йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһенә ҡағылған был мәҡәлә резонанс тыуҙырыр, тип көткәйнем. Үкенескә күрә, ике яҡтан да темаға иғтибар биреүсе тойолманы. Автор фекерҙәрен ҡеүәтләп, бер-ике кәлимә еткермәксе булдым. Әлбиттә, мин бер яҡты ла ғәйепләргә йыйынмайым, сөнки төп сәбәп етлекмәгән законда һәм выжданда. Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙ өсөн дә закон бер һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай булмай сыға. Сөнки кемдәрҙелер йәше тулыр-тулмаҫтан пенсияға оҙатыу яғын хәстәрләй һалалар, ә бәғзеләр, бигерәк тә етәксе урындағылар, йылы урынында ултырыуын оло йәшкәсә дауам итә. Әлбиттә, күптәренең тәжрибәһенә, абруйына, ҡаҙаныштарына һүҙ тейҙерерлек түгелдер ҙә. Шулай ҙа был законды һанға һуҡмау ғына түгел, уға буйһонмау була түгелме? Был үҙе үк кешеләрҙе, беренсенән, сорттарға бүлеүҙе күрһәтә, икенсенән, йәштәр нисек, ҡасан эшләргә һәм үҫергә тейеш һуң?

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш юристарҙы ижади конкурста ҡатнашырға саҡыралар Яңылыҡтар

    Рәсәй юристар ассоциацияһы идараһы йәш юристарға Рәсәй юристар ассоциацияһының йәштәр сайтын эшләү, йәштәр хәрәкәте үҫеше һәм хоҡуҡи тематика буйынса социаль реклама кеүек өс йүнәлеш буйынса грант нигеҙендә конкурс иғлан итергә ҡарар итте. Эштәр 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс лауреаттарын наградлау Мәскәүҙә 3 декабрҙә, Юристар көнөндә үтәсәк.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫке машинанан – яңыға! Яңылыҡтар

    Файҙаланыуға яраҡһыҙ автотранспортты утилләштереү эксперименты дауам итә. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып тәүге этапта республикала 12 526 cертификат бирелгән, 3821 автомобиль һатылған.
    Икенсе этап буйынса 2010 йылдың 29 июленә ҡарата 1762 сертификат тултырылған, 615 автомобиль һатылған. Утилгә, 2010 йылдың 21 июнендә старт алған икенсе этап шарттарына ярашлы, 7881 иҫке автомобиль ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эксперимент үткәреү тәртибе (сертификатты теркәү, һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөү, ташламалар күләме, сауҙа ойошмаларына юғалтыуҙарҙы ҡаплау) элеккесә үк ҡала.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә һөтө – изге ризыҡ Яңылыҡтар

    1 августа 120-нән ашыу илдә Бөтә донъя күкрәк һөтө имеҙеүҙе яҡлау аҙналығы башланды. Акция сиктәрендә Башҡортостанда ла төрлө саралар үтәсәк. Был көндәрҙә медицина учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө, тематик һөйләшеүҙәр уҙғарыла.
    Белгестәр билдәләүенсә, күкрәк һөтө имеҙеү – йәш сабыйҙы туҡландырыуҙың алтын стандарты. Әсә һөтө баланың аҡыл һәм физик үҫешенә, иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, төрлө аллергик ауырыуҙарҙан һаҡлау сараһы булып та хеҙмәт итә. Был йәһәттән аңлатыу эштәре республикала киң йәйелдерелгән. Бөгөн республиканың өс тиҫтәнән ашыу дауалау учреждениеһы «Балаға мәрхәмәтле дауахана» статусына эйә.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң хәүефле юлдар Ҡайҙа? Яңылыҡтар

    БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юл-транспорт статистикаһын анализлағандан һуң иң хәүефле юлдар исемлеген төҙөгән.
    Мәскәү – Өфө:
    Саҡмағош боролошона яҡын ерҙә, Исәмәт һәм Ишҡар ауылдары янында;
    Һамар – Өфө – Силәбе:
    Туймазы ҡалаһына боролор алдынан, Алкин, Жуков юл үткәргесендә, Бишҡурай һәм Зинин – Жилин ауылдары янындағы юлдар сатында;
    Өфө – Ырымбур:
    Ҡырмыҫҡалы юл үткәргесе янында, Стәрлебаш боролошо, Федоровканан, Тал­базы һәм Ергән ауылдарынан сыҡҡан ерҙә;
    Өфөлә Октябрь проспекты, Менделеев, СССР-ҙың 50 йыллығы, Жуков, Цюрупа, Сельская Богородская һәм Комсомол урамдары – авариялар күп булған юлдар иҫәбендә.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең сираттағы этабы башланды Перепись

    18 июлдән 22-һенә тиклем баш ҡаланың бөтә райондарынан һәм Белорет, Учалы ҡалаларынан урындарҙағы дәүләт статистика хеҙмәттәре етәкселәре һәм халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкилдәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу программаһы һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса уҡыу программаһын үтте.
    Теоретик методология һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса практик дәрестәрҙе үҙ эсенә алған уҡытыу программаһы комплекслы этаптарҙан торҙо. Респонденттарҙан алған мәғлүмәттәрҙең конфиденциаль булыуы, иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу, граждандарға халыҡ иҫәбен алыуҙың бурыстары һәм маҡсаттарын төшөндөрөү һәм сараны үткәреүгә йәлеп ителгән кешеләрҙең эшен киң мәғлүмәт саралары аша аныҡ билдәләү һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Уҡытыусылар сифатында “Башҡортостанстат” етәкселәре һәм белгестәре сығыш яһаны. Уҡыу курсы аҙағында барыһы ла тест рәүешендәге һынауҙы уңышлы үтте.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru